Театр байрамы
16 февраля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21 февралдә Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә райондың Халыҡ театрҙарының спектаклдәре була – драма коллективтары "халыҡ” исемен яҡлай.
Тамашалар иртәнге 10.00 сәғәттә башлана. Театр һөйөүселәрҙе спектаклдәр ҡарарға саҡырабыҙ (12+).

Үткәндәрҙе иҫкә алып
16 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

Быйыл февраль айында Сталинград өсөн барған һуғышта еңеүгә 75 йыл булды. Ошоға бәйле Сәйетбаба ауылындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тарафынан бик матур, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған сара уҙғарылды.
Үткәндәрҙе иҫкә алып
 

Килдебаевтарса күркәм йәшәү өлгөһө
16 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Тормош шулай ҡоролған: яҙмыш елдәре кешеләрҙе төрлө тарафтарға илтеп ташлай, хатта икенсе милләт кешеләре менән дә бергә бәйләй. Күмәк бала әсәһе – татар ҡыҙы Лилиә Әбделмәнова ла ғүмер юлын сит ауылда, башҡа милләт кешеһе менән бәйләрмен тип күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын. Кешене ниндәй милләт вәкиле булыуы түгел, ә иң тәүҙә кешелеклелек сифаттары биҙәй шул.
Килдебаевтарса күркәм йәшәү өлгөһө
 
 

Быйыл да һынатманыҡ
16 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килгән яңғыҙ башҡарыусыларҙың "Сәскә ат, Башҡортостаным!” төбәк-ара вокал конкурсында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны. Етәкселәре Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина әйтеүенсә, улар был бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнаша. Уҙған йылда конкурстың баһалама ағзаларын таң ҡалдырып, Денис Хәбибуллин, Алһыу Ғәлимова, Аделина Вафина эстрада һәм халыҡ йырҙарын юғары оҫталыҡ менән башҡарып, 1-се һәм 2-се урындарҙы алып ҡайтҡайны.
Быйыл да һынатманыҡ

Фәйзрахман бабай хәтирәләре
16 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығын ҡаршылап
Төйәгебеҙ тарихы
Киләһе йыл республика халҡы Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығын киң билдәләйәсәк. Рәсәйҙең федерация ҡоролошона нигеҙ һалған республика тарихы бик бай һәм ҡатмарлы. Республика тарихы хаҡында төрлө сығанаҡтарҙан байтаҡ мәғлүмәттәр табып була. Ә бына йәшәгән төйәгебеҙ, райондар ойошторолғанға тиклемге (1930-1935 йылдар) һәм колхозлашыу (1929-1932 йылдар) осоро хаҡында нимә беләбеҙ? Шул осорҙо сағылдырған ваҡиғаларҙы аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөүселәр, йә булмаһа халыҡ күңелендәген яҙып алыусылар булһа, гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашырһығыҙ, тип иҫәп тотабыҙ. Ә әлегә Яугилде ауылының  һуғышҡа тиклемге осорон атаһы –Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Фәйзрахман Сәфиулла улы Ғәлиәхмәтовтың һөйләгәндәрен улы – Фәрғәт Фәйзрахман улы Ғәлиәхмәтовтың яҙып алған иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ. Яҙманы баҫмаға күренекле яҡташыбыҙ, журналист һәм яҙыусы Ниязбай Сәлимов әҙерләгән.

 
 
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12