Онотолмаҫ Еңеү яҙы
22 мая 2018 йыл | Хаттар

Уҫман ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә аналған сара 6 майҙа үтте. Өмә итеп, элекке башланғыс мәктәп биләмәһе тәртипкә килтерелде, байрамса биҙәлде.
Уҡыусылар яугир олатай-бабайҙарының портреттарын тотоп, "Үлемһеҙ полк” сафында ауылдың бөтә урамдары буйлап үтте. Байтаҡ портреттарҙы (27 фотоһүрәт) Салауат ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Нәжибә апай Фәйзуллина эшләтеп алып ҡайтҡайны.
Ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт ҡуйҙы.
Ошонда уҡ 60 йыл бергә матур, татыу ғүмер иткән Фәүзиә менән Зиннәт Ямалетдиновтарға, Хәҙисә менән Хәйҙәр Шәрәфетдиновтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауы һәм бүләктәре тапшырылды. Байрам сараһын да, уға әҙерлек эштәрен дә әүҙем ауылдаштарыбыҙ Роза менән Илһам Искәндәровтар башлап йөрөнө, ойошторҙо.  
Мәрүә ҒӘҘЕЛШИНА,
ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Уҫман ауылы.


Ғилми-ғәмәли конференция үтте
22 мая 2018 йыл | Мәғариф

Табын коррекция мәктәп-интернатында "Федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә рухи-әхлаҡи, гражданлыҡ-патриотик ҡиммәттәр тәрбиәләү” темаһына конференция үтте. Уның эшендә республиканың көньяҡ зонаһы коррекция учреждениелары педагогтары һәм беҙҙең райондың ата-әсәләре ҡатнашты.
Мәктәп алдында торған иң мөһим бурыс – балаларға Тыуған ил, Ватан, тыуған төйәк, гражданин, патриот, герой, һуғыш ветераны төшөнсәләрен аңлатып, рухи традицияларҙы тергеҙеү. Гражданға илебеҙ тарихын, рухи сығанаҡтарын белеү бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙы аңлау өсөн бик мөһим.
Конференцияла Табын ауыл биләмәһе башлығы А.В.Аверьянов, район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова, Табын ауылы ветерандар советы рәйесе М.Н.Сидорова, Салауат педагогия колледжы уҡытыусыһы Р.Ф.Хәкимова, мәғариф бүлеге методисы А.Б.Басирова, көньяҡ зона коррекция мәктәптәре педагогтары сығыш яһаны.
Теоретик өлөштән һуң Бөйөк Ватан һәм Граждандар һуғышында һәләк булғандар һәйкәленә сәскәләр һалынды. Ауыл мәҙәниәт йортонда "Оҫталар ҡаласығы” йәрминкәһе үтте. Унда ауыл кешеләре төрлө аҙыҡ-түлек, балалар эшләгән оҫталыҡ әйберҙәре алып кинәнде. Шулай уҡ хеҙмәт дәресе уҡытыусылары һәм өҫтәлмә белем биреү педагогтарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.
Фәнирә ЗӘЙНЕТДИНОВА,
Табын коррекция интернат-мәктәбе директоры урынбаҫары.

Шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде
22 мая 2018 йыл | Хоҡуҡ

Былтыр ноябрҙә Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Ф. элекке танышы, ауылдашы булған ҡатынға ағас штакетник менән һуға.
Енәйәт эшен ҡарау барышында шул асыҡланды, ғәйепләнеүсе төндә эскән килеш зыян күреүсенең өйөнә килеп, янъял ҡуптара. Талашҡан ваҡытта 20 йәшлек был әҙәм штакетник алып ҡатындың ҡулына бер нисә тапҡыр һуға. Һөҙөмтәлә, зыян күреүсенең терһәк һөйәге һына.
БР Ғафури район-ара суды сығарған хөкөм ҡарарына ярашлы, гр. Ф. РФ Енәйәт Кодексының 112-се статьяһы 2-се бүлеге "з” пунктында (уҫал ниәт менән һаулыҡҡа уртаса кимәлдә зыян килтереү, РФ ЕК-һының 111-се статьяһында билдәләнгәнсә, кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырмаған һәм эҙемтәһе булмаған, әммә ҡорал сифатында файҙаланған әйберҙе ҡулланыуҙан һаулыҡҡа оҙайлы ваҡытҡа килтерелгән зыян) ҡаралғанса, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды.
Енәйәт эшен ҡарау барышында енәйәт ҡылыусы үҙ ғәйебен тулыһынса таныны һәм үкенес белдерҙе. Суд уның тикшереү менән хеҙмәттәшлеген һәм зыянды өлөшләтә ҡаплауын иҫәпкә алды. Һөҙөмтәлә, ир кешегә ҡарата 1 йылға һынау ваҡыты менән
1 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү язаһы сығарылды.
Судтың мәғлүмәт хеҙмәте.

Мөхәббәттең ғүмере сикләнмәгән
22 мая 2018 йыл | Хаттар

 Мөхәббәттең ғүмере сикләнмәгән
55 йыл бер тормош һуҡмағынан атлау әҙ ғүмер түгел. Артҡа әйләнеп ҡараһаң, йәшәлмәгән дә кеүек. Бер-береһен яратып ҡауышҡан ике йәш йөрәктең, 55 йыл буйына бер-береһен хөрмәт итеп, ҙурлап, ел-дауылдарҙан һаҡлап, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бүлешеп, балаларына, ейәндәренә, күршеләренә, ауылдаштарына үрнәк булып, бер ҡыйыҡ аҫтында парлап ғүмер итеүе – үҙе бер мөғжизәгә тиң!

Һөнәри камиллыҡҡа ынтылғанда
22 мая 2018 йыл | Мәғариф, Уңғандарыбыҙ

 Һөнәри камиллыҡҡа ынтылғанда
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының быйылғы "Йыл уҡытыусыһы” конкурсында лау-реат исеме алған яҡташыбыҙ, Сәйетбаба һылыуы Ләйсән Хәсәнова Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы мәктәбендә уҡыта.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 16