Ғаилә аҙналығы башлана
11 мая 2018 йыл | Яңылыҡтар

Халыҡ-ара ғаилә көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ғаилә аҙналығы сиктәрендә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы байтаҡ саралар уҙғара.

“Әүлиә” – Ғафури сәхнәһендә
11 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

“Әүлиә” – Ғафури сәхнәһендәРеспубликаның бик күп район-ҡалаларында ҙур уңыш менән барған "Әүлиә” спектакленең премьераһы, ниһайәт, беҙҙең районға ла килеп етте. Яҡташыбыҙ яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның "Мөжәүир хәҙрәт” әҫәре бу-йынса ижад ителгән спектакл-де сәхнәгә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов ҡуйған.

Бәхет һуҡмағы буйлап
11 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Бәхет һуҡмағы буйлап Красноусол ауылында йәшәүсе Шәмсинур Лотфрахман ҡыҙы менән Нурхәйҙәр Фәхретдин улы Баһауетдиновтар күптән түгел никахҡа инеп йәшәүҙәренең 60 йыллығын (64 йыл бергә йәшәйҙәр) - гәүһәр туйҙарын  билдәләне. Ошо уңайҙан ра-йон ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Сәйфуллина менән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, ғаилә башлығы йөрөй алмағанлыҡтан, Баһауетдиновтарҙы был иҫтәлекле дата менән ҡотларға өйҙәренә килде.  Улар  республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бүләген һәм ҡотлауын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Ауыл ихата-урамдарын ... ҡалалағыса
11 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара


Ауыл ихата-урамдарын ... ҡалалағысаРеспубликала, шул иҫәптән районыбыҙҙа быйылдан "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Был өҫтөнлөклө проект сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуы, күпме аҡса бүленеүе хаҡында гәзит уҡыусыларҙы таныштырыуын һорап район хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы КЕЙЕКБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Онотолмаҫ ул йылдар
11 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Онотолмаҫ ул йылдарМәктәп уҡыусылары, ҡулдарына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатай-бабайҙарының фото-порт-реттарын тотоп, обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған сара Үзбәк мәктәбендә дауам итте.
Унда Бәләкәй, Урта Үтәш ауылдары кешеләре лә ҡатнашты.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2