Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар
25 мая 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар 
Йәш эшҡыуар Дамир Ҡунафин Красноусолда йәшәй. Һамар  архитектура-төҙөлөш университетын тамамлаған, өсөнсө йыл инде "Проект-смета төркөмө” предприятиеһы директоры вазифаһын башҡара. Бер үк ваҡытта  эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә лә - башта үҙен сауҙала һынап ҡарай, "Карапуз” балалар тауарҙары магазины асып, бер аҙ эшләп ала. Әммә был өлкәлә конкуренцияның ҙур булыуын аңлаған эшҡыуар төҙөлөш менән шөғөлләнә башлай һәм бөгөн районыбыҙ ойошма-предприятиеларын төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара.  

Булдыҡлыға уңыш юлдаш
25 мая 2018 йыл | Ауыл хужалығы

 Булдыҡлыға уңыш юлдаш
Эшҡыуарлыҡ йылдан-йыл нығыраҡ үҫеш ала – шуныһы ҡыуаныслы. Теләге булған, ҡулынан килгән кеше, әйҙә, үҙ аллы эшләһен, етеш тормошта йәшәһен – бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырылған. Хәҙерге заманда ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайынса йүнсел булыу, маҡсатыңа өлгәшеү өсөн тәүәккәллек, ышаныслы аҙымдар менән алға барыу зарур, һәләтеңә, мөмкинлегеңә ҡарап дөрөҫ йүнәлеш алыу ҙа мөһим.


Һабантуйға әҙерлек
25 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

=Район хакимиәтендә
Район хакимиәте яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан 2018 йылдың 10 июнендә халыҡ байрамы – һабантуй уҙғарыу хаҡында ҡарар ҡабул итте.
Байрамды уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланған, ойоштороу комитеты, эшсе комиссия төҙөлгән.
Ауыл хужалығы бүлегенә, агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәренә хужалыҡтарҙың ҡышҡы һәм яҙғы баҫыу эштәре осорондағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү йөкмәтелә.
Ҡарарҙа яуаплы кешеләргә һәүәҫкәр һәм профессио-наль артистарҙың сығыштарын, спорт ярыштары, халыҡ
уйындары, төрлө конкурстар, сауҙа ойошторорға, байрамды матур уҙғарыу өсөн тәртип булдырырға ҡушыла.

25 май - мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау көнө
25 мая 2018 йыл | Мәғариф

 25 май - мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау көнө
Изге юлдар теләп,
хыялдарға әйҙәп,
Сыңлай бөгөн
һуңғы ҡыңғырау.

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн, хәтер – мәңгелек
22 мая 2018 йыл | Хаттар

9 Май – Еңеү көнө – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң ҙур байрамдарҙың береһе. Ошо иҫтәлекле көн алдынан обелиск-һәйкәлдәр асыла, булғандары тәртипкә килтерелә.  
Беҙҙең Бурлы ауылында ла 60-70-се йылдарҙа һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмаған яугир ауылдаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап обелиск ҡуйылғайны. Йылдар үҙенекен итте: ямғыр-ҡарҙан, ел-бурандан был һәйкәл яйлап ҡына төҫһөҙләнеп, емерелеп, йәғни ташландыҡ хәлгә килде. 9 Май байрамы алдынан, Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы уңайынан обелиск һәм уның биләмәһе яңы төҫ алды. Ул Ғәлинур Нафиҡов һәм Рәшит Хәсәнов (ауылға күсеп ҡайттылар, ҡатыны ауылдашыбыҙ) инициативаһы менән төҙөкләндерелде. Ауыл халҡының да ярҙамы тос булды: берәүҙәр финанс йәһәтенән, икенселәр буяу-төҙөлөш материалдары менән тәьмин итте, бәғзеләр обелиск биләмәһен һәм тирә-яғын тәртипкә килтереүҙә эшләне. Илдус Ситдиҡов менән Илшат Абдрахманов һәйкәлде яңыртһа, Наил Шәрипов менән Илшат Хөснөтдинов ҡоймалап алды. Хәҙрәттәр Ғаяз Харисов (таҡтаташҡа яугирҙарҙың исем-шәрифтәрен яҙҙырған) менән Фәнис Сәфиуллин транспорт менән ярҙам итте, Рәзил Зәйнуллин тракторы менән йыйылған сүп-сарҙы түкте.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, байрам  алдынан күмәк көс менән обелискыны яңыртып һәм тирә-яғын матурлап, изге эшебеҙ менән яугир-ауылдаштарыбыҙҙың рухын шатландырыуыбыҙға ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.  
Фәнисә ҒӨЗӘЙЕРОВА.
Бурлы ауылы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16