Ғәҙеллек хөкөмдарҙары
11 января 2019 йыл | Хоҡуҡ

Ғәҙеллек хөкөмдарҙары12 ғинуарҙа Рәсәйҙең, шул иҫәптән районыбыҙҙың прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан уҙған йылғы эшмәкәрлектәренә байҡау яһауын һорап район прокуроры, юстиция советнигы Рөстәм Ринат улы РАЯНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Офицерҙан – фермерлыҡҡа
11 января 2019 йыл | Йәмғиәт

Офицерҙан – фермерлыҡҡаӨс тиҫтәгә яҡын йыл элек үҙенең хәрби шинелен  ябай кейемгә алыштырған запастағы капитан Николай Алексеевич Карпунин Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ташландыҡ хәлдәге Красный Октябрь ауылына килеп төпләнеп, районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып фермерҙар рәтенә баҫыусыларҙың береһе. Ул күптәр кеүек эшмәкәрлеген бәләкәйҙән: бер нисә гектар ерҙе ҡуртымға алып, йәшелсәселектән башлай. Артабан мал үрсетеүгә тотоноп китә.

Театр йылына старт бирелә
11 января 2019 йыл | Яңылыҡтар

Театр йылына старт бирелә15 ғинуарҙа 18.00 сәғәттә Район мәҙәниәт һарайында Театр йылын асыуға арналған сара үтә.

Иман яҡшылыҡҡа әйҙәй
11 января 2019 йыл | Йәмғиәт

Иман яҡшылыҡҡа әйҙәйУн быуаттан ашыу дәүерҙәй Ислам дине халҡыбыҙға рухи нигеҙ һәм йәшәү ҡануны булып хеҙмәт итә. Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә иманлы тормошҡа ҡайтыусылар, дин менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Уның хәйерле һөҙөмтәһе булып хәмер һаҙлығы – эскелектән баш тартыу, әҙәпһеҙ күренештәрҙән ситләшеү, милли йолаларға иғтибар артыуын күрһәтергә була.

Иҫке йылды оҙатҡанда
11 января 2019 йыл | Йәмғиәт

Иҫке йылды оҙатҡандаУҙып барған йылдың һуңғы көндәренең береһендә, йәғни 29 декабрҙә Красноусолдағы М.Ғафури майҙанындағы Боҙ ҡаласығында Яңы йылға арналған үҙенсәлекле сара – халыҡ байрамы үтте. Байрам красноусолдарҙы ғына түгел, районыбыҙ ауылдарынан  бик күп кешене үҙенә йыйҙы. Байрам күрергә килгән барса халыҡты район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2