“Әкиәттә ҡунаҡта”
04 января 2019 йыл | Мәғариф

“Әкиәттә ҡунаҡта”Әкиәт батшалығы алыҫ та, яҡын да түгел, нәҡ бала саҡ иленең эргәһендә генә. Бала саҡ иле тылсымлы, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булһа, әкиәт иле иһә иҫ китмәле матур. Унда тик әкиәттәр генә йәшәй.

Ҡурайсылар оҫта йырлаған
04 января 2019 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡурайсылар  оҫта йырлағанЭлек-электән башҡорт халыҡ йырҙарының һүҙҙәре лә, көйө лә халыҡсанлығы,  йөрәккә үтеп инер моңо, аһәңле, илаһи көскә эйә булыуы менән айырылып торған. Йырсылар араһында кем генә булмаһын, атҡаҙанған, йәиһә халыҡ артисымы - репертуарында оҙон көйлө халыҡ йырҙары булмаһа, еңел-елпе йырҙар башҡарыусы кеүек күренә. Оҙон көйҙәрҙе һәр ваҡыт ҡурайсылар оҫта башҡарыр булған.

Юбиляр хөрмәтенә турнир
04 января 2019 йыл | Спорт

Юбиляр хөрмәтенә турнир22 декабрҙә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында волейбол турниры булып үтте.  Традицияға ярашлы, ярыштар волейбол спорты ветераны Илдар Вәлиевтың 55 йәшлек юбилейына арналды. Ошо уңайҙан юбилярға тәбрик һүҙҙәре еткерелде. Турнирҙың бағыусыһы ла Илдар Мөхәмәҙи улы үҙе булды.

Үҙе лә ҡартаймай, кешене лә ҡартайтмай
04 января 2019 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙе лә ҡартаймай,  кешене лә ҡартайтмайБар донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуған. Әйтерһең дә тирә-йүн аҡлыҡтан, паклыҡтан, сафлыҡтан ғына тора. Красноусол ауылында йәшәүсе Альфира Низам ҡыҙы Әмирова ла кеше йөрәгенә үҙенең ҡыҙыҡлы ролдәре, көлкөлө йырҙары, шаян бейеүҙәре аша йылмайыу бүләк итеп, күңел күтәренкелеге бөркөп йәшәгән кеше.

Ғәмле, сәмле авторыбыҙ
04 января 2019 йыл | Матбуғат

Ғәмле, сәмле авторыбыҙ"Табын” гәзитен уҡымлыраҡ, йөкмәткеһен байыраҡ, таралыу даирәһен киңерәк итергә булышлыҡ итеүсе ауыл хәбәрселәренең күплеге менән бай гәзитебеҙ. Улар араһында арҙаҡлы ауыл хәбәрсеһе Нәжметдин Аллаяр улы Фәрхшатов исемендәге премия лауреатын билдәләү – хәбәрселәр хеҙмәтенә иң ҙур баһа.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2