“Батыр”ҙар һынатманы
29 мая 2018 йыл | Мәғариф, Спорт

27 – 29 апрелдә Күмертау ҡалаһында үткән "Зарница - 2018” хәрби-спорт уйынының республика этабында район исеменән 3-сө мәктәп уҡыусылары, "Батыр” хәрби-патриотик клубы ағзалары ҡатнашты.  
Артем Лепенко, Александр Максимов, Алмаз Сөләймәнов, Денис Ионцев, Әлфир Нәзиров, Фидан Хәмитов, Илнур Ғәйнуллин, Илсур Иҙрисов, Никита Пучков, Олег Васильев, Елена Логинова, Марина Собарева, Дарья Романова, Алина Ғирфанованан торған команданы етәкселәре Илдар Абыҙгилдин әҙерләп алып барҙы.
Бер нисә көн эсендә уҡыусылар таныштырыу, строе-вой әҙерлек, автоматты һүтеп-йыйыу, спорт ориентиры, тотҡарлыҡлы йүгереш, йөҙөү, йүгереү һәм башҡа ярыштарҙа көс һынашты. Тырыш, берҙәм команда 1-се урын өсөн бер, 2-се урын өсөн – биш, 3-сө урын өсөн дүрт кубок яулап, дөйөм зачетта 4-се урынға сыҡты.

23 районда һайлау үтә
29 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара

 Башҡортостанда төрлө кимәлдәге урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау кампанияһы бара.
Тауыш биреү көнө 17 июнгә билдәләнгән. Унда 70 депутат мандаты алмаштырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Башҡортостаным менән ғорурланам!
25 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район хеҙмәт коллективтары бәйгеһе шундай исем аҫтында үтте
 Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
Башҡортостаным менән ғорурланам!
3 йыл рәттән уҙғарылып килгән конкурста быйыл 24 коллектив ҡатнашты. Улар араһында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар һәм башҡалар бар ине.

Сәләмәтлек клубтарына килегеҙ!
25 мая 2018 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

 
Райондың "Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һуңғы ваҡытта киң таралыу алған скандинав йөрөшөн популярлаштырыу буйынса эшен дауам итә.

Изге айҙа – изге башланғыс
25 мая 2018 йыл | Хаттар

Күптән түгел әүлиәләр төбәге – Сәйетбаба ауылында районда тәүгеләрҙән булып ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғәрәп телен өйрәнеүселәрҙең конкурсы булып үтте.
Сараға райондың иман юлында булған, ислам динен ихтирам иткән, ғәрәп хәрефтәрен таныған һәм ғәрәпсә уҡый белгән ағинәйҙәре, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Шулай уҡ райондың имам-мөхтәсибе Рауил хәҙрәт етәкселегендә ра-йон мәсете шәкерттәре, Юрмаш, Имәндәш, Крас-ноусол, Яңғыҙҡайын, Яугилде, Ерек ауылдары ағинәйҙәре килде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16