Өләсәйҙә ҡунаҡта
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Күптән түгел беҙгә, Ватан ауылы ағинәйҙәренә, район үҙәгендә үткән "Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип аталған бик матур сараны тамаша ҡылырға тура килде. Красноусол ағинәйҙәре район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә Ғаилә йылы һәм 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап үткәргән был сарала ейән-ейәнсәрҙәре менән ете өләсәй ҡатнашты. Уларҙың сығыштарына, сараның юғары кимәлдә ойошторолоуына, тәрбиәүи әһәмиәтле булыуына һоҡланып ҡайттыҡ.  

Сәхнәлә – балалар
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

"Театр яҙы - 2018”
Күптән түгел Үтәк ауыл мәҙәниәт йортонда балалар менән сәхнәгә ҡуйылған "Сер тотмаҫ Өйрәк” тигән әкиәт ҡараныҡ.

Шиғри дәфтәрҙән
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Шиғри дәфтәрҙән
Яҙ айҙары
Март
Тышҡа сыҡтым, мартты күрҙем,
Илай күҙ йәшен түгеп.
Бик бәләкәс булып ҡалған,
Ултыра, бахыр, сүгеп.
Һигеҙендә кәрәк инем,
Ҡәҙерем бөттө хәҙер.
Апрель һыйҙырмай, ҡыуалай,
Һиңә бөттө ти ҡәҙер.
Апрель
Яҙғы көн ярты аҡыл тип,
Белеп әйтәләр икән.
Ҡарлы ҡатыш ямғыр яуа,
Аяҙ ине бит иртән.
Алдашырға ул оҫтарған,
Әҙер тора алдарға.
Шүрәленең ҡулын ҡыҫҡан
Туған микән Алдарға?
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.

Төп дауа – хәрәкәт
06 апреля 2018 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Төп дауа – хәрәкәт 
Һүрәттәге мөләйем ҡатын Красноусол ауылында йәшәүсе Рәйсә Зәки ҡыҙы Полтавская Имәндәш ауылында тыуып үҫкән.
Бар һөнәрҙәр араһынан иң яуаплы, иң кешелекле фельдшер һөнәрен һайлаған ҡыҙ тәүҙә тыуған ауылында, һуңынан район дауаханаһында эшләй. 1981 йылда тормош иптәше менән Себер тарафтарына сығып китәләр. "Унда эшләгәндә ауылдан сыҡҡан ҡыҙ икәнемде белгәс, ойошмалар араһында үткәрелгән ҡышҡы эстафеталағы саңғы ярыштарына гел мине ебәрә инеләр. Шул ваҡытта уҡ хаҡлы ялға сыҡҡас көн дә саңғыла йөрөр инем тип хыяллана торғайным”. Рәйсә Зәки ҡыҙының хыялы тормошҡа аша – бына 12 йыл инде көн һайын ҡыш көнө саңғыла йөрөһә, йәйен йөҙөү менән шөғөлләнә. Был ҡыҙыҡһыныуы уға яңы әхирәттәр табырға ярҙам итә, йәшәүгә йәштәрсә дәрт-дарман, йән һәм тән сәләмәтлеге бирә.

Һаулығыңа битараф булма!
06 апреля 2018 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

 7 апрель – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө
Бөтә донъя сәләмәтлек көнө 1948 йылдың 7 апреленән - Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килгән көндән үткәрелә. Ошо тарихи мәлдән алып ойошмаға донъяның 194 дәүләте ағза булып ингән.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3