Урындағы үҙидара көнөндә - йәрминкә
20 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Урындағы үҙидара көнөндә - йәрминкәМуниципаль район хакимиәте райондың ауыл хужалығы предприятиеларына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларға 21 апрелдә Красноусолда район хакимиәте алдындағы майҙанда Урындағы үҙидара көнөнә арналған йәрминкәлә ҡатнашып,  бәрәңге, йәшелсә, ит һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын  һатыу мөмкинлеге булыуы хаҡында хәбәр итә.

Ҡыҙҙар - йондоҙҙар
20 апреля 2018 йыл | Йәмғиәт

Ҡыҙҙар - йондоҙҙарШулай тип аталды быйыл иғлан ителгән Ғаилә йылына бағышланған сара. Бар яҡтан да килгән һылыу башҡорт ҡыҙҙары үҙҙәренең һеңлекәштәре менән бер командала һынау тоторға Сәйетбаба ял һәм мәҙәниәт үҙәгенә йыйылды. Әкиәттәгесә ете һылыу һәм ете ҡыҙыҡай - ете команда. Таныштырыуҙа уҡ бәйгенең ҡыҙыу буласағы, конкурсанттарҙың ныҡлы әҙерләнеп килеүе аңлашылды.

Байрамыбыҙ менән!
20 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Байрамыбыҙ менән!21 апрель илебеҙҙә Урындағы үҙидара көнө булараҡ билдәләнә.

Ойошҡанлыҡта - көс, берҙәмлектә - бәрәкәт
20 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Ойошҡанлыҡта - көс, берҙәмлектә - бәрәкәтХәҙерге ваҡытта граждандар институтын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошо сәйәсәткә бәйле ил граждандары үҙҙәре лә үҙидаралыҡ эшендә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Бының өсөн территориаль йәмәғәт ойошмаларын (ТОС) төҙөү маҡсатҡа ярашлы.

Шатлыҡта ла, насар хәл булһа ла - староста янына
20 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Шатлыҡта ла, насар хәл булһа ла - староста янынаХалыҡҡа иң яҡын торған власть кем ул? Әлбиттә, ауыл старостаһы. Ә һәйбәт, тынғыһыҙ староста –  ауылдың тотҡаһы, кешеләр унһыҙ бер ни ҡыла алмай, урындағы хакимиәттең уң ҡу-
лы ул. Ауылдарҙың был әүҙем эшмәкәрҙәре иң
тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә, урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә алғы рәттә йөрөй. Тап старос-талар ауыл халҡы менән урындағы власть араһын бәйләүсе ролен үтәй ҙә инде. Ауылдаштары өсөн старосталар – терәк-таяныс ҡына түгел, коммуналь, социаль хеҙмәт тә, психолог та. Ғаиләлә ыҙғыш ҡупһа ла, ҡышын урамдар таҙартылмаһа ла, йә башҡа күп һорауҙар һәм тәҡдимдәр менән старостаға мөрәжәғәт итәләр. Кәрәк икән, улар ғаиләләргә лә киләләр, яраштыралар ҙа, фәһемле кәңәштәрен дә бирәләр – әлбиттә, быларҙың барыһы ла йәмәғәт башланғысында.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4