1 апрель - Көлкө көнө
30 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

 1 апрель - Көлкө көнө
Сәй сервизы (Юмореска)
Венер ИСХАҠОВ
Бүләккә нимә алып барырға икән?
Мәймүнәне Гөлзифа әхирәте өй туйына саҡырғас, мейеһен ярып килеп ингән тәүге һорау шул булды. Саҡырҙы тигәс тә, үҙен генә түгел инде, ире менән бергә. "Туҡта, туҡта! Ҡумтаһынан да сығармаған өр-яңы сәй сервиздары ята түгелме ни?!”. Ул һөйләнә-һөйләнә балконға сыҡты һәм шкафҡа теҙеп ҡуйған ҡумталарҙы ҡарай башланы. "Шулай шул! Берәү генә түгел, хатта бишәү икән. Былар нимәгә хәжәт, яталар шунда урын алып, саң йыйып, былай ҙа урын юҡ”.
Мәймүнә берәүһен соҡоп сығарҙы, икенсеһен, өсөнсөһөн ҡутарып ҡараны, әммә бигерәк затлы күренгәс, уларын тота килеп икенсе берәүгә бүләк итергә йәлләне. "Ярай, ошоноһон алып барам да ҡуям” тип ул бишенсеһен, биҙәктәре әллә ни балҡып тормағанын, һайланы. Уныһын былтыр тыуған көнөнә Кәримә әхирәте алып килгәйне. Ҡунаҡтар алдында ул әҙәп өсөн: "Бигерәк матур бит әле, ошондай ғына сервиз алырға йөрөй инем, әллә минең ни уйлағанымды ишетеп торғанһың инде, әхирәткәйем”, – тип уны суп иттереп үбеп, ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп алһа ла, оҡшатманы. Аҙаҡ барыһы таралышып, иғтибар менән ҡарағас, бер сынаяҡтағы сәскәнең тажы бөтөнләй булмауын күрҙе. "Кит, мыҫҡыл итеп ошо нәмәне тотоп килмәһә инде, һаран, моғайын, иң осһоҙон эҙләп алғандыр әле”, – тип уйлағайны эстән генә Мәймүнә.
…Мәжлес күңелле барҙы. Матур теләктәр ямғыр булып ҡойолдо, бүләктәр төштө, күңелдәре булғанса йырланылар, бейенеләр. Бына ҡунаҡтар ҡайтып китте. Бүләктәрен барлай башлаған хужабикә Мәймүнә әхирәте биргән сервизды ҡумтаһынан сығарып ҡарағас, таныш сынаяҡтарҙы күреп, "аһ” итте. Бәй, шул түгелме ни! Унан ҡабаланып һәр береһен ентекләп ҡарай башланы һәм сәскәһенең бер тажы төшөрөлмәгән сынаяҡты күрҙе. Былтыр уны бергә эшләгән хеҙмәттәше Кәримәгә үҙе бүләк иткәйне.

Кемдер һатып, кемдер алып ҡыуанды...
30 марта 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

 Кемдер һатып,  кемдер алып ҡыуанды...
Кемдер һатып,  кемдер алып ҡыуанды...
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында йылдың-йылы яҙғы каникулдар алдынан үткәрелеп килгән йәрминкәлә быйыл да халыҡ күп булды.

Сәхнәлә - Үзбәк һәүәҫкәрҙәре
30 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә смотрға әҙерләнгән спектаклдәрен ҡарарға Үзбәк мәҙәниәт йортона барҙыҡ.

Һорауҙар урында хәл ителә
30 марта 2018 йыл | Урындағы үҙидара

 Һорауҙар урында хәл ителә
Һорауҙар урында хәл ителә
Толпар ауыл биләмәһе Советы депутаттарының асыҡ ултырышында район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Ке-йекбаев, полиция, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Фәнүзә Йәнешева, Үҙәк район дауаханаһынан табип-онколог Ирек Фәйзуллин, ауыл халҡы ҡатнашты.

Һөйөү, татыулыҡта йәшәгәндә...
30 марта 2018 йыл | Хаттар, Уңғандарыбыҙ

 Һөйөү, татыулыҡта йәшәгәндә...
Тормошта йәшнәп йәшәгән, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, бер уйлы, бер маҡсатлы тырыш, эшсән ғаиләләргә һоҡланмайса мөмкин түгел. Яҙмам Үтәк ауылындағы шундай ғаиләләрҙең береһе – Рәхилә һәм Асҡар Ғөбәйҙуллиндар тураһында.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3