“Мағаш тауышы”нда ишетелде тыуған яҡтың шиғри моңо
06 февраля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Мағаш тауышы”нда ишетелде тыуған яҡтың шиғри моңо Ошо көндәрҙә үҙәк район китапханаһында "Табын” гәзите эргәһендә эшләп килгән "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең сираттағы ултырышы үтте.

Бар шундай класс
06 февраля 2018 йыл | Мәғариф

Бар шундай классБына һағынып көткән Яңы йыл байрамы ла үтеп китте. Был ваҡыт күңелле байрам ғына түгел, ә эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау осоро ла. Үткән йылдың уҡыу һөҙөмтәләренә һығымта яһағанда, Сәйетбаба урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары мәктәптең урта звеноһы араһында 1-се урын алып, ауыл хакимиәте һәм "Сәйетбаба" тарихи-мәҙәни үҙәгенең дипломы менән бүләкләнде. Беренсе сиректә лә беҙҙең һөҙөмтәләр һәйбәт ине.

Төҙөкләндереүгә йүнәлтелә
05 февраля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Төҙөкләндереүгә йүнәлтеләБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда "2018-2022 йылдарға ҡала мөхитен формалаштырыу” өҫтөнлөклө проекты буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте.

Ҡулдарыңдың тойоп үҫтем көсөн...
02 февраля 2018 йыл | Мәғариф

Атай, тойоп үҫтем ҡулдарыңдың көсөн,
Баҡтым һиңә тәпәй баҫтым да.
Һабаҡ алдым сабыр ҡарашыңдан,
Ышыҡландым ҡанат аҫтында.
Һәр бала өсөн үҙенең ата-әсәһе иң ҡәҙерлеһе. Минең өсөн дә иң ҡәҙерлеһе - атайым. Атайымды нимә тип маҡтаһаң да әҙ кеүек.

Бүләккә – күңелле ял минуттары
02 февраля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран ауылы һәүәҫкәрҙәре Юлыҡ ауылына "Яңы йылда яңы теләктәр” тип аталған ҙур концерт программаһы менән ҡунаҡҡа килде.
Юлыҡ ауылы тамашасыһы еҙемҡарандарҙың һәр сығышын яратып ҡабул итә. "Ҡараншишмә” халыҡ театры ҡуйған бер спектакль дә Юлыҡ тамашасыһына еткерелмәй ҡалмай.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12