Күҙәтселәр эшләне
19 марта 2018 йыл | Сәйәсәт

Тауыш биреү көндө республикала 6953 күҙәтеүсе эшләне


Тауыш биреү көндө Башҡортостандың һайлау участкаларында, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 6953, шул иҫәптән 24 халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләне. Был турала журналистар өсөн брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.

Күҙәтеүселәр Даниянан, АҠШ-нан, Финляндиянан, Италиянан, Төркиәнән, Швециянан, Швейцариянан, Польшанан, Ҡаҙағстандан һәм Белоруссиянан булды.


Һайлау
19 марта 2018 йыл | Сәйәсәт

Владимир Путин һайлауҙарҙа ышаныс белдергән яҡлыларға рәхмәт әйтте

Владимир Путин Мәскәүҙә Манеж майҙанында митингта сығыш яһаны. Дәүләт башлығы үҙ яҡлыларға һайлауҙарҙа терәк булғандары өсөн рәхмәт әйтте, тип хәбәр итә Президенттың матбуғат хеҙмәте.

«Ошондай һыуыҡ төндә Мәскәүҙә, баш ҡала үҙәгендә йыйылғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ышаныс белдергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, — тине Владимир Путин. — Бөгөн бында – Мәскәүҙә йыйылғандарға һәм ғәйәт ҙур илебеҙ биләмәһендәге беҙҙең яҡлыларға мөрәжәғәт итәһем килә. Һөҙөмтә өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә».