Декларация биреү кемдәргә мотлаҡ түгел?
10 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Законда яңылыҡ
Алкоголле һәм спиртлы продукция етештереүгә һәм уның әйләнешенә дәүләт контроле тураһындағы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәр (1995 йылдың 22 ноябрендәге 171-ФЗ һанлы законға 2017 йылдың 29 июлендә индерелгән 278-ФЗ һанлы закон) үҙ көсөнә инеү менән бәйле, алкоголле продукцияны ваҡлап һатыу менән шөғөлләнеүсе ойошмалар алкоголле продукцияны (һыра һәм һыра эсемлектәре, сидр, пуаре һәм бал балынан башҡаларын) ваҡлап һатыу күләме тураһында декларация тапшырыу талабынан азат ителде.
Шул уҡ ваҡытта ваҡлап һатыуҙы декларациялау түбәндәге осраҡтарҙа мотлаҡ булып ҡала:
- Интернет селтәре тотмаған тораҡ пункттарҙа һатылыусы алкоголле продукцияға (Башҡортостан Республикаһындағы бындай тораҡ пункттар исемлеге БР Хөкүмәтенең 2017 йылдың 29 ноябрендәге 564-се ҡарары менән раҫланған);
- дөйөм туҡланыу хеҙмәттәре күрһәткәндәге алкоголле продукцияға;
- һыра һәм һыра эсемлектәренә, сидр, пуаре, бал балы, аҙыҡ өсөн тәғәйенләнмәгән спиртлы продукцияға.
Декларация биреүҙән ҡасыу йәки уға мәғлүмәттәрҙе боҙоп индереү, РФ КоАП-ына ярашлы, вазифалы кешеләргә 5 меңдән 10 мең һумғаса, юридик берәмектәргә 50 меңдән 100 мең һумғаса административ штраф һалыуға килтерә.
Светлана ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
район хакимиәте башлығы урынбаҫары.


Полиция хәбәр итә
10 апреля 2018 йыл | Хоҡуҡ

12 мартта Красноусолда Ҡыҙылъяр урамында йәшәүсе С. өйөнән спиртлы продукция һатыуҙа ғәйепләнә.
13 мартта Антоновка ауылында йәшәүсе А.-нан "ВАЗ-2107” автомашинаһына ут төртөүҙәре хаҡында хәбәр алына.
15 мартта район үҙәге кешеһе эске эштәр бүлегенә күршеһенең наркотик етештереүе хаҡында хәбәр итә. Был адрес бу-йынса тикшереү һөҙөмтәһе шуны күрһәтә, ысынлап та, М.-ның үҙ хужалығында наркотик матдәләр етештергәнлеге асыҡлана.
Ошо уҡ көндө С. хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Уның микрокредит ойошмаһынан аласаҡ аҡсаһына алдаҡ юл менән хужа булған билдәһеҙ әҙәмде яуапҡа тарттырыуҙарында ярҙам һорай.
Шул уҡ көндә М.-дың хужалығынан һыйыр ите урлау факты теркәлә. Асыҡланыуынса, итте зыян күреүсенең хужалығындағы вагонсыҡҡа инеп  Игенйылға ауылынан Т. сәлдергән булған. Ошондай уҡ урлашыу осрағы Ҡурғашлы
ауылында ла була. В.-ның өй ишеге биген ватып инеп ҡоҙаһы 5 кило шәкәренә "айыу майы һөрткән”. Бығаса зыян күреүсенең 3 кг шәкәре юҡҡа сыҡҡан булған.
Ошо уҡ ауыл кешеһе М.-дың өйөнән көмөшкә һатыу факты асыла.
15 мартта Красноусолдағы К. Маркс урамында урынлашҡан магазин янында спиртлы продукция тейәлгән ике автомашина ултырыуы хаҡында хәбәр алына.
18 мартта сабыйын өйҙә яңғыҙын ҡарауһыҙ ҡалдырған, йәғни әсәлек бурысына яуапһыҙ ҡараған ҡатынға 5.35-се статья бу-йынса административ протокол төҙөлә.  
20 мартта Аҡкүл ауылында автосервистан автомобилде урлап алып китеү факты теркәлә. Енәйәт ҡылыусы әҙәм ҡулға алына.
23 мартта Үзбәк ауы-лында ырҙын табағы янында автомобиль менән егеүле ат ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы була.
24 мартта  үҙәк район
дауаханаһында пациент дүртенсе ҡаттағы тәҙрәнән һикерергә маташҡан.
26 мартта магазин ишеген ҙур оҫталыҡ менән ватып инеп, тәмәке, алкоголь һәм аҙыҡ-түлек продукциялары урлау факты теркәлә. Оператив-эҙләү саралары барышында уғрыларҙың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарынан бәлиғ булмаған үҫмерҙәр булыуы асыҡлана.
Район эске эштәр бүлеге штабынан алынған мәғлүмәттәр буйынса И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.

Мөғжизә түгелме?
10 апреля 2018 йыл | Хаттар

Тирә-яғыбыҙҙа нимә күрһәк тә - ул Аллаһтың мөғжизәһе. Кеше нисек кенә тырышһа ла, бындай эштәрҙе булдыра алмай.
Ҡыш көнө күктән ҡар бөртөктәре яуа. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле төҙөлөштә, береһенән-береһе матур. Ҡышҡы әсе һыуыҡта иртән тороуыбыҙға тәҙрәләрҙә мөғжизәле һүрәттәр күрәбеҙ. Аҡ йомшаҡ ҡар ағас тамырҙарын һәм үләндәрҙе, бөтә ер өҫтөн һыуыҡтан һаҡлай. Ҡышҡылыҡҡа ағастар япраҡтарын ҡойоп әҙерләнә. Һәр бер йәнлеккә, ҡошҡа үҙен һәм балаларын һаҡлап ҡалыуға мөмкинселек бирелгән. Кем быларҙың барыһын да: тәбиғәтте ҡурсалауҙы, хәстәрләүҙе алдан уйлап сығарған? Ошо мөғжизә түгелме?
Баязит РӘХМӘТУЛЛИН,
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
3 "б” класс уҡыусыһы.

Һынауҙы лайыҡлы үттеләр
10 апреля 2018 йыл | Мәғариф

* Олимпиадалар
Һынауҙы лайыҡлы үттеләр
23-24 мартта Өфө ҡалаһында "Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне буйынса республика олимпиадаһында Красноусолдағы 2-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Александра Кузнецова (уҡытыусыһы – И.Р.Шәйәхмәтов) һәм "Тормош һабаҡтары”нан КБГИ-ның 8-се класс уҡыусыһы Динислам Басиров (уҡытыусыһы – Ю.Р.Мәүлетҡолов) призер булдылар.

Наурыз мөбәрәк булһын!
10 апреля 2018 йыл | Мәғариф

 Наурыз мөбәрәк булһын!
Төрки халыҡтарының бер аҙ онотола төшкән йола-байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре беҙҙең көндәрҙә халыҡҡа әйләнеп ҡайта башланы. Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта боронғо ата-бабаларыбыҙ Яҙҙы – Наурызбикәне ҡаршылаған. Наурыз – ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау, яҙғы сәсеү эштәре алдынан үткәрелә торған байрам ул. Наурыз – тыныслыҡҡа, матурлыҡҡа өндәүсе изгелек, дуҫлыҡ байрамы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4