Абруйлы уҡытыусы
29 мая 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

Ҡарағай урта мәктәбендә үҙ эшен яратып башҡарған коллектив тупланған. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәш егеттәр кеүек өҙә баҫып эшкә килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмил Сәлих улы Кинйәбулатовты ғына алырға кәрәк.

Ултырттыҡ беҙ йәп-йәш ҡарағайҙар
29 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Хаттар

* Йәшелләндереү айлығы
 Ултырттыҡ беҙ йәп-йәш ҡарағайҙар
Бөтә республика буйынса барған акцияға ярашлы, Ғафури район хакимиәте 2018 йылдың 10 апреленән 1 июненә тиклем тораҡ пункттар биләмәләрен,  торлаҡ биналар, ихата, баҡса, йорт янын, парктарҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте.


Йәшәй белһәң ерҙә - шул бәхет!
29 мая 2018 йыл | Хаттар, Уңғандарыбыҙ

 Йәшәй белһәң ерҙә - шул бәхет!
Бар ғүмерен балалар уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә бағышлаған  Глүзә Хөрмәт ҡыҙы Исҡужина матур юбилейын билдәләй, хеҙмәттә үткән бәхетле ғүмер мәлдәренә байҡау яһай.

Икенсе этапҡа әҙерһегеҙме?
29 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Районда шәхси ҡулдарҙа булған үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙы техник тикшереү графигы
Имәндәш ауыл советы – Ҡарағай ауылы, Үҙәк урам, 21 (бөтә ауыл биләмәләрендә лә үткәреү урыны - ауыл биләмәһе хакимиәте алдындағы майҙансыҡ, башлана 10.00 сәғәттә), 29 май;
Ҡауарҙы ауыл советы – Ҡауарҙы ауылы, З.Вәлиди урамы, 34; 30 май;
Ташлы ауыл советы –Ташлы ауылы, 31 май;
Бурлы ауыл советы – Бурлы ауылы, Ҡазан урамы, 21;1 июнь;
Ташбүкән ауыл советы – Түбәнге Ташбүкән ауылы, М.Ғафури урамы, 39; 3 июнь;
Сәйетбаба ауыл советы – Сәйетбаба ауылы, Партизан урамы, 50; 4 июнь;
Яңғыҙҡайын ауыл советы – Яңғыҙҡайын
ауылы, Әсфәндиәров урамы, 4; 5 июнь;
Буруновка ауыл советы – Буруновка ауылы, Үҙәк урам, 43; 6 июнь;
Мораҡ ауыл советы – Мораҡ ауылы, Партизан урамы, 6; 7 июнь;
Үтәк ауыл советы – Үтәк ауылы, Чапаев урамы, 30; 8 июнь;
Еҙем-Ҡаран ауыл советы – Еҙем-Ҡаран ауылы, М.Ғафури урамы, 22; 9 июнь;
Аҡкүл ауыл советы – Аҡкүл ауылы, Ленин урамы, 6; 13 июнь;
Красноусол ауыл советы – Красноусолда Совет урамы, Гостехнадзор инспекцияһы эргәһендәге майҙансыҡта һәм Курорт ауылы, Шишмә урамында автостанция яғындағы майҙансыҡта, башланыу ваҡыты 10.00 сәғәттә.
Сергей ЛУКИН,
Гостехнадзор инспекцияһының
Ғафури районы буйынса секторы мөдире.

100 йәшкә ун аҙым ҡалғанда
29 мая 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

100 йәшкә ун аҙым ҡалғанда
100 йәшкә ун аҙым ҡалғанда 
Олпат юбилейҙарын - 90 йәштәрен билдәләүселәргә Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Ҡотлауын тапшырыуҙар да-уам итә. Президент Ҡотлауын Бөйөк Еңеү көнө алдынан – 3 майҙа 90 йәштәрен билдәләгән Красноусолда йәшәүсе һуғыш балалары, тыл һәм хеҙмәт ветерандары Миңлеямал Сабит ҡыҙы Баязитова, шулай уҡ  Мөхәмәтҡол Ғәли улы Ғүмәровҡа район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова өйҙәренә барып тапшырҙы. Уға Красноусол ауылы ветерандар советы рәйесе Валентин Суслов та ҡушылды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16