Терроризмға ҡаршы хеҙмәттәшлек
11 сентября 2018 йыл | Йәмғиәт

 Терроризмға ҡаршы хеҙмәттәшлек
2004 йылдың 1 сен-тябрендә Төньяҡ Осетия Республикаһының Беслан ҡалаһындағы 1-се мәктәптә булған ҡот осҡос фажиғә һәр кемдең хәтерендәлер. Бесландағы 1-се мәктәпте баштан-аяҡ ҡоралланған террорсылар баҫып алып, уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе аманатҡа ала. Тап ошо матур – яңы уҡыу йылының тәүге көнө бик күп балалар, шулай уҡ өлкәндәр өсөн һуңғыһы булыр тип бер кемдең башына ла инеп сыҡмай. Һәм  бында уларға хатта саф һауа һуларға тәҙрәләрҙе асырға ла мөмкинлек бирмәйҙәр. Бесландағы был фажиғәне бөтөн ил, бөтөн
донъя хәүефләнеп, аманатҡа алыныусыларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн Аллаһы Тәғәлә ярҙамына өмөт итеп күҙәтте. Әммә тәүге атыш тауыштары яңғыраны – кеше ғүмерҙәре өҙөлдө...
Тап ошо фажиғәле көнгә ҡарата Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең асыҡ майҙансығында матәм митингыһы үтте. Унда район үҙәгенең барлыҡ мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары саҡырылды.
- Бөгөн 3 сентябрҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Ул 2004 йылдың сентябренең тәүге көндәренең береһендә Беслан ҡалаһында булған фажиғәле ваҡиғаға арнала. Террористик акт ваҡытында йөҙләгән бер ғәйепһеҙ кешенең ғүмере өҙөлдө, уларҙың күпселеге балалар ине. Бөгөн беҙ һуғыш һәм террористик акттар ваҡытында һәләк булған балаларҙы һәм өлкәндәрҙе иҫкә алабыҙ, - тине сараны алып барыусы Балалар ижады үҙәгенең педагог-ойоштороусыһы И.Васильева. Митингы асыҡ тип иғлан ителә һәм тәүге һүҙ район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте секторы мөдире Г.Мирхәйҙәроваға бирелә.
- Был  дата иҫтәлекле лә, шул уҡ ваҡытта ҡайғылы ла. Берәүҙәр өсөн ул һөйөнөслө булһа, кемдәргәлер ҡайғылы көн. Улар ғүмерҙәре буйына үҙҙәренең яҡындарын алып киткән 2004 йылғы фажиғәле көндө иҫтәренән сығармаясаҡтар. Тәүге атыу-шартлауҙар 13 сәғәт 05 минутта яңғырай, шуға ла бөгөнгө митингыны тап ошо ваҡытта башларға булдыҡ. Бесланда ла тап әлеге мәлдә митингылар үтә, кешеләр элекке 1-се мәктәп янына сәскәләр, уйынсыҡтар алып килә һәм һауаға шарҙар осора. Бындай фажиғәләр бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да ҡабатланмаһын. Баш особоҙҙа һәр ваҡыт тыныс зәңгәр күк йөҙө булһын, - тип һүҙен йомғаҡланы Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы.
Уның артынса Балалар ижады үҙәге директоры И.Шаульская һүҙ алып, тап ошондай митингыларҙың Рәсәйҙең бөтөн төбәктәрендә лә үтеүен билдәләп үтте. Ә Бесландың үҙендә кешеләр элекке 1-се мәктәп янына (хәҙер ул терроризмда һәләк булғандар мемориалы) һыу ҙа килтерә, был фажиғәле көндө тынсыу бинала кешеләр сарсағандар ҙа.
- Сентябрҙең тәүге көнөндә террористар мәктәптә 1128 кешене аманатта тота. Бында һәләк булған 330 кешенең 186-һы балалар була, иң бәләкәсенә хатта 6 ай ҙа булмаған. Ул ваҡытта телевидениеның барлыҡ каналдарынан да күрһәтелгәндәрҙе бер ни менән дә аңлатып булмай. Бөтөн ил буйынса ауыр ҡайғынан түгелгән күҙ йәштәрен диңгеҙ менән тиңләргә булыр ине. Был фажиғәле көндә Бесландың әсәләре менән миллионлаған башҡа әсәләр ҙә ҡара көйҙө.
Терроризм – ул иң ҡурҡыныс хәл. Уяу булығыҙ, террористарҙың ауына эләкмәҫ өсөн ситтәрҙең насар йоғонтоһона бирелмәгеҙ, - барлыҡ йыйылыусыларға ошондай теләктәрен еткерҙе Ирина Петровна.
"Ғаилә” ДБУ-һының Ғафури районы бүлексәһе мөдире А.Ғәзизова бындай фажиғәле хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да  берләшергә саҡырҙы.
Артабан митингыла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡулдарындағы хәтер майшәмдәрен ҡабыҙҙы. Бер минут тын ҡалып террористар ҡоллоғонда һәләк булғандарҙы хәтергә алғандан һуң, зәңгәр һауаға аҡ шарҙар осоролдо.
Индира ИШКИНА.

Йүгеректәр көнө үтте
11 сентября 2018 йыл | Спорт

Шәмбе көнө "Йәшлек” паркында Красноусолдағы 1-се мәктәп Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап Йүгеректәр көнө уҙғарҙы.
Йүгереүгә әҙерлек гимнастика менән башланды. Бында директор ҙа, уҡытыусылар ҙа, төрлө күнегеүҙәр яһап, тәндәрен йомшартып алды. Һуңынан уҡыусылар йүгереү һыҙығына баҫты. Йүгергәндән һуң, һәр кластан еңеүселәр асыҡланды. Улар мәктәп линейкаһында Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Алина ЛАТИПОВА,
5 "Б" класы уҡыусыһы.

Лайыҡлылар һайланды
11 сентября 2018 йыл | Йәмғиәт

 Лайыҡлылар һайланды
Лайыҡлылар һайланды
Район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 1666-сы һанлы һайлау участкаһында һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте.
Һайлау комиссияһы рәйесе Ирина Васильева, урынбаҫары Юлай Мәүлетҡолов, комиссия секретары Земфира Шәрипова, 9 комиссия ағзаһы өсөн һайлау көнө ныҡышмалы эш көнө булды.

Һалымыңды ваҡытында түлә
11 сентября 2018 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостанда 2017 йыл өсөн милек һалымын түләү ҡағыҙҙарын таратыу башланды. Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сайтында Шәхси кабинеты булғандарға ул электрон рәүештә ебәрелә. Ҡалғандарға йәшәгән адрестары буйынса почта аша 1 ноябргә тиклем киләсәк.
Ғәҙәттәгесә түләү өсөн квитанциялар һалым ҡағыҙҙары менән бергә ебәрелә. Әгәр ҙә эш биреүсе ойошма йәки шәхси эшҡыуар һалым инспекцияһына эшсенең НДФЛ тотолмаған килемен күрһәткән осраҡта ҡайһы бер граждандарға физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләү өсөн ҡағыҙҙар ҙа килә.
Түләүҙәрҙе банкта, почтала, түләү терминалдары, Шәхси кабинет аша онлайн режимда йәки Федераль һалым хеҙмәте сайтында (www.nalog.ru) башҡарырға була.
Башҡортостанда өсөнсө йыл инде физик шәхестәрҙең милек һалымы милектең кадастр хаҡы (ер һалымы 2006 йылдан уҡ) буйынса иҫәпләнә. Һалымды 2018 йылдың 3 декабренә тиклем түләргә кәрәк.

Дарыухана асылды
11 сентября 2018 йыл | Хаттар

Шатлыҡлы хәбәр
Беҙҙең Сәйетбаба ауылы халҡы бер нисә йыл аптекаһыҙ йонсоно. Күптән түгел Ҡауарҙы ауылы эшҡыуары Рәмзиә Рәшит ҡыҙы Әбелғужина ауылда дарыухана асып ебәрҙе. Уның мөдире булып Регина Шәйәхмәтова эш башланы.
Булдыҡлы эшҡыуарға ауыл халҡының рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, эшендә уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Көмөшбикә РАХМАНҒОЛОВА.
Сәйетбаба ауылы.