Үҙ һөнәренең оҫталары асыҡланды
02 марта 2018 йыл | Мәғариф

 Үҙ һөнәренең оҫталары асыҡланды
Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 26 февралдән
1 мартҡаса Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә "Йыл уҡытыусыһы – 2018” район конкурсы үтте.

Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ!
02 марта 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ!17 февралдә район үҙәгендә Масленица байрамы үтте
Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау, йәғни Масленица байрамын уҙғарыу борондан килгән матур йола. Ул беҙгә Көнсығыш славяндарҙан килеп инеүе һәм беҙҙең ерлеккә лә хас була барыуы билдәле. Был байрам йола буйынса, христиандарҙың ҙур ураҙаһы алдынан уҙғарыла. Уға ярашлы, һәр ҡайҙағыса, беҙҙә лә шаулап-гөрләп Майлы ҡоймаҡ байрамы уҙҙы.  Был көндө район хакимиәте алдындағы майҙан ысын мәғәнәһендә байрам төҫө алғайны. Сараға килеүселәрҙе – олоһон-кесеһен Масленица йәме булған төрлө-төрлө ҡоймаҡтар һәм тәмлекәстәр менән биҙәлгән бай өҫтәлдәр ҡаршы алды. Ә майҙан уртаһында ҡыштың ҡарасҡыһы үҙ сәғәтен көтә. Бер яҡ ситтә ит йәрминкәһе лә ойошторолғайны.


техник тикшереү ГРАФИГЫ
02 марта 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Район ойошмаларында, агросәнәғәт комплексы предприятиеларында теркәлгән тракторҙар, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш машиналары, юлһыҙ ерҙән йөрөүсе техника һәм уларға тағылмаларҙы техник тикшереү
ГРАФИГЫ

Ҙур хөрмәткә лайыҡ хеҙмәтең
02 марта 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

ғалим да, ташсы ла, иген үҫтереүсе лә уның оло исеме алдында баш эйә, сөнки һәр һөнәргә юл башы уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәт емеше.
Миңә лә үҙ ғүмеремдә төрлө уҡыу йорттарында бик күп уҡытыусыларҙа белем алырға тура килде. Уларҙың һәр береһе һиңә ныҡлы аң-белем, дөрөҫ тейешле тәрбиә бирергә тырыша. Бала яратҡан, үҙ эшенә ҙур ихтирам менән ҡараған, төндәр буйы һинең дәфтәреңде тикшереп, киләһе дәрескә ныҡлы әҙерлек менән килгән мөғәллимдәребеҙҙең ҡәҙерен бала саҡта бәлки белеп тә етмәйбеҙҙер.

Өлгөлө ғаилә
02 марта 2018 йыл | Йәмғиәт

Һәр ауылдың үҙ биҙәге - өлгөлө ғаиләләре булғандай, Уҫман ауылында ла бар ундайҙар. Шуларҙың береһе – Роза менән Илһам Искәндәровтар. Бер-береһенә пар килгән был ғаилә менән танышҡанда, уларҙың ихласлығына, йорт хужаһының тырыш, хужабикәнең хәстәрлекле булыуына һоҡланаһың.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19