Дәүләт ярҙамы кәрәкме?
22 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

БР Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт ойошмаларынан Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә башлауы хаҡында иғлан итте.
Ғаризалар менән тейешле бөтә документтар 2018 йылдың 17 майынан 1 июненә тиклем министрлыҡтың хоҡуҡи тәьминәт, дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте бүлегендә ҡабул ителә. Документтар белем биреү учреждениеларын 2013 йылдан һуң тамамлаған, шулай уҡ һайлап алыу талаптарына яуап биргән йәш белгестәрҙән ҡабул ителә.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәргә Ғафури районы хакимиәтенә (адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2, 113-сө бүлмә) мөрәжәғәт итергә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(34740)2-21-90, 2-13-47.

Сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллығына
22 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

26 майҙа Красноусолда Рәсәй Федераль Хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар үтә.
10.00-11.00 сәғәттә – Красноусолда Хәрби дан аллеяһы алдындағы майҙанда Рәсәй Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары, запастағы яугирҙары, саҡырылған ҡунаҡтар йыйыла; 10.30 сәғ. – ветерандар парады; 11.00 – 11.45 сәғ. – тантаналы митинг, сик һаҡсылары һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар обелискыларына сәскәләр һалыу. Митинг тамамланғас, "Перевал” төркөмө концерты була.
 Артабан саралар "Йәшлек” паркында дауам итә: 12.00 – 12.50 сәғ. – төшкө аш (ялан кухняһы эшләйәсәк), 13.00 – 15.20 сәғ. – спорт ярыштары: хәрби-патриотик клубтарҙа тәрбиәләнеүселәр араһында карате-киокусинкай, көрәш, ушу-санда, гребблинг, ҡатнаш алыш, әрме ҡул һуғышы буйынса республика һәм Рәсәй  ярыштары призерҙары, иң яҡшы спортсылар ҡатнашлығында финал алыштары.
Сараны ойоштороусы – сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының "Граница” Төбәк йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе.

Һуңғы гектарҙар сәселә
22 мая 2018 йыл | Ауыл хужалығы

 Һуңғы гектарҙар сәселә
Һуңғы гектарҙар сәселә
Һуңғы гектарҙар сәселә
"ШЭ Г.М.Тахтаров” крәҫтиән хужалығында иртә яҙғы культураларҙы сәсеү аҙағына яҡынлаша: 250 гектарҙағы арпа, борсаҡ (60 га), көнбағыш (470 га) сәсеүлектәрендә эш тамамланған да инде. Культураларҙың тәүгеһен сәсеүҙе Василий Беляев башҡарған. Сәсеүҙе тамамларҙар ҙа ине, был механизаторҙың дауаханаға ятыуы сәбәпле, эштәр бер аҙға тотҡарланған.

Хакимиәт беренселегенә арналды
18 мая 2018 йыл | Спорт

Хакимиәт беренселегенә арналды8-10 майҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Еңеү көнөнә арнап, Красноусол ауыл хакимиәте беренселегенә волейбол ярыштары үтте.

Эстафета тотош районды йыйҙы
18 мая 2018 йыл | Спорт

Эстафета тотош районды йыйҙыЙылдағыса, 9 Майҙа Красноусолда Еңеү көнөнә арналған күп төрлө спорт ярыштары үтте. Улар уҡыусылар Спарта-киадаһы сиктәрендә "Звезда” гәзите призына ойошторолған еңел атлетика эстафетаһы менән башланды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 16