Музейға сәфәр
04 декабря 2018 йыл | Мәғариф

Музейға сәфәрКөҙгө каникулдарҙың матур бер көнө. Мәктәп автобусына ултырып, Бурлы урта мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары Еҙем-Ҡаран ауылына юл тотто. Делегация етәксеһе, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлиловаға уҡыусыларҙы йыйыуы бер ҙә ауыр булманы. Бөгөнгө сара үҙенсәлекле бит: яҡташыбыҙ, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейының тыуған көнө. Музей КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһының 1965 йылдың 30 октябрь ҡарарына ярашлы һәм Октябрь Социалис-тик революцияһының 50 йыллығына әҙерлек айҡанлы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә 1970 йылдың 30 октябрендә асыла.

Еңеүселәргә - дипломдар
04 декабря 2018 йыл | Йәмғиәт

Еңеүселәргә - дипломдарРайондың урындағы үҙидара органдары һәм ойошмалары араһында запастағы граждандарҙы хәрби иҫәпкә ҡуйыу һәм ошо эште алып барыу буйынса йыл һайын үткәрелгән смотр-конкурстың һөҙөмтәләре район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.

Хаҡтар “тешләшмәне”
04 декабря 2018 йыл | Йәмғиәт

Хаҡтар “тешләшмәне”Уҙған шәмбелә, йәғни 24 ноябрҙә район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.

“Зәңгәр береттар” менән осрашыу
04 декабря 2018 йыл | Мәғариф

“Зәңгәр береттар” менән осрашыуМәктәптәрҙә уҡытыу менән бер рәттән патриотик тәрбиә биреүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Хеҙмәт сынығыуы үткән егеттәр уҡыусылар алдында сығыш яһап, фәһемле осрашыуҙар үткәрәләр. Күптән түгел "зәңгәр береттар” – Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр Красноусолдың 1-се мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары менән осрашты. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре бу-йынса урынбаҫары Ләлә Рәсим ҡыҙы Хәбибуллина был кисәне асып, сараның маҡсаты һәм саҡырылыусылар менән таныштыр-ғандан һуң, һүҙҙе уларға бирҙе.

“Хорҙар алышы” шәп үтте
04 декабря 2018 йыл | Мәғариф

“Хорҙар алышы” шәп үттеБеҙҙең мәктәп уҡыусылары араһында йыл да "Тауыш”, пат-риотик һәм башҡа йыр конкурстары үтеп тора. Уларҙа һәр класс үҙ башҡарыусыларын, уҙа барһа, төркөмләп йырлаусыларҙы тәҡдим итә. Ә бына быйыл тотош класс ҡатнашҡан бәйге ойошторорға булдыҡ һәм уны "Хорҙар алышы” итеп үткәрҙек.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2