Электрон белем биреү: Уҡытыуҙа яңы алымдар – заман талабы
07 сентября 2018 йыл | Мәғариф

[tКомпьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Кеше мәғлүмәтте тәү сиратта Интернеттан эҙләй. Республика Хөкүмәтендә лә электрон белем биреү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә.
Мәғлүмәт технологияларының йылдам үҫеше яңы белем биреү формаһын – электрон белем биреүҙе барлыҡҡа килтерҙе. Ра-йонда был йүнәлештә эш алып барыу өсөн түбәндәге маҡсаттар ҡуйылды. Тәүгеһе: электрон белем биреүҙең норматив-хоҡуҡи яғын булдырыу. Был йәһәттән 2013 йылдан республика белем биреү учреждениеларында электрон уҡытыу концепцияһы эшләп килә. Уның нигеҙендә районда ла ошондай концепция эшләнде. Икенсеһе: мәктәптәрҙең техник инфраструктураһын үҫтереү. Тәү сиратта был уҡытыусының эш урынын Интернетҡа тоташҡан компьютер, проектор, интерактив таҡта менән йыһазландырыу. Әлеге көндә райондың 11 урта, 7 дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 1 гимназия-интернатта 490 компьютер һәм 315 ноутбук ҡулланыла, 24 информатика кабинеты, 102 мультимедиялы класта 126 проектор, 67 интерактив таҡта, 7 интерактив уҡытыу системаһы, 11 һанлы лаборатория бар. Районда 10,2 уҡыусыға бер компьютер тура килә. 19 мәктәп Интернет селтәренә тоташҡан. Балаларҙың һаулығына һәм рухи үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡлау өсөн уларға "Интернет-Цензор” сайттарҙы фильтрлау-
сы система ҡуйылған. Йыл һайын мәктәптәрҙә "Интернет селтәрендә берҙәм хәүефһеҙлек дәресе” үтә. Яңы уҡыу йылында "Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең медиа хәүефһеҙлеге” тигән түңәрәк индерергә кәрәк.
2016 йылда район хакимиәте бүлгән 340 мең һум аҡсаға Красноусолдың 4 мәктәбе лә юғары тиҙлектәге Интернетҡа тоташтырылды. Сөнки Интернеттың тиҙлеге электрон белем биреүҙең, бигерәк тә электрон журнал тултырыуҙың төп проблемаһы. Бөгөнгө көндә Интернет селтәрендә күп төрлө медиа-контенттар табырға була. Уҡыусылар әйтеүенсә, интерактив роликтар һәм анимациялар ҡулланып үткәрелгән дәрестәр күпкә аңлайышлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ. Әгәр уҡыусы ниндәй ҙә булһа сәбәп менән дәрес ҡалдыра икән, электрон система ярҙамында үтелгән дәресте өйҙә үҙаллы үҙләштерә ала.
Өсөнсө бурыс: уҡытыу процесында электрон белем биреү ресустарын (уҡыу китаптары һәм ҡулланмалары, методик ҡулланма, күргәҙмә материалдар), шул иҫәптән электрон дәреслектәрҙе ҡулланыу. Дүртенсе бурыс: дистанцион белем биреү технологияларын киңерәк ҡулланыу. Улар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙы, спорт, уҡыу-тикшеренеү эше, ижад менән шөғөлләнгән балаларҙы уҡытҡанда, профилле әҙерлек, һәләтле балалар, аҙ комплектлы мәктәп уҡыусылары менән шөғөлләнгәндә, тәрбиәүи саралар үткәргәндә ҙур мөмкинлектәр аса. Был технологиялар ярҙамында уҡытыусылар үҙҙәре лә белемен камиллаштыра ала.
Бишенсе бурыс: белем биреү процесына мәғлүмәт системаларын индереү. Әлеге көндә районда түбәндәге мәғлүмәт системалары бар: 1. Балалар баҡсаһына электрон сират. Республикала бынан 6 йыл элек индерелгән берҙәм сират бер район-ҡаланан икенсеһенә күсеүсе ғаиләләр өсөн бигерәк тә уңайлы. 2. 2016 йылдың 1 мартынан 1-се класҡа барғанда һәм икенсе мәктәпкә күскәндә бирелә торған ғаризалар берҙәм "Белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү” системаһында теркәлә. 3. Өс йыл һуҙымында бар мәктәптәр һәм уларҙың филиалдары ла электрон журналдар менән әүҙем эшләй.  Бында тулы статис-тика һәм иҫәп күрһәткестәре асыҡ күренә, ошоғаса ҡулдан тултырылған отчеттарҙы хәҙер электрон журнал автоматик рәүештә үҙе эшләй. 4. Төбәк мәғлүмәт системаһы. Берҙәм дәүләт имтиханы һәм Төп дәүләт имтиханы дәүләт йомғаҡлау аттестацияларын үтеү ошо системала теркәлә. Имтихандарҙың һөҙөмтәләре юғары уҡыу йорттарына тапшырыла, сығарылыш класс уҡыусылары ғаризаларҙы электрон юл менән бирә ала. 5. Быйылғы йәйҙә "Республикала ял итергә һәм һаулыҡтарын нығытырға мохтаж  балаларҙың иҫәбен алыуҙың берҙәм системаһы” индерелде. 6. 1992 йылдан башлап бирелгән бар аттестаттар ҙа белем биреү документтарының федераль реестрында теркәлә. 7. Беренсе класҡа ҡабул итеү тураһындағы ғаризалар Дәүләт хеҙмәттәре порталының "Комплектование” мәғлүмәт системаһында бирелергә мөмкин.
Һәм тағы ла бер мөһим бурыс: электрон белем биреү өлкәһендә кадрҙар әҙерләү. Йыл һайын үткәрелгән мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, районда уҡытыусыларҙың 93 %-ы компьютер менән эшләй, электрон белем биреү сығанаҡтарын мәктәптәрҙең 92,3 %-ы, электрон дәреслектәрҙе 84,7 %-ы ҡуллана. Уҡыусыларҙың 22 %-ы электрон белем алыу сығанаҡтарын, 13 %-ы дәреслектәргә электрон ҡушымталарҙы тотона. Мәктәп администрациялары һәм уҡытыусылар вебинарҙарҙа, телеконференцияларҙа ҡатнаша, Lync программаһын ҡулланып, оҫталыҡ дәрестәре бирә. Педагогтар электрон дәрестәр үткәргәндә санитар норма һәм ҡағиҙәләр талаптарына ярашлы, электрон ҡоролмаларҙы ҡулланыу ваҡытын теүәл үтәргә һәм Интернетты хәүефһеҙ ҡулланыуҙы тәьмин итергә тейеш. Юғары компьютер технология-лары үҫешкән ысынбарлыҡта юғалып ҡалмай, үҙ урынын табырҙай төплө белемле балалар үҫтереү уҡытыуҙа яңы технологияларҙы ҡулланмайынса мөмкин түгеллеген бар педагогтар ҙа аңлаһын ине.
Рита СӘЙФЕТДИНОВА,
РЦПИ директоры.
humb=left]http://tabin.ru/uploads/posts/2018-09/1536314634_kssh-1-informat-karimova-7.jpg[/thumb]

Барығыҙҙы ла һайлау участкаларында көтәбеҙ!
07 сентября 2018 йыл | Сәйәсәт

Барығыҙҙы ла һайлау участкаларында көтәбеҙ!
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға һуңғы әҙерлек эштәре алып барыла. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Звереваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ-уға:
-Дөйөм алғанда һайлауға әҙерлек эштәре тамамланды, тип әйтергә була. Кисә Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев етәкселегендә селектор кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә участка һайлау комиссиялары рәйестәре, комиссия секретарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, янғын һағы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, электр селтәре, элемтә бүлеге, Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге ҡатнашты. Хәйҙәр Арыҫлан улы нимәләргә иғтибар итергә кәрәклегенә баҫым яһаны. Шулай уҡ электр энергияһы, элемтә менән өҙөклөктәр булырға тейеш түгел. Хоҡуҡ һаҡлаҡ органдарына иһә именлекте тәьмин итеү бурысы тора. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә тауыш бирергә килеүселәрҙең һаулыҡ торошо өсөн
яуаплы. Участка һайлау комиссияһы рәйестәре, уларҙың секретарҙары өсөн бынан алда бер нисә тапҡыр уҡыуҙар уҙғарылды. Кисәге селекторҙа уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡабаттан иҫкә төшөрөп үттек.
- Римма Ишмырҙа ҡыҙы, башҡа әҙерлек эштәре нисек тора?
- Райондағы барлыҡ 47 һайлау участкаһы ла әҙер. Һәр бина янғын күҙәтеү хеҙмәткәре тарафынан тикшерелде, электр һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре үҙ линияларының төҙөклөгөн ҡарап сыҡты. Бөгөн участка һайлау комиссияларына бюллетендәр таратабыҙ. Һәр участкала бюллетендәрҙе һәм документтарҙы  һаҡлау өсөн тимер сейф, йә булмаһа тимер шкафтар бар. Унан килеп, бюллетендәр ҡайтарылғандан һуң һәр участкала хоҡуҡ һаҡлау органдары дежурҙа торасаҡ.
- Һайлаусылар менән әле эш алып барыламы, уларҙың барыһы ла ҡайҙа тауыш бирәсәген беләме?
- Һайлаусыларҙың барыһына ла тип әйтерлек һайлауға килеүгә саҡырыу ҡағыҙҙары таратып сыҡтыҡ. Ә кемдәр
тауыш биреү көнөндә йәшәгән урынынан ситтә була икән, улар 5 сентябрҙән башлап 8 сентябрҙә 14.00 сәғәткә тиклем үҙенең теркәлгән урынында махсус ғариза яҙа ала. Шуға ла был йәһәттән ҡайғыраһы түгел. Район дауаханаһында ятыусылар өсөн 1664-се һайлау участкаһында (элекке социаль яҡлау бүлеге) тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. Һайлау участкалары иртәнге 08.00-дә эшләй башлай һәм 20.00 сәғәттә ябыла. 9 сентябрҙә һайлау участкаларында сауҙа нөктәләре эшләйәсәк, төрлө күңел асыу саралары һәм концерт номерҙары ҡаралған. Бынан тыш һайлау участкаларында фельдшерҙар буласаҡ (09.00-12.00 сәғәттәрҙә), ҡан баҫымын үлсәтергә мөмкин була. Шуныһын да билдәләп үтер инем, һайлауҙар демократик юлға ҡоролған.
Һәр бер участкала бер нисә партия һәм бер мандатлыларҙан күҙәтселәр эшләйәсәк. Барлығы дүрт участкала (барыһы ла Красноусолда) КОИБ ҡуйылған.
- Кемдәр өсөн тауыш бирәсәкбеҙ, шуныһын да әйтеп үтәйек әле.
- Был һайлауҙа алты партия – "Берҙәм Рәсәй”, "Ғәҙел Рәсәй”, "Йәшелдәр” Рәсәй экологтар партияһы”, КПРФ, ЛДПР һәм "Рәсәй патриоттары” партиялары ҡатнаша. Бер мандатлы округ буйынса алты кандидат дәғүә итә: Ишемғолов Әмир Минәхмәт улы, Йосопов Фәрит Ғариф улы, Рәжәпов Илдар Венер улы, Симаков Дмитрий Владимирович, Сәғиҙуллин Ильвир Ғайса улы, Шаймарҙанов Ринат Ришат улы. Ошо кандидаттар араһынан һәр кем үҙенә оҡшағанына тауыш бирә. Шуныһын да әйтеп үтер инем, тауыш биреү көнөндә ике һайлау участкаһында йәмәғәт һорау алыуы уҙғарыласаҡ. Ҡыҫҡаса бына ошолар. Һайлаусыларҙың барыһын да һайлау участкаларында көтөп ҡалабыҙ. Халыҡ өсөн элек-электән һайлау көнө үҙе ҙур байрам булды, тик комиссия ағзалары өсөн генә ныҡышмалы эш көнө. Барығыҙҙы ла 9 сентябрҙә үҙ гражданлыҡ позицияғыҙҙы үтәп, һайлау участкаларына килеүегеҙҙе һорайым, рәхим итегеҙ!
- Рәхмәт, беҙ ҙә һеҙҙең теләктәргә ҡушылып ҡалабыҙ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН әңгәмәләште.