“Янғындарға ҡаршы – бергә!”
30 марта 2018 йыл | Кәңәштәр, Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 812 янғын осрағы теркәлгән. Уларҙа 69 кеше үлгән, 64 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Был күрһәткестәр уҙған йылдағы ошо осор менән сағыштырғанда күберәк. Янғын сығыуҙың сәбәптәре һәм уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр бу-йынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.

Тапҡыр таҡмаҡсылар бүләкләнде
30 марта 2018 йыл | Матбуғат, Йәмғиәт

 Тапҡыр таҡмаҡсылар бүләкләнде
Тапҡыр таҡмаҡсылар бүләкләнде
Тапҡыр таҡмаҡсылар бүләкләнде
Йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы – Президент һайлауы булып үтте. "Табын” гәзите территориаль һайлау комиссияһы менән берлектә таҡмаҡ конкурсы иғлан иткән ине. Гәзиттең үткән һанында еңеүселәрҙе иғлан иттек. Һайлау темаһын яҡтыртыу бу-йынса "Звезда” гәзите шиғыр, кроссворд, һүрәт төшөрөү конкурстары иғлан итте.

Районда, Башҡортостанда, Рәсәйҙә, Донъяла
30 марта 2018 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 7 апрелдә Яугилде
ауылында Ғаилә йылына арнап традицияға әүерелгән "Яугилде кубогы”на волейбол ярышы үтә. Унда бер нисә ғаилә командаһының ҡатнашыуы көтөлә.
Башҡортостанда
* Баҡалы районында магазиндары булмаған 13 ауылда сауҙа хеҙмәтләндереүе ойошторолдо. Автокибет был ауылдарға ҡышҡыһын аҙнаһына бер тапҡыр килә, йәй көнө — йышыраҡ.
* 30 мартта Яңауыл районының Киҫәк-ҡайын ауылында «Урал батыр байрамы» үтәсәк.
* Алдағы ял көндәренә күҙалланған «Ғаилә ялы» тип исемләнгән социаль акция Кемероволағы фажиғәгә бәйле күсерелә. Алдан 31 мартҡа күҙалланған сара 7 апрелдә була.
Рәсәйҙә
* Рәсәйҙә инфляция йәй урталарына күҙгә күренеп йыллыҡ аңлатмала 1,1 процентҡа тиклем аҡрынаясаҡ, әммә августа 1,2 процентҡаса көсәйәсәк, ти аналитиктар.
* РФ Дәүләт Думаһы комитеты Рәсәй көнө байрамын 12 июндән 21 сентябргә күсерергә тәҡдим иткән закон проектын кире ҡаҡҡан.
* РФ Дәүләт Думаһы капиталь ремонт өсөн компенсацияға хоҡуҡлы льготалылар исемлеген киңәйтеүҙе тәҡдим иткән закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул иткән.
Донъяла
* 27 апрелдә КХДР һәм Көньяҡ Кореяның саммиты үтәсәк.
* Рәсми Лондондың һорауы буйынса 27 ил Рәсәй илселегенән баш тартып, илселәрҙе ҡайтарҙы. Был ағыуланып үлтерелгән элекке разведчик, һатлыҡ йән Скрипаль эше менән бәйле.

Хаҡтар элеккесә ҡала
30 марта 2018 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
1 апрелдән икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана.
Шуныһы һөйөнөслө, хаҡтар былтырғы кимәлдә ҡала. Шулай итеп, "Табын” гәзитенә киләһе ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы -50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красно-
усолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. Шуныһын да белдерәбеҙ: подписка барышында йылдағыса бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Шуға ла гәзиткә яҙыла һалып, квитанцияһын редакцияға ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.
"Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Йөрәктәрҙе өттө уртаҡ ҡайғы
30 марта 2018 йыл | Йәмғиәт

Йөрәктәрҙе өттө уртаҡ ҡайғыЙөрәктәрҙе өттө уртаҡ ҡайғы
28 мартта Рәсәйҙә Кемероволағы "Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәгендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу буйынса Матәм көнө иғлан ителде. Дәүләт флагтары төшөрөлдө, күңел асыу саралары күсерелде, радио-телеканалдар эфир сеткаларын үҙгәртте, бар төбәктәрҙә, шул иҫәптән районда ла иҫкә алыу акциялары уҙҙы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 19