Балаларҙың йәйге ялы
22 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәтендә
2018 йылдың йәйендә балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ялын, мәшғүллеген тәьмин итеү маҡсатында Муниципаль район хакимиәте ҡарар ҡабул итте.
Ҡарарға ярашлы, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ялын, мәшғүллеген, сәләмәтләндереүҙе тәьмин итеү буйынса вәкәләтле орган тип район хакимиәтенең "Мәғариф бүлеге” МҠУ-һы (етәксеһе – З.Р.Әхтәмова) билдәләнде.   Махсус положение һәм район-ара комиссия составы раҫланды.
 Ҡарарҙа мәғариф бүлегенә (З.Р.Әхтәмова) район биләмәһендә урынлашҡан ойошмалар, учреждение, предприятиелар менән лагерҙарға, балалар шифаханаларына путевкалар алыу мәсьәләһе буйынса мәғлүмәт эше ойошторорға; "Красноусол” ял лагеры (И.А.Пестрякова) хакимиәте менән берлектә лагерҙы, дезактивация һәм дератизация саралары тамамланыуын иҫәпкә алып, ваҡытында әҙерләп, комиссия тикшереүенә ҡуйырға; белем биреү учреждениелары ҡарамағында көндөҙгө лагерҙар, хеҙмәт һәм ял лагерҙары ойошторорға; Мәҙәниәт бүлеге (Е.В.Соколова) менән берлектә йәйге каникул осоронда балаларҙың буш ваҡытын ойоштороу буйынса саралар планы төҙөп раҫларға; социаль һәм йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең йәштәр сәйәсәте секторы (А.М.Ғәзизова), бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау комиссияһы (А.Р.Уренева) менән берлектә профилле лагерҙар, тәрбиәгә ауыр бирелеүсе үҫмерҙәрҙең ялын  ойоштороуҙы планлаштырырға; ра-йон-ара мәшғүллек үҙәгенә (М.Х.Сабитов) үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн ваҡытлыса эш урындары булдырып, эшкә урынлаштырырға ҡушыла. Шулай уҡ йәйге осорҙа балаларҙың ғүмер хәүефһеҙлеген, именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле ведомстволарға тәҡдимдәр индерелә.

“Табын” килһен һәр йортҡа!
22 мая 2018 йыл | Матбуғат

=Матбуғат – 2018
2018 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу дауам итә. Подписка тамамланырға бер ай самаһы ғына ваҡыт ҡала. Шуға ла яратҡан гәзит-журналдарығыҙға яҙылып ҡуйырға онотмаһағыҙ ине, ҡәҙерле дуҫтар.
Әйткәндәй, май аҙағында, вәғәҙә ителгәнсә, матур йолаға әйләнә барған "Бәхетле авто” бүләктәре уйнатыласаҡ. Автоһәүәҫкәрҙәргә бик кәрәкле ҡорамалдар, бәлки, тап һеҙгә яҙғандыр?
Июндә иһә "Аҙна һайын бүләк” уйнатыласаҡ.   Гәзиткә яҙылып, квитанцияларын (күсермәһен) редакцияға ебәрергә, бәхетегеҙҙе һынап ҡарарға ашығығыҙ, дуҫтар.
"Табын” гәзитенә киләһе ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы - 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. "Табын”дың электрон вариантына 6 айға яҙылыу хаҡы - 522, бер айға 87 һум.

Асыҡ тыңлау була
22 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара

2018 йылдың 29 майында 11.00 сәғәттә район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының:
Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Мораҡ ауыл советы ауыл биләмәһенең Генераль планына үҙгәрештәр индереү тураһында;
Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Красноусол ауылының "Көньяҡ-көнбайыш” биҫтәһе территорияһын планлаштырыу һәм межалау проектын раҫлау тураһында  ҡарар проекттары буйынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлауға сығарылған мәсьәләләр буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр (яҙма рәүештә) ҡарар проект-тарын әҙерләү комиссияһы тарафынан түбәндәге адрес-та ҡабул ителә: Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 (204-се бүлмә). Совет ҡарарҙары проекты райондың рәсми сайтында урынлаштырылған: http://www.gafury.bashkortostan.ru/.

Яңы реалити-шоу
22 мая 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Нисек итеп өйләнергә һәм бөлмәҫкә? Ошо һәм тағы башҡа күп һорауҙарға "Туйҙың эс яғы” тигән реалити-шоуҙа яуап табырға була.
Алып барыусылар Иван Тихонов менән Елена Башкирцева ике ғашиҡ пар менән бергә Өфөнөң барлыҡ туй индустрияһының аҫтын өҫкә килтерәсәк: идеаль туйҙың күпмегә төшкәнен күрһәтәсәктәр.
Әйткәндәй, проекттың һөҙөмтәһенә тап һеҙ йоғонто яһай алаһығыҙ! БСТ каналында үҙегеҙгә оҡшаған пар өсөн тауыш бирегеҙ. Еңеүселәр бүләккә хыялындағы туй сәйәхәтен аласаҡ.

Пионерия көнөнә арналды
22 мая 2018 йыл | Мәғариф

19 майҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡыҙҙар (2006 йылғы һәм бәләкәйерәк) араһында волейбол буйынса республика ярышы үтте.
Пионерия көнөнә арналған ярышта бар командалар ҙа етеҙ, берҙәм уйнаны. Һөҙөмтәлә, 1-се урынға Мәләүез ҡалаһы, 2-сегә – Стәрлетамаҡ ҡалаһы командалары, 3-сө, 4-се урындарҙа райондың ошондай ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашҡан ике командаһы лайыҡ булды. Йәш спортсыларға алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 16