Көнбағыш һәм арпа сәсәләр
15 мая 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Көнбағыш һәм арпа сәсәләр
Һәр ҡайҙағыса, Ленин исемендәге – "Зенит” крәҫтиән хужалығында ла яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тигәндәй, механизаторҙар аяҙ торған мәлдең,  һәр минуттың, сәғәттең ҡәҙерен белеп эш итә.

Бирешмә, Руслан!
15 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Бирешмә, Руслан!16 майҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә "Башҡортостан” Дәүләт концерт залында хәйриә концерты була. Саранан килгән аҡса беҙҙең йәш райондашыбыҙ Руслан Шәрәфетдиновты дауалауға ебәреләсәк.

“Алтын мираҫ” – алтынсы баҫмалары
15 мая 2018 йыл | Яңылыҡтар


“Алтын мираҫ” – алтынсы  баҫмаларыЕҙем-Ҡарандан аталы-уллы Миҙхәт һәм Айрат Хәлиловтарҙың "Алтын мираҫ” тип аталған әҙәби-методик ҡулланмаһы донъя күрҙе.

Әсәйебеҙгә 90 йәш
15 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Әсәйебеҙгә 90 йәшӘсәйебеҙ – Раҡия Ғәни ҡыҙы Йомағолова (Рәжәпова) 1928 йылдың 14 майында Имәндәш ауылы леснигы Ғәни Сөләймән улы Рәжәпов ғаиләһендә тыуған. Олатайыбыҙ ғүмер буйы Еҙем урмансылығында эшләне. Дөрөҫ, 1941-1945 йылдарҙа 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышта булған сағында ғына был эшенән туҡтап тора. Әсәйебеҙҙең өлкән ағаһы Рәшит бабайыбыҙ ҙа һауа-десант ғәскәрҙәрендә һуғыша, 1944 йылда һуғышта һәләк була. Әсәйебеҙ ун балалы ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Өлкән бала булараҡ уға һуғыш йылдарында айырыуса ауырға тура килә – бәләкәйҙән колхоз эшенә егелә. Өләсәйебеҙ ауыл советында эшләй. Ғаиләләрендә шулай уҡ Ленинградтан эвакуацияланған өс кеше лә йәшәй.

Кандидаттар үҙ фекерен яҡланы
15 мая 2018 йыл | Сәйәсәт

Кандидаттар үҙ фекерен яҡланы7 майҙа Талбазы ауылында Ғафури һәм Ауырғазы райондарынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар араһында фекер алышыуҙар (дебаттар) ойошторолдо.  Сара "Берҙәм Рәсәй” партияһының 3 июндә үтәсәк праймеризға (алдан тауыш биреү) әҙерлек сиктәрендә уҙғарылды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2