Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыу
16 января 2019 йыл | Урындағы үҙидара

Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыуАуыл биләмәһе Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы район етәкселеге менән осрашыу һәм биләмә халҡын шәхси һорауҙар буйынса күсмә ҡабул итеү формаһында үтә. Быйыл бындай форматтағы осрашыу 12 ғинуарҙа иң ҙур башҡорт ауылы - Сәйетбабала булды. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов етәкселегендә уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов, район Советының яңы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов, районыбыҙҙың өс тиҫтәгә яҡын ойошма-учреждениелары начальниктары, белгестәренән торған мәғлүмәт төркөмө ҡатнашты.

Яуаплылар билдәләнде
15 января 2019 йыл | Урындағы үҙидара

Яуаплылар билдәләнде14 ғинуарҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие, учреждение, ойошма етәкселәре менән оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Халыҡ күңеле шиғриәттә сағыла...
15 января 2019 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Халыҡ күңеле шиғриәттә сағыла...Шиғриәт Йыһанды, йәшәйеште, кешелекте танып белеү ысулдарының, моғайын, иң шәбе. Ҡара ҡайғыла ла, һары һағышта ла шиғыр яҙырға дәрт, әмәл тапҡан көслө рухлы кешеләр йәшәй арабыҙҙа. Уларҙың ижад емештәрен халыҡ белергә тейеш. Ошо маҡсаттан "Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы тәҡдиме буйынса "Табын иле — илһам иле” исемле шиғыр бәйгеһе ике йыл һайын Табын ырыуы башҡорттары йәшәгән төбәктәрҙә үткәреләсәк.

"Барыһы ла һеҙҙең уңайлылыҡ өсөн"
15 января 2019 йыл | Йәмғиәт

"Барыһы ла һеҙҙең уңайлылыҡ өсөн"Өс йыл элек дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге асылыуы район халҡы өсөн ҙур яңылыҡ булып торҙо. Кешеләр уға баштараҡ һағайып ҡараһа ла, бер аҙҙан берҙәм тәҙрә режимында эшләүсе үҙәктең өҫтөнлөктәрен дә күрҙеләр. Ра-йон биләмәһендә булдырылған Күп функциялы үҙәк бүлексәһе граждандарға бер бинала күп төрлө хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкинлек бирә. Бындай алым хеҙмәттәрҙе ҡулланыусыларҙың әхлаҡи, матди һәм ваҡыт сығымдарын мөмкин тиклем ҡыҫҡарта һәм Күп функциялы үҙәктәрҙең популярлығы даими арта бара.

Орден үҙ хужаһын “эҙләп тапты”
15 января 2019 йыл | Йәмғиәт

Орден үҙ хужаһын “эҙләп тапты”Яңғыҙҡайын ауылынан Ғәбдрәшит (Рәшит) Абдрахман улы Исламғолов Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылдың апрелендә алына. Иң аяуһыҙ, ҡанлы һуғыштың алғы һыҙығында була яугир. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы ғәрәсәт эсендә 2 йыл йөрөргә тура килә уға. 1944 йылда ҡаты алыштарҙың береһендә яраланып, ауыр контузия алған һалдат артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тыуған яҡтарына ҡайтарыла.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5