Бында хәҙер тик тырышып уҡырға
05 сентября 2018 йыл | Мәғариф

Бында хәҙер тик тырышып уҡырға 
Ремонттан һуң яңы төҫ алған Бурлы мәктәбе йәнә лә үҙ ишектәрен асып, 1 сентябрь - Белем көнөндә 149 уҡыусыны ҡаршы алды. Байрамса биҙәлгән залға тағы ла бер йәшкә ҙурайған уҡыусылар, уларҙың шатлығын уртаҡлашырға килгән ата-әсәләр һәм саҡырылған ҡунаҡтар оло тулҡынланыу менән инде. Сөнки быйылғы байрамға  уларҙы ҡотлар өсөн район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров үҙе килде.
Тантаналы линейканы алып барыусылар 8-се класс уҡыусыһы Алһыу Абдрахманова менән 9-сы класс уҡыусыһы Вилдан Акунаев матур шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе. Бына һүҙ мәктәп директоры Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа бирелде. Ул үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһап, бик күп эштәр башҡарылыуы тураһында әйтеп үтте. "Филиалдарға йөрөп уҡыуға ҡарамаҫтан, 11-се класты тамамлаған 7 ҡыҙ берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы. Уларҙың икәүһе мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Өс уҡыусы юғары уҡыу йортона уҡырға инде", -  тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул. Шулай уҡ  матур, сифатлы итеп башҡарылған ремонт өсөн Рәмил Зәкәриә улы Бохаровҡа, "Промышленное гражданское строительство” гражданлыҡ төҙөлөш сәнәғәте төҙөүселәренә һәм уларҙың етәксеһе Рауил Зөфәр улы Сәлиховҡа ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Артабан трибуна артына Рәмил Зәкәриә улы Бохаров саҡырылды. Ул уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе,
1-се класҡа төшәсәк 8 балаға район
хакимиәтенең бүләген тапшырҙы. Уҡыусыларға бар көстәрен уҡыуға биреп, тырышып уҡырға, ә инде уҡытыусыларға уҡыу сифатын күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәк, тип билдәләне ул үҙ сығышында.
Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов та буш ҡул менән килмәгән, мәктәпкә төшәсәк балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, яҡшы уҡыуҙарын теләне. "Урожай" крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов иһә үҙен уҡытҡан ветеран уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. 1-се класс уҡыусыларына уҡыу кәрәк-яраҡтары, ә мәктәпкә өр-яңы принтер бүләк итте.
Ветеран уҡытыусылар исеменән Вәсимә Ибраһим ҡыҙы Мөхәрмәтова, ата-әсәләр исеменән Резеда Рәфил ҡыҙы Ғәбиҙуллина һәм Әлфиә Нурулла ҡыҙы Сәлимйәнова сығыш яһаны. Улар мәктәптә ремонт эшләгән төҙөүселәргә, айырыу-са Рәмил Зәкәриә улы Бохаровҡа, Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа, уҡытыусыларға, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ниһайәт, 1-се класҡа төшәсәк 4 ҡыҙ һәм 4 малай буласаҡ класс етәкселәре Фәнзилә Асҡар ҡыҙы Биктимерова менән сәхнә түренә саҡырылды. Улар ятлаған шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр. Тәүге ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы уҡыу алдынғыһы, 10-сы класс уҡыусыһы Рамазан Шәйәхмәтов менән 1-се класс уҡыусыһы Альбина Фәттәховаға бирелде. Байрам 5-се класс уҡыусыһы Инсаф Ғәзизовтың татар бейеүе, 6-сы класс уҡыусыһы Алһыу Хәбибуллинаның таҫма менән бейеүе, башланғыс класс уҡыусыларының дәртле йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Байрам аҙағында директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова кластарҙа булған үҙгәрештәр, яңы класс етәкселәре менән таныштырып китте. Бигерәк тә 5-селә "А" һәм "Б" кластары булыуы барыһын да ҡыуандырҙы.
Белем көнөнөң икенсе өлөшө класс бүлмәләрендә дауам итте. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған Рәсәй дәрестәре үткәрелде.
Гөлфирә ИШКИНА,
Бурлы мәктәбенең башланғыс
кластар уҡытыусыһы.

Яңы китап сыҡты - “Көгөш моңдары”
05 сентября 2018 йыл | Яңылыҡтар

 Яңы китап сыҡты - “Көгөш моңдары”
Көҙ етеп, быйылғы уңыш айы ла үҙенең муллығы менән һөйөндөргән бер мәлдә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә танылыу яулаған шағирә – сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘнең 7-се китабы өлгөрөп, донъяға сағыу нурын һипте.
 
Фәүзиә Ҡотлогилдина  хаҡлы ялға сыҡҡас, 60 йәшендә генә шиғырҙар ижад итә башлай. Тәүге китабы "Күңелем ынйылары” - 2012 йылда, унан инде бер-бер артлы "Ғүмеремдең көҙгө балҡышы”, "Йәншишмәмдең селтер тауышы”, "Өләсәйҙә ҡунаҡта”, "Сәсән тауышы” китаптары нәшер ителде. 2015 йылда Интернетта барған Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге хәҙерге заманда йәшәүсе 30-ға яҡын сәсәндең әйтешен ҡалын китап итеп баҫтыра. 25 йырҙан торған дискыһы ла бар. Ул бер үк ваҡытта Родина-Ватан ауылының старостаһы һәм Ағинәйҙәр ойошмаһы, район Сәсәндәр мәктәбенең етәксеһе лә. Киләсәктә лә көҙҙәрегеҙ емешле, мул булһын, ижадығыҙ Көгөш йылғаһындай урғылып аҡһын.