Мәңгелек хәтер
Вчера, 11:13 | Йәмғиәт

Мәңгелек хәтер14 февралдә Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 30 йыллығына арнап Афған Республикаһында хеҙмәт иткән ветерандар менән «Мәңгелек хәтер» тип исемләнгән осрашыу кисәһе үтте.

Ил һаҡлаған ата-бабам Һәм һаҡлар уны балам
Вчера, 10:50 | Йәмғиәт

Ил һаҡлаған ата-бабам Һәм һаҡлар уны баламБалаларҙың ғәҙәттәре, хеҙмәткә һәм эргә-тирәләге кешеләргә мөнәсәбәте ололар үрнәгендә үҫешә. Атаһы, олатаһы, йә өлкән ағаһының яҡшы өлгөһөнән башҡа намыҫлы, көслө, ғәйрәтле ир бала тәрбиәләү мөмкин түгел. Атай булыу бик етди һәм яуаплы вазифа. Бигерәк тә ир бала өсөн атай кеше – батырлыҡ идеалы, ғәйрәтлек өлгөһө. Ошо йәшәү мәғәнәһенең төп йөкмәткеһенә тап килгән ғаиләләрҙең береһе Бәшировтар - Нәүфилә Фәиз ҡыҙы һәм Марат Зиннәт улы тураһында яҙмам.

Һөҙөмтәле идара итергә, һәр кешенең йәшәү сифатын яҡшыртырға Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов доклады (ҡыҫҡартып бирелә)
Вчера, 10:39 | Урындағы үҙидара

Һөҙөмтәле идара итергә, һәр кешенең йәшәү  сифатын яҡшыртырға Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов доклады (ҡыҫҡартып бирелә)Хөрмәтле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар!
Бөгөн беҙ 2018 йылға йомғаҡ яһайбыҙ, ҡаҙаныш һәм уңыштарыбыҙҙы барлайбыҙ, етешһеҙлектәрҙе, проблемаларҙы анализлайбыҙ һәм киләсәккә бурыстар билдәләйбеҙ. Үҙ сығышымды мин намыҫ менән эшләүселәр, етештереү тармаҡтары һәм өлкәләрен үҫтереү менән шөғәлләнеүселәр, яңы эш урындары булдырыусылар, балаларҙы уҡытыусылар, кешеләрҙе дауалаусылар, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүселәр, әүҙем тормош позицияһында тороусылар һәм тыуған район хаҡына эш итеүселәр адресына рәхмәт һүҙҙәре менән башлайым.

Туған тел – мәҙәни мираҫыбыҙ
Вчера, 09:45 | Йәмғиәт

Туған тел – мәҙәни мираҫыбыҙ«Бөтә рухи мәҙәниәттең нигеҙендә туған тел ята» тигән фекер киң билдәле һәм уның менән килешмәү мөмкин түгел. Халыҡтың быуаттар буйы туплап килгән зиһен көсө, рухи ҡиммәттәре һәм аҡылы хәтергә һалынып нәҫелдән-нәҫелгә күсә һәм уны туған тел аша ғына асып була.

“Аҡбейектән ҡалҡа аҡ томан”
19 февраля 2019 йыл | Йәмғиәт

“Аҡбейектән ҡалҡа аҡ томан”Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡытыусы-ветеран Вилдан Әйүп улы Шәриповтың "Аҡбейектән ҡалҡа аҡ томан” тип аталған сираттағы шиғырҙар китабын ҡулға алыу менән тышҡы биҙәлешенән үк һәр кемдең күңеленә яҡын тәбиғәт темаһы йәлеп итә. Шиғырҙары ла тыуған яҡ тәбиғәтен данлауға, заман ваҡиғалары тураһында уйланыуға, милләтебеҙ өсөн борсолоуға ҡоролған.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8