40 йылдан ашыу бер һуҡмаҡ буйлап
11 марта 2019 йыл | Йәмғиәт

40 йылдан ашыу  бер һуҡмаҡ буйлапБуруновка Ял һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Гүзәл Рәхим ҡыҙы Тажиева һаман да йәштәргә биргеһеҙ дәрт менән үҙ вазифаһын башҡара. 40 йылдан ашыу ғүмерен ошо эшкә бағышлаған ул. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумының клуб саралары режиссеры бүлеген тамамлап, ҡулына диплом алған.