Башҡортостаным менән ғорурланам!
25 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район хеҙмәт коллективтары бәйгеһе шундай исем аҫтында үтте
 Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
3 йыл рәттән уҙғарылып килгән конкурста быйыл 24 коллектив ҡатнашты. Улар араһында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар һәм башҡалар бар ине.

Сәләмәтлек клубтарына килегеҙ!
25 мая 2018 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

 
Райондың "Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һуңғы ваҡытта киң таралыу алған скандинав йөрөшөн популярлаштырыу буйынса эшен дауам итә.

Изге айҙа – изге башланғыс
25 мая 2018 йыл | Хаттар

Күптән түгел әүлиәләр төбәге – Сәйетбаба ауылында районда тәүгеләрҙән булып ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғәрәп телен өйрәнеүселәрҙең конкурсы булып үтте.
Сараға райондың иман юлында булған, ислам динен ихтирам иткән, ғәрәп хәрефтәрен таныған һәм ғәрәпсә уҡый белгән ағинәйҙәре, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Шулай уҡ райондың имам-мөхтәсибе Рауил хәҙрәт етәкселегендә ра-йон мәсете шәкерттәре, Юрмаш, Имәндәш, Крас-ноусол, Яңғыҙҡайын, Яугилде, Ерек ауылдары ағинәйҙәре килде.

Рух һаҡсылары байрамы
25 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Китапханалар көнө алдынан үҙҙәренең эшмәкәрлектәре менән таныштырыу өсөн ра-йон китапханаһы етәксеһе Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллинаға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:
 Рух һаҡсылары байрамы
 
Районда 14 ауыл, 1 район, 1  балалар, 1 үҫмерҙәр китапханаһы бар. Уларҙы 23 китапханасы хеҙмәтләндерә. Бурлы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Табын ауылдарында моделле китапханалар эшләй. Район китапханаһы фондында 100 меңдән ашыу (районда – 362 мең) китап иҫәпләнә. Бында балалар, төрлө тармаҡта эшләүселәр өсөн, нәфис, белешмә әҙәбиәт, насар күреүселәр өсөн Брайль техникаһындағы -Китапханала эшләү ҙур яуаплылыҡ, киң ҡарашлы булыуҙы талап итә. Көн һайын яңы кешеләр менән осрашыу-аралашыу, яңы мәғлүмәттәр алыу, белемеңде тулыландырыу  хас был һөнәргә. Китапханасы - барыһы менән дә уртаҡ тел таба белерлек психолог та, теге йәки был китапты уҡырға кәңәш биреүсе әҙәбиәт белгесе лә, шул уҡ ваҡытта балалар һәм өлкәндәрҙе төрлө сараларға йәлеп итеүсе ойоштороусы ла. китаптарҙан тыш, 60 төрлө матбуғат баҫмаһын да уҡырға була.
 

Өсөнсө быуын халыҡ университеты саҡыра
25 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалының Ғафури районындағы бүлеге пенсия йәшенә еткән граждандарҙы (55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ирҙәрҙе) уҡытыу уҙғара.
Уҡыу йүнәлештәре: "Шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы методологияһы нигеҙҙәренә өйрәтеү” һәм "Бейергә өйрәтеү”.
Уҡыу хоҡуғы һәр дисциплина сиктәрендә бер календарь йыл эсендә бер тапҡыр бирелә. Уҡыуҙың минималь курсы 40 академик сәғәт тәшкил итә, төркөмдә 15-тән 20-гә тик-лем кеше.
Күрһәтелгән дисциплиналар буйынса уҡыу төркөмөнә индерелеү өсөн өлкән йәштәге граждандар филиал бүлегенә 1 июнгә тиклем ғариза, паспорттың һәм пенсия таныҡлығы күсермәһен алып килә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3