Донъяһы үрнәк алырлыҡ
07 марта 2018 йыл | Хаттар

Һәр сабый донъяға үҙ ризығы менән тыуа тиҙәр. Ошо ризыҡты булдырыуҙа ҡатын-ҡыҙ әсә булараҡ төп яуаплылыҡты биләгән һәм әле лә шулай. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай, ул тәбиғи хәл.
Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡытта ла ир ҡатыны, бала әсәһе, ғаилә ҡото, донъя усағын һаҡлаусы изге зат. Һәр әсә балалар тыуҙырыусы, уларға йәшәү ҡанундарын өйрәтеүсе, балаларын милләтенең тоғро улы, ҡыҙы итеп тәрбиәләүсе шәхес ул. Әсә беренсе булып балаһына туған телен, милләт рухын еткереүсе лә.

Тормош – көрәш
07 марта 2018 йыл | Йәмғиәт

Тормош – көрәш  
Юлыҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары фитнес түңәрәгендә шөғөлләнә.

Бейей-бейей оҫтаралар
07 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күптән түгел Өфө ҡалаһында үткән "Таланттар ҡанатында” халыҡ-ара бейеү конкурсында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Төл-кәҫ” өлгөлө балалар бейеү ансамбле сираттағы еңеүен яуланы.
Бейей-бейей оҫтаралар

Иман яҡтыртҡан юлдан
07 марта 2018 йыл | Йәмғиәт

Ғүмер буйы Ҡарағай ауылында йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡансы "Еҙем” колхозында баш бухгалтер булып эшләгән Флүзә Вахитова тураһында һүҙем.
Күптән түгел 60 йәшлек юбилейын билдәләгән Флүзә апай, бер аҙ донъя мәшәҡәттәренән арынғас, иман юлына баҫты. Красноусолдан Альмира хажиә Ғөбәйҙуллина менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, Татарстандағы Аҡмәсеткә уҡырға керҙе. Әле 2-се курсты тамамланы ла инде. Көн һайын доғаларын, 5 ваҡыт намаҙын уҡып тора.

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер
07 марта 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

 Йәшнәп йәшәлгән ғүмер
Йәшлек бит ул йүгәнһеҙ ат,
Сабып үтә лә китә.
Ҡартлыҡ әгәр килеп етһә,
Кире китмәй ҙә ҡуя...
тип йырлана бит йырҙа ла. Ысынлап та, йәш саҡта ҡартлыҡ килер тип, уйланырға һис тә ваҡыт юҡ – эш тип йүгерәһең. Бына мин дә 1982 йылда Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып эшкә килгәйнем, хаҡлы ялға сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Коллектив ҙур, берҙәм, эшсән булды. Ул саҡта Баҡраҡ, Яҡтыкүл, Абдулла, Оло Үтәш, Яңы Ерек ауылдарынан бик күп балалар Еҙем-Ҡаранға йөрөп уҡыны. Һүҙем ошо коллективта бергә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан тырыш та, ябай ҙа, уңған да хеҙмәттәшем – Миңнур Әнүәр ҡыҙы Лоҡманова хаҡында.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5