Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
14 сентября 2018 йыл | Йәмғиәт

Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Яҡташтарҙың осрашҡан сағы
Ғаилә йылы сиктәрендә ауылдарҙа уңған, өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау, милли йолаларҙы тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу, ситтә йәшәгән туғандарҙы бергә йыйыу ниәтендә һәр төрлө саралар - ғаиләләр ярышы, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары уҙғарыла.
Әллә ни ҙур булмаһа ла, берҙәмлеге, тырышлығы менән эргә-тирә ауылдарға өлгө булырлыҡ Бәләкәй Үтәш (Бәрлеүәҫ) ауылы ла йәшелсә-емеш өлгөргән, бесән сабылып ташылып бөткән мәлдә ауылдаштарын  бергә йыйҙы.
Уларҙы ҡотларға теләгәндәй, көнө лә ҡояшлы булды. Байрам булырын ишетеп алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайтҡан ауылдаштар Бәрлеүәҫтең тирә-яғын күреп һоҡланды. Эйе, етди әҙерләнгәндәр байрамға. Урамдар төҙөкләндерелгән, йорт-ҡура тирәләре тәртипкә килтерелгән, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнованың хәстәрлеге менән юлдарға ҡом-таш түшәлгән.
Абруйлы ауылдаштарын икмәк-тоҙ менән хөрмәтләп ҡаршы алдылар. Уларҙы бер нисә йорт алдында әҙерләнгән, мул һыйҙан эйелеп торған өҫтәлдәр һәм тамаша көтә ине. Беренсе туҡталыш Фәүриә һәм Камил Сәйғафаровтар йорто алдында булды. Улар туғандары менән бергәләшеп "Бәпес туйы” йолаһын күрһәтте. Һоҡланғыс тамаша ине был. Айгөл һәм Миңнияр Ғәбдиевтар ҙа мул табын әҙерләгән. "Туй килә, туй!” тип ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде һәм ошо мәл тырантас егелгән, ҡыңғырауҙар тағылған ат күренде. Ә тырантаста парлашып Ғәбдиевтарҙың оло ағалары Нурмөхәмәт менән еңгәләре Клара, эргәләрендә еңгә-һеңлеләре ултыра ине. Уларҙың иңде-иңгә терәп бергә йәшәүҙәренә 45 йыл тулған икән. Йырлап-бейеп юбилярҙарҙы ҡаршылағас ҡунаҡтарҙы һый-ниғмәттән ауыҙ итергә саҡырҙылар. Рәйес Рахманғолов ағайҙың йорт алдына күргәҙмәгә ҡуйылғандай картиналар эленгәйне. Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ картиналарҙы Рәйес ағайҙың Өфөлә йәшәүсе энеләре Раян менән Рәфис эшләгән.
- Бала саҡтан уҡ һүрәт төшөрөү менән мауығам, минән күреп, ана, ағайымдың улы Рәфис тә өйрәнде,- ти Раян ағай. Әллә ҡайҙан үҙенә тартып, ауыл урамына үҙенсәлекле йәм биреп торған картиналар эргәһенән китәһе лә килмәй ине.
Бына ауылдың ағинәйе Зәбиҙә апай Рафиҡова йорто ҡунаҡ ҡаршылай. Уның тырыш, егәрле балаларын ауылда ғына түгел, тирә-яҡта ла беләләр һәм хөрмәт итәләр. Ә ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлфиә Рафиҡованы белмәгән кеше юҡтыр.
Дамира менән Рәжәп Арыҫлановтарҙың өҫтәлендә ниндәй генә ризыҡ юҡ ине. Улар ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Баҡсалары һәр саҡ тәрбиәле. Уңғанлыҡтары менән ауылдаштары араһында күптәр абруй яулаған парҙар.
Миңлейәр Арыҫланов әҙерләгән һый ҙа ауылдаштар күңеленә хуш килде.
Мәйсәрә менән Әүхәт Шафиҡовтарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл булып киткән. Ошо уңайҙан уларҙың балалары өҫтәл һәм матур тамаша әҙерләгән. Рәйлә һәм Наил Мөхәмәтйәновтарҙың бөтә туғандары ла ҡайтҡан. Улар ысын артистар кеүек оҫта итеп "Аулаҡ өй” йолаһын сәхнәләштерҙе, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, ололарҙың күңел ҡылдарынан сиртеп, йәшлектәренә алып ҡайтты.
Фәүзиә менән Фиҙаил Иҫәнғәлиндар күпләп умарта тота. Байрамда улар бал айыртып күрһәтте, баллап сәй эсергә саҡырҙы. Фидаил Иҫәнғәлин һәм алда телгә алып киткән йорт хужалары хаҡында гәзит биттәрен тултырып әллә күпме йылы һүҙҙәр яҙырға мөмкин булыр ине.
Бәрлеүәҫтәр әллә ҡайҙан ярҙам өмөт итмәйенсә бергәләшеп аҡса йыйып (һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ауылдаштары иҫтәлегенә арнап үҙ ҡулдары менән обелиск төҙөгән.
Байрамдың икенсе өлөшөндә ошо обелискыны асыу тантанаһы булды. Үзбәк ауылы имамы Илфат  Ғәлин яугирҙар рухына Ҡөрьән аяттары уҡып фатиха биргәндән һуң тәүге һүҙ Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәноваға бирелде. Ул обелиск төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан ауыл халҡына ҙур рәхмәт белдерҙе.
- Үткәнебеҙ онотолорға тейеш түгел, -тине ул. Үзбәк мәктәбе уҡыусылары шиғыр һөйләп сараға йәм бирҙе. Тантананы Әлфиә Рафиҡова менән Люциә Яхина (Рахманғолова, сценарий авторы) алып барҙы. Яугирҙар исемлеге яҙылған таҡтаташты ауыл аҡһаҡалдары Рәйес Рахманғолов менән Әүхәт Шафиҡов асты, обелиск сәскә гөлләмәләренә күмелде.
Был өлөш тамамланғандан һуң халыҡ ауыл ситенә ағылды. Байрамдың икенсе өлөшө ошонда үтте. Күптәр сәхнә тирәһенә йыйылды, волейбол, арҡан тартыш һәм башҡа спорт уйындарын тамаша ҡылыусылар ҙа байтаҡ ине. Бер ситтәрәк тирмә ҡоролоп, унда Рима Рафиҡова менән Менәүәрә Сәйғафарова аш-һыу әҙерләп, теләгәндәргә барып тамаҡ ялғап алырға ла мөмкин ине. Сәхнәләге тамашаны Айҙар Рафиҡов менән Гөлфиә Рафиҡова мауыҡтырғыс итеп алып барҙы. Нурғәле Ғәбдиев, Фәнзил Ғәлин, Камил Сәйғафаров, Сабир Рафиҡовтың йырҙары, Азамат Итекәевтың ҡурай моңдары, шулай  уҡ Гөлфиә менән Айҙар Рафиҡовтың йырҙары һәм башҡа ауылдаштарҙың сығыштары байрамдың йәмен арттырҙы. Әлиә Сәйғафарованың бейеүе лә күңелдәргә хуш килде. Ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы сәхнәгә күтәрелеп, ошо сараны ойоштороуҙа һәм уға әҙерлек барышында әүҙемлек күрһәткән Нәзир Шәрипов, Марс Рафиҡов, Айҙар Мөхәмәтйәнов, Айгөл Ғәбдиева, Әлфиә Рафиҡоваға район хакимиәтенең  һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Бәрлеүәҫтәрҙе байрам айҡанлы район Советы депутаты Рәмзиә Юлмөхәмәтова тәбрикләне. Шағирә Әлиә Рәхимова (Мөхәмәтйәнова) ауыл тарихы хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, туғандары менән бергәләшеп үҙе яҙған йырҙы башҡарҙылар. Таһир Рафиҡов байрам менән ҡотлап ҡына ҡалманы, ауылдаштарына бүләктәрен дә таратты. Ул үҙе ситтә йәшәп тыуған ауылында атай нигеҙенә яңы йорт һалған. Урам тирәһе лә төҙөк, тәрбиәле булып, ауылдың матурлығын арттыра. Ауыл старостаһы Нәзир Шәрипов менән ауыл Советы депутаты Марс Рафиҡовтың да әйтер һүҙҙәре бар ине. Улар ауылдаштарына рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе.
Сара һуңында номинацияла еңеүселәр бүләкләнде. Шулай итеп, "Иң матур йорт” номинацияһында Фәрзәнә һәм Нәзир Шәриповтар, Айгөл һәм Миңнияр Ғәбдиевтар, Рима һәм Марс Рафиҡовтар еңеүсе булды. Ауылда күпләп мал аҫраусылар араһында Лида һәм Миңлебай Рафиҡов, Әлфиә һәм Әфҡәт Сәйғафаровтар айырым билдәләнде. "Иң матур сәскәлек” тип Дамира менән Рәжәп, Зөбәржәт менән Таһир Рафиҡовтарҙың баҡсаһы күрһәтелде. Рәйлә һәм Наил Мөхәмәтйәновтар – "Иң күп умарта тотоусы”, Мәйсәрә менән Әүхәт Шафиҡов, Фатима һәм Рәйес Рахманғолов, Клара һәм Нурмөхәмәт Ғәбдиев, Рәйлә һәм Миҙхәт Рафиҡов – "Өлгөлө ғаилә”, Зәбиҙә Рафиҡова – "Дингә әйҙәүсе”, Ирина һәм Дамир Рафиҡов – "Музыкаль ғаилә”, Миңлебикә Мөхәмәтйәнова – "Иң тырыш хужабикә”, Зөфәр Ғәбдиев – "Тыуған ауылға бирелгәнлек” номинацияларында бүләкләнделәр. Шулай итеп, бәләкәй генә ауыл халҡы ҙур ауылдарҙың ҡулынан килмәҫлек бик ҙур, әһәмиәтле, фәһемле матур байрам үткәрҙе. Бәрлеүәҫ халҡы үҙенең берҙәмлеген күрһәтте. Алған тәьҫораттар күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр әле. Ауыл халҡы үҙ шәжәрәләрен төҙөп, әҙерләп биргән һәүәҫкәр тарихсы Һаҙый Юлмөхәмәтовҡа ла ҙур рәхмәтле.
Фәрғәт ҒӘЛИН.

Урмансы - халыҡ байлығын һаҡлаусы
14 сентября 2018 йыл | Йәмғиәт

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан БР "Урмансылыҡтар идаралығы” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Ғафури урмансылығы буйынса "Ғафури урмансылығы” бүлеге начальнигы Әнәс Әхәт улы СӘЙФУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - уға:
-Предприятиебыҙҙың атамаһы нисек кенә үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, эшмәкәрлегебеҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Урмандарҙы контролдә тотоу, күҙәтеү, идаралыҡ итеү беҙҙең төп эшмәкәрлек булып тора. Атап әйткәндә, урмандарҙы һаҡлайбыҙ, физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә ҡуртымға биреү менән шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең эшмәкәрлеккә диләнкә алыуға, урман участкаларын бүлеп биреүгә (сабынлыҡ, умарталыҡ ҡуйыу, турбаза урынлаштырыу өсөн һ.б.) рөхсәт, белешмә һәм башҡа документтар әҙерләп биреү инә. Район биләмәһендәге дәүләт урман фонды ерҙәрендә, мәҫәлән, бер нисә туристик фирма ("Артыш”, "Ҡуйлытамаҡ”, "МП-строй”, "Агролэнд” хужалығы турбазалары һ.б.), әллә күпме умартасы үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Ғөмүмән, 100-ҙән ашыу арендасы иҫәпләнә. Урмандан ҡуртымға ер алып, үҙ эшмәкәрлеген асырға теләүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ.
Әлеге мәлдә штатта 8 кеше иҫәпләнә. Йылдың-йылы эшмәкәрлегебеҙ өсөн пландар еткерелә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан планға ярашлы, 130 саҡрымда янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырылды, план буйынса 10 ял итеү урындары (беседкалар, эскәмйәләр ҡуйыу) төҙөкләндерелергә
тейеш булһа, ул арттырып үтәлеп, 21 дана тәшкил итте,  урман янғындарын иҫкәртеү буйынса аншлагтар 15 урынына 35 урынлаштырылды, 83 гектар майҙанда йәш үҫентеләр үҫеше өсөн ҡарт ағастарҙы киҫеү - 86 процентҡа, 50 гектарҙа ағастарҙы һирәгәйтеү эштәре  - 71 процентҡа, 50 гектар майҙанда ағастарҙы киҫеп урман аша һыҙат булдырыу 80 процент тирәһенә үтәлде.
Урман хужалығындағы яңылыҡтарҙан яңы урман хужалығы регламенты ҡабул ителеүен билдәләп үтергә кәрәк. Был йәһәттән районыбыҙҙа урмандарҙың урынлашыу картаһы төҙөлдө. Йыл аҙағына  өс районға (Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ) тәғәйенләнгән бер урмансылыҡ эшмәкәрлегендә юғары технологияға эйә ҡеүәтле сит ил техникаһы (хаҡы – 30 миллион һум) ҡайтарылыуы көтөлә. Киләһе йылға иһә штаттар, эш хаҡтары артыуы күҙаллана.
Коллективҡа килгәндә, ул ҙур булмаһа ла ышаныслы, тотороҡло, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән хеҙмәткәрҙәрҙән тора, һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһе, атап әйткәндә, урмандарҙы һаҡлау буйынса инженер Әмир Ғәли улы Сәйғафаров, Табын һәм Усолка урмансылыҡтарының участка лесничийҙары Рәүеф Лотфрахман улы Йәнмырҙин менән Николай Михайлович Алексеев Маҡтау грамоталарына тәҡдим ителде.  
Форсаттан файҙаланып, районда урман ресурстарын рациональ файҙаланыуға булышлыҡ итеүсе һәм йәшел байлығыбыҙҙы тулыландырыуҙа арымай-талмай эшләүсе барлыҡ урман эшсәндәрен, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ - Урман эшсәндәре көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, халыҡ байлығы булған урмандарҙы һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа уңыштар, урмандарыбыҙҙың мәңге шаулап тороуын  теләйем.
Индира ИШКИНА
яҙып алды.Урмансы - халыҡ байлығын һаҡлаусы

Сифат һәм юғары уңыш өсөн
14 сентября 2018 йыл | Ауыл хужалығы

Райондың башҡа хужалыҡтарындағы кеүек, "Восход–СТ” хужалығында ла урып йыйыу эштәре дәррәү бара, тамамланыуға яҡынлаша.Сифат һәм юғары уңыш өсөн
Сифат һәм юғары уңыш өсөн
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Руслан Зәки улы Бакиров етәкселегендәге "Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһы бынан 10 йыл элек барлыҡҡа килеп, 350 гектарҙа халыҡтың пай ерҙәрен килешеү буйынса арендаға алып үҫемлекселек (ужым бойҙайы, ярауай бойҙай, көнбағыш) йүнәлешендә эш башлай. Һөрөнтө ерҙәрҙең майҙанын арттыра барып, хәҙер 3,500 гектар майҙанды эшкәртәләр. Артабан табышлы культура – "татлы тамыр” үҫтереүҙе планға индереп, башта ул 115 гектар тәшкил итһә, бөгөнгө көнгә 1250 гектар майҙанды биләй.
Районыбыҙҙа ауыл хужалығы өлкәһендә тотороҡло эшләп килгән предприятиеларҙың береһе булып тора "Восход-СТ”. Ҙур майҙандағы ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн техниканың да ҡеүәтлеһе, замансаһы булырға тейешлеген аңлаған етәкселек 2013 йылда берәр өр-яңы иген урып йыйыу "Палессе GS-10” һәм шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу (Голландияла етештерелгән "Агрифак”) комбайндары һатып алыуға өлгәшә. Йылдың-йылы техника паркын тулыландыра барып, артабанғы йылдарҙа 4 "FENDT” иген комбайндарына эйә булалар. 2016 йыл аҙағында йәнә бер "Агрифак”, былтыр иһә ҡеүәтле "FENDT Vario-933 ” тракторы һәм шәкәр сөгөлдөрө тейәгес һатып алына.
"Татлы тамыр”ҙың гектар ҡеүәте 2013 йылдарҙа 210-220 центнер тәшкил итһә, былтыр иһә ҡулланылған заманса технологиялар һөҙөмтәһендә һәр гектарҙан 530-шар центнер уңыш йыйып алыуға өлгәшелә. Әлбиттә, етәкселектең башҡа предприятиеларға, сит илдәргә сығып тәжрибә туплауы үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Хужалыҡ етәкселеге өсөн теге йәки был культураны үҫтергәндә һан артынан ҡыуыу түгел, ә сифат һәм уңыштың юғары булыуы шарт.  Үҫтереп алынған культуралар кондициялы, бойҙай аҡһымға бай, II класлы, арпаны ла шундай уҡ кондицияға еткереүгә өлгәшелгән. Был культуралар, шулай уҡ һоло, борсаҡ та фураж түгел, ә аҙыҡ-түлек (продовольственный) төрө булып тора һәм сифатлы килеш етештереүселәргә оҙатыла. Был культуралар һәр гектарҙан уртаса 45 центнер уңыш биргән.
2014 йылда республика буйынса иң беренселәрҙән булып төшөмлө - аҡ әсе борсаҡ (люпин) ҡуҙаҡлы культураһын үҙҙәрендә һынап ҡарағандар. Һәм яңылышмағандар, ул ҡошсолоҡта ҡатнаш аҙыҡ өсөн бик тә туҡлыҡлы булып иҫәпләнеп, ҡатнаш аҙыҡ етештереүсе предприятие теләп һатып алған. Быйыл шулай уҡ хужалыҡта гәрсис ("Рапсодия” сорты) үҫтерелгән. Киләһе йылға йәнә яңы перс-пективалы – етен һәм рапс культураларын
сәсеп үҫтереү хаҡындағы уй-пландары менән дә уртаҡлашты хужалыҡ етәксеһе. Элекке "Родина” агрофирмаһының бар милкен ҡабул итеп алғандар һәм ҡошсолоҡто тергеҙеү буйынса ла эш алып барыла.
Ошо барлыҡ эштәр артында хужалыҡтың комбайнсы-механизаторҙарынан торған уңған коллективы тора. Бөртөклө культуралар уңышы йыйып алынып, бураларға һалынған, уртаса гектар ҡеүәте 34 центнер тирәһе тәшкил иткән. Һоло биләгән баҫыуҙың береһендә "FENDT” комбайндарында уңышты тураға урып һуғыуҙа комбайнсылар Ришат Нафиҡов, Илнур Ғәзин, яңы "Палессе”ла Мансаф Зәйнетдинов, иҫкерәгендә Рәмил Рәхмәтуллин, йәнәшәләге яланда яҫмаларға һалынғанын йыйыуҙа Радик Ҡотлозаманов менән Артур Рәхмәтуллин мәшғүл. Был майҙандарҙағы туҡ башаҡтар көслө дауыл һөҙөмтәһендә йығылғанлыҡтан, комбайнсыларға урып һуғыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әммә тәжрибәле механизаторҙар һынатмай, уларҙың тырышлығы менән урып йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша.
Хужалыҡта йәштәрҙе лә хеҙмәткә йәлеп итеү эше алдынғы ҡарашлы етәкселектең күҙ уңынан ысҡындырылмай. Ауыл хужалығы йүнәлешендә белем алған студенттар производство практикаһын үтергә бында теләп килә. Бына Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында тракторсы һөнәрен үҙләштергән студент Илнур Ғәзин практикаһында "баҫыу карабы” штурвалы артына ултырып, комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй һәм өлкән ағайҙарынан тәжрибә туплай барып, үҙен ысын ер кешеһе итеп танытып та өлгөргән. Шуға ла етәкселек техника йәнле, үҙ эшенә яуаплы, етди ҡараған егеткә техниканы ышанып тапшырған. Әйткәндәй, Илнур бер "FENDT” комбайнын ремонтлап, үҙе әҙерлек һыҙығына ҡуйған. Комбайндарҙы техник тикшереү барышында ул "Гостехнадзор”
инспекторына "имтиханын” уңышлы тапшырғайны. Колледжды уңышлы тамамлап, хужалыҡтың өлкән быуын механизаторҙарына алмашҡа киләсәк был йәш кадрға етәкселек ҙур өмөттәр бағлай. Булдыҡлы егет БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына ла тәҡдим ителгән.
Комбайн – ырҙын табағы (Родина ауылында урынлашҡан) маршруты буйынса ашлыҡ ташыуға "КамАЗ” автомашиналары йәлеп ителгән. Ағалы-энеле Рифат һәм Рим Баязитовтар, Наил Зәйнетдинов (шәхси автомашинаһында), Олег Федоров, "МТЗ-1822”-лә Евгений Савченко комбайндарҙың туҡтап тороуына юл ҡуймай.
Әлеге мәлдә хужалыҡ баҫыуҙарында һуңғы гектарҙарҙың (ҡуҙаҡлы культуралар) уңышын йыйыу менән бер рәттән киләһе йылғыһына нигеҙ һалыу буйынса эштәр ҡыҙыу төҫ алған. Ауырғазы ра-йоны сигендә, йәғни Ивановка ауылы янындағы баҫыуҙа ике сәсеү агрегаты (механизаторҙар Ғәзим Юлмөхәмәтов, ағалы-энеле Марсель менән Динис Рәхмәтуллиндар, "КамАЗ” водителе Анатолий Долин, Константин Морозов, Вячеслав Афанасьев) ужым бойҙайы ("Московская” сортлы) сәсеү менән мәшғүл. Был культура 1000 гектарҙы биләйәсәк.
Хужалыҡ механизаторҙары алдында һуңғы культура – "татлы тамыр” уңышын йыйып алыу бурысы тора. Эште нисек башлағандар, шулай сифатлы теүәлләргә яҙһын "Восход-СТ” хужалығы баҫыу эшсәндәренә.
И.ӘЛИБАЕВА.


Яҡташыбыҙға - юғары награда
14 сентября 2018 йыл | Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия
лауреаты, шағирә, яҙыусы, тәржемәсе Гөлнур Яҡупованы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Гөлнур Миҙхәт ҡыҙын юғары дәүләт наградаһы алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да илһамланып ижад итеүен теләйбеҙ!
Яҡташыбыҙға - юғары награда