Рух һаҡсылары байрамы
25 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Китапханалар көнө алдынан үҙҙәренең эшмәкәрлектәре менән таныштырыу өсөн ра-йон китапханаһы етәксеһе Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллинаға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:
 Рух һаҡсылары байрамы
 
Районда 14 ауыл, 1 район, 1  балалар, 1 үҫмерҙәр китапханаһы бар. Уларҙы 23 китапханасы хеҙмәтләндерә. Бурлы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Табын ауылдарында моделле китапханалар эшләй. Район китапханаһы фондында 100 меңдән ашыу (районда – 362 мең) китап иҫәпләнә. Бында балалар, төрлө тармаҡта эшләүселәр өсөн, нәфис, белешмә әҙәбиәт, насар күреүселәр өсөн Брайль техникаһындағы -Китапханала эшләү ҙур яуаплылыҡ, киң ҡарашлы булыуҙы талап итә. Көн һайын яңы кешеләр менән осрашыу-аралашыу, яңы мәғлүмәттәр алыу, белемеңде тулыландырыу  хас был һөнәргә. Китапханасы - барыһы менән дә уртаҡ тел таба белерлек психолог та, теге йәки был китапты уҡырға кәңәш биреүсе әҙәбиәт белгесе лә, шул уҡ ваҡытта балалар һәм өлкәндәрҙе төрлө сараларға йәлеп итеүсе ойоштороусы ла. китаптарҙан тыш, 60 төрлө матбуғат баҫмаһын да уҡырға була.
 

Өсөнсө быуын халыҡ университеты саҡыра
25 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалының Ғафури районындағы бүлеге пенсия йәшенә еткән граждандарҙы (55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ирҙәрҙе) уҡытыу уҙғара.
Уҡыу йүнәлештәре: "Шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы методологияһы нигеҙҙәренә өйрәтеү” һәм "Бейергә өйрәтеү”.
Уҡыу хоҡуғы һәр дисциплина сиктәрендә бер календарь йыл эсендә бер тапҡыр бирелә. Уҡыуҙың минималь курсы 40 академик сәғәт тәшкил итә, төркөмдә 15-тән 20-гә тик-лем кеше.
Күрһәтелгән дисциплиналар буйынса уҡыу төркөмөнә индерелеү өсөн өлкән йәштәге граждандар филиал бүлегенә 1 июнгә тиклем ғариза, паспорттың һәм пенсия таныҡлығы күсермәһен алып килә.

Уңайлы ысул
25 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

Республикала бынан бер нисә йыл элек эшләй башлаған күп функциялы үҙәктәрҙә халыҡҡа 1500 дәүләт хеҙмәте күрһәтелә. Хеҙмәттәрҙең һаны даими арта бара.
2018 йылдың 17 майынан Красноусолдағы "Минең документтарым” күп функциялы үҙәгендә Рәсәй гражданы паспортын алыуға ғариза бирергә һәм әҙер паспортты алырға, шулай уҡ сит ил паспортын һәм водитель таныҡлығын алырға була. Үҙәктең етәксеһе Елена Хакимова әйтеүенсә, бының өсөн тейешле документтарҙы йыйып, ниндәй ҙә булһа офисҡа электрон сиратҡа алдан яҙылып мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әҙер документтар ошо уҡ офиста тапшырыла.
Сит ил паспорты, ғариза йәшәгән ерегеҙҙә бирелгән булһа, 1 айҙан һуң әҙер була. Рәсәй Федерацияһының "Дәүләт сере тураһындағы” законына ярашлы, дәүләт серенә ҡараған мөһим йәки йәшерен мәғлүмәттәр менән эшләү мөмкинлеге булғандарға сит ил паспортын 3 ай көтөргә тура киләсәк. Ғариза граждандың даими торған урыны буйынса бирелһә, документтар 4 айҙан әҙер була. Водитель танытмаһын иһә 15 көндә алырға мөмкин.
Ҡабул итеүгә учреждениеның рәсми сайтында (дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталында теркәлгәндән һуң) һәм үҙәктең телефондары аша алдан яҙылырға тәҡдим ителә.
Район халҡы Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2а, күп функциялы үҙәк адресы бу-йынса ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: +7(34740)2-13-21.

Сик буйынан башлана ил-дәүләт
25 мая 2018 йыл | Йәмғиәт

28 май – Сик һаҡсылары көнө
 Сик буйынан  башлана ил-дәүләт
Сик буйынан  башлана ил-дәүләт
Рәсәй – дәүләт сиге иң оҙоно булған донъялағы иң ҙур илдәрҙең береһе. Уның сиктәре дала һәм урмандар, тауҙар һәм эҫе ҡомлоҡтар, сүллектәр, йәйрәп ятҡан диңгеҙҙәр һәм йылға ярҙары буйлап үтә. Һәм беҙҙең тыныс тормошобоҙ һағында сик һаҡсылары - Ватаныбыҙҙың иң көслө һәм сыҙам һалдаттары тора. Сик буйы ғәскәрҙәрен халыҡта юҡҡа ғына "илдең ҡалҡаны” тип әйтмәйҙәр.

Семинарға саҡырабыҙ
25 мая 2018 йыл | Яңылыҡтар, Урындағы үҙидара

Эшҡыуарҙар иғтибарына!
30 майҙа 11.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында Рәсәй эшҡыуарлығы көнө айҡанлы район эшҡыуарҙары семинары була.
Конференцияға БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Ауыл хужалығы министрлығы, 3-сө район-ара һалым инспекцияһы вәкилдәре ҡунаҡ итеп саҡырылған, уларға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә була. Конференцияның көн тәртибендә – бизнес субъекттарына финанс ярҙамы, һалым льготалары һәм һалым ҡануниәтендәге һуңғы яңылыҡтар, Эшҡыуарҙар берлеге рәйесе А.Фәхретдинов һәм БР эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы Х.В.Ишмырҙиндың отчеты. Сарала балалар араһында һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, күргәҙмә ойошторола, байрам концерты, бүләкләүҙәр була.
Райондың барлыҡ эшҡыуарҙары саҡырыла.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16