Инвалидлыҡ биреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде
09 февраля 2018 йыл | Хоҡуҡ

Инвалидлыҡ биреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелдеРәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 24 ғинуарындағы 60-сы ҡарары менән кешегә инвалидлыҡ биреүгә үҙгәрештәр индерелде. Атап әйткәндә, инвалид балаларҙы социаль адаптация һәм йәмғиәткә интеграциялауға тәғәйенләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр алыуға Әсәлек капиталын файҙаланыу тәртибе ябайлаштырылды.

Хоккей – сәмлеләр уйыны
09 февраля 2018 йыл | Спорт

Хоккей – сәмлеләр   уйыныБорон-борондан башҡорт халҡында сәләмәт йәшәү рәүеше, үҫеп килеүсе йәш быуынды физик яҡтан камиллаштырыу милли культура булған. Халҡыбыҙ "Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” төшөнсәһен бер бөтөн итеп ҡараған. Был йәһәттән Кәлсер Табын ырыуына ҡараған ҡауарҙылар һәр ваҡыт өлгө күрһәткәндәр. Беҙҙең хәтерҙә ҡалғандарҙан ғына ла атта һыбай сабышыуҙа бөтә Башҡортостан буйынса дан ҡаҙанған Ғәле Васиков, йүгереү һәм саңғы спорты буйынса XX быуаттың тәүге яртыһында билдәлелек яулаған Ғәлимйән Нәзиров, милли көрәште үҫтереүгә бөтә ғүмерен бағышлаған һәм бер ваҡытта ла бил бирмәгән Ишмырҙа Исхаҡов һәм башҡалар.

Ҡараншишмәнән илһам алып
09 февраля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡараншишмәнән илһам алыпУҡытыусы-ветеран, район һәм респуб-лика баҫмаларының штаттан тыш авторы Флүрә Хәлилова бер-бер артлы ике китап баҫтырып сығарып, ошо шатлығын матур сарала ауылдаштары, яҡындары, матбуғат баҫмалары вәкилдәре менән уртаҡлашты.

Тәмле аштар менән һыйланырға килегеҙ “Усолка”ға!
06 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Тәмле аштар менән һыйланырға килегеҙ “Усолка”ға!Төҙөкләндереүҙән һуң өр-яңы заманса төҫ алған бинала урынлашҡан кафе-магазинды асыу тантанаһына йыйылған халыҡты, район етәкселеген һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар – "Башпотребсоюз”  һәм "Стройпромторг” ойошмалары вәкилдәрен милли кейемдәге ҡыҙҙар йола буйынса икмәк-бауырһаҡ менән ҡаршы алды

Спортсы ла, ижадсы ла
06 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Спортсы ла, ижадсы лаРайонда тыуып үҫеп, тыуған яҡ һауаһынан дәрт-дарман, көс алып, хеҙмәт сынығыуы үткән бик күптәр илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә лайыҡлы тормош көтә, тыуған яҡтарын да онотмай, әленән-әле ярҙам итеп тора. Марс Гәрәй улы Ибраһимовты ла шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12