Эшҡыуарлыҡҡа һәр саҡ юл асыҡ
19 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Эшҡыуарлыҡҡа һәр саҡ юл асыҡРәсәй эшҡыуарлығы көнө уңайынан районда йыл һайын эшҡыуарҙар конференцияһы уҙғарыла. Быйыл да районыбыҙ эшҡыуарҙары 30 майҙа үҙҙәренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһар өсөн мәҙәниәт һарайына йыйылды. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты  - бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау Фондының баш белгесе Р.Ғәлиев, Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса Стәрлетамаҡ 3-сө һанлы инспекцияһының урында тикшереүҙәр бүлеге белгесе Е.Чеканова, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары – иҡтисад һәм финанс буйынса Светлана Ғөбәйҙуллина, ауыл хужалығы буйынса Рөстәм Аҡбашев, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Ваҡыт көтмәй
19 июня 2018 йыл | Матбуғат

Ваҡыт көтмәйМатбуғат баҫмалары өсөн ҡыҙыу мәл: гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы осланыуға табан бара. Талбазы почтамтынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һандар бик һөйөнөслө түгел: "Табын”ға  әлегә бер мең самаһы  кеше генә яҙылған. Йәғни гәзитебеҙҙе  әле алдырып уҡыусыларҙың яртыһы ғына киләһе ярты йыллыҡҡа подписканы оҙайтҡан. Ә ҡалған яртыһы ҡайҙа?

Социаль хеҙмәткәрҙәр байрам итте
19 июня 2018 йыл | Йәмғиәт

Социаль хеҙмәткәрҙәр байрам итте7 июндә район мәҙәниәт һарайында Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантаналы сара үтте.