Башланғыстан өлкән класҡа
05 июня 2018 йыл | Хаттар

Башланғыстан өлкән класҡаБына әле генә балалар баҡсаһындағы рәхәт донъянан айырылғы килмәй генә 1-се класҡа аяҡ баҫҡан инек,  4 йыл үтеп тә киткән. Күбебеҙ һүрәт төшөрөүҙән башҡа йүнләп хәрефтәрҙе лә танымай ине бит. Ошо иң яуаплы осорҙа беҙҙе башлап белем тауы-на етәкләп алып менеүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе, күҙҙәребеҙҙе асыусы беренсе уҡытыусыларыбыҙ Альбина Геннадьевна Маркеловаға (4 "А”), Рәмилә Вилдан ҡыҙы Сиражетдиноваға (4 "Б”), Аделя Шамил ҡыҙы Морозоваға (4 "В”), Рузилә Рим ҡыҙы Суфияноваға (4 "Г”) сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Һәләтле ҡыҙ һынатмай
05 июня 2018 йыл | Мәғариф

Һәләтле ҡыҙ һынатмайКрасноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Мария Поволокина күптән түгел (11-12 майҙа) Екатеринбургта уҙған һәләтле балаларҙың "Эврика” тикшеренеү-конструкторлыҡ эштәре конкурсынан 2-се урын менән әйләнеп ҡайтты. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән 200-гә яҡын һәләтле уҡыусы ҡатнашҡан был конкурс илдең тәүге Президенты Б.Н.Ельцин исемендәге Екатеринбург Урал Федераль университеты базаһында үтте.

«Музейҙар төнө» – сағыу байрам
05 июня 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

«Музейҙар төнө» – сағыу байрамЖәлил Кейекбаевтың йорт-музейы йылдың бер төнөндә генә ишектәрен бикләмәй. Һүҙ – Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан ойошторолған «Музейҙар төнө-2018» мәҙәни акцияһы тураһында. Уның төп маҡсаты – музейҙың мөмкинлектәрен күрһәтеү, сағыу һәм үҙенсәлекле программалар менән килеүселәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе, музейға йәлеп итеү.

Ағинәйҙәр ауылға йән өрә
05 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Ағинәйҙәр ауылға йән өрәМәндем дөйөм белем биреү мәктәбе оптималләштереүгә эләгеп, башланғыс мәктәпкә әйләнгәс, күп уҡытыусылар эшһеҙ ҡалды. Йәшерәктәр балаларын уҡытыу маҡсаты менән ауылдан күсеп китте, урта йәштәгеләр хужалыҡ мәшәҡәттәренә сумды. Ауыл тынып, һүнеп ҡалды. Элек уҡытыусылар һәр байрамға концерт әҙерләп, спектаклдәр ҡуйып ауыл халҡын йыя, йәнләндерә, күңел аса ине.
Шулай 3-4 йыл һиллектән һуң, былтыр ҡатын-ҡыҙҙар советы составын яңыртып, уның рәйесе итеп дәртле, ойоштороу һәләтенә эйә уҡытыусы Гөлнара Ханнан ҡыҙы Аҡҡолова һайланғас, ауыл тағы ла йәнләнде, клуб эше лә яйға һалынды. Уға ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары ҙур ярҙам күрһәтә, төрлө сараларҙа ҡатнаша башланы.

Ағас ултырттыҡ
05 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Ағас ултырттыҡҒаилә йылы һәм ғаилә аҙналығы айҡанлы, "Ағас ултырт" акцияһы сиктәрендә Бурлы урта мәктәбенең тирә-яғына зәңгәр шыршылар ултыртыу өсөн өлгөлө ғаиләләрҙең бер нисәүһе саҡырылды. Тантаналы линейканан һуң, килгән ҡунаҡтарға йәш үҫентеләр бирелде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2