Донъя чемпионатына - хәүефһеҙлек
24 апреля 2018 йыл | Яңылыҡтар

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2017 йылдың 9 майындағы 202-се һанлы "Рәсәй Федерацияһында футбол буйынса FIFA 2018 йылғы донъя чемпионатын уҙғарыу осоронда айырыуса хәүефһеҙлек сараларын ҡулланыу үҙенсәлектәре хаҡында”ғы Указына ярашлы, 2018 йылдың 25 майы-нан 25 июленә тиклемге осорҙа Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Волгоград, Свердловск, Калининград, Нижегородка, Ростов, Һамар өлкәләре, Татарстан, Мордовия Республикалары, Краснодар крайы биләмәләрендә донъя кимәлендәге спорт саралары  барған осорҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк.
Ошоноң менән бәйле, хәүефһеҙлек саралары көсәйтелгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары биләмәләрендә гражданлыҡ ҡоралы һәм уға патрондар әйләнеше тыйыла.
Руслан МӘҮЛЕТҠОЛОВ,
БР Росгвардия идаралығы
лицензия-рөхсәт эштәре бүлегенең
өлкән инспекторы, полиция капитаны.

Йәш илһөйәрҙәр
24 апреля 2018 йыл | Йәмғиәт

Йәш илһөйәрҙәр12 апрель – Космонавтика көнөндә Балалар ижады үҙәге эргәһендә эшләп килгән "Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте сафтарына уҡыусыларҙы ҡабул итеү тантанаһы үтте. Унда йәш армеец исеменә иң лайыҡлы 24 уҡыусынан тыш, хәрби хәрәкәттәр, сик һағы, хәрби һауа һәм хәрби десант көстәре ветерандары ҡатнашты.

Атом һәләкәттәре башҡа бер ҡасан да булмаһын!
24 апреля 2018 йыл | Йәмғиәт

Атом һәләкәттәре башҡа бер ҡасан да булмаһын!26 апрелдә бар донъя радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Тап ошо көндө 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында – Чернобыль АЭС-ы энергоблогында шартлау яңғырай һәм тирә-яҡҡа ҙур зыян килә.

Райондағы физик шәхестәргә теркәлгән тракторҙар, юл төҙөү-ремонтлау техникаһы, юлһыҙ ерҙән йөрөүсе техника һәм уларға тағылмаларҙы техник тикшереү ГРАФИГЫ
24 апреля 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Райондағы физик шәхестәргә теркәлгән тракторҙар, юл төҙөү-ремонтлау техникаһы, юлһыҙ ерҙән йөрөүсе техника һәм уларға тағылмаларҙы техник тикшереү ГРАФИГЫ1. Табын ауыл советы – 20 апрель, 25 май, Табын ауылы, Үҙәк урам, 24, ауыл советы бинаһы алдындағы майҙансыҡта.
2. Бельский ауыл советы – 23 апрель, 28 май, Игенйылға ауылы, Мәктәп урамы, 24 а.
3. Имәндәш ауыл советы – 24 апрель, 29 май,  Имәндәш ауылы, Үҙәк урам, 21.

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы
24 апреля 2018 йыл | Сәйәсәт

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманыБашҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш ике сәғәт ярым дауам итте. Тәүге һорау республиканың иҡтисади хәленә бәйле ине. Рөстәм Зәки улы  республиканың былтырғы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2