Емешле ижад теләйем!
14 июня 2018 йыл | Матбуғат

Емешле ижад теләйем!Матбуғат баҫмаларын район тормошоноң көҙгөһө, уның йылъяҙмаһын яҙыусы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ҙур яуаплылыҡ та, мәртәбә лә өҫтәгән ошо бурысты районыбыҙ гәзиттәре тиҫтә йылдар буйы арымай-талмай башҡара. Улай ғына ла түгел, ойоштороусы, әйҙәүсе, ил, төбәк, район етәкселеге менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырыусы булараҡ та дәүләт әһәмиәтендә ғәйәт ҙур эш алып бара. Баҫмаларыбыҙ – гәзит уҡыусыларҙың тоғро кәңәшсеһе һәм яҡын ярҙамсыһы ла.