Иртәгә бөгөнгөнән яҡшыраҡ йәшәргә ынтылырға
30 марта 2015 йыл | ---

Үтәк ауыл биләмәһе Советы депутаттарының асыҡ ултырышында ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, ошо төбәктән район Советы депутаты Рауил Ғафаров, төрлө ойошма, учреждение етәкселәре, белгестәре ҡатнашты. Төп доклад менән Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаров сығыш яһаны.
Биләмәнең төп байлығы – уның кешеләре
Үтәк ауыл биләмәһенә ҡараған 4 ауылдағы 539 йорт-хужалыҡта барлығы 1034 кеше йәшәй. Шуларҙың 400-ө пенсия йәшендә булһа, 426-һы эшкә һәләтле йәштә. 18 йәшкә тиклемгеләр ни бары - 124. Йәғни төбәктә демография проблемаһы алғы урында тора. Былтыр 7 сабый донъяға килгән булһа, 22 кеше вафат булған. Биләмәләге 4 ауылға тағы ла берәү өҫтәлеү өҫтөндә. Ҡыҙыл Ялан утарында йәшәүселәр йылдан-йыл арта бара һәм ауыл статусы алыу ихтималлығы бар. Был утарҙа сәләмәт тормош алып барыусы, тәбиғәтте үҙ иткән кешеләр йәшәй. Үҙҙәренең умарта ҡорттары продукцияһын файҙаланып, төрлө дарыуҙар, кремдар эшләп һатыуға сығаралар, дарыу үләндәре йыялар. Ағастан төрлө һындар, сувенирҙар эшләп тә һатыуға сығаралар. Ауыл биләмәһе уларға ярҙам итмәһә лә, улар үҙҙәре беҙгә ярҙам итәләр, тип билдәләне сығыш яһаусы. Мәҫәлән, 2012 йылда мәктәпкә 50 мең һумлыҡ, 2013 йылда - 15 мең, былтыр бер ни тиклем аҡсалата ярҙам күрһәткәндәр.
Биләмәлә күп балалы - 18, аҙ тәьмин ителгән - 12, имен булмаған 3 ғаилә иҫәпләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, имен булмаған ғаиләләргә даими рейдтар уҙғарыла.
Өлкән йәштәгеләр менән дә тығыҙ бәйләнештә эш итәбеҙ, тине Фәрит Радик улы. Биләмәлә ундайҙар байтаҡ. 90 йәштән уҙған - 5, 80 йәштән уҙған 100 кеше бар. Иң оло йәштәге кеше Орҡоя Бохароваға ошо көндәрҙә 97 йәш тулған. Уларға һәр саҡ иғтибар күрһәтелә.
Тармаҡҡа ярҙам кәрәк
Ауыл хужалығы йүнәлешендә  шәхси эшҡыуарҙар – "Рәжәпов”, "Кәримов”, "Ғафаров” ШП-лары эшләп килә. Шулай уҡ "Зенит”, "Сулпан” крәҫтиән хужалыҡтары, 130-сы һөнәрселек училищеһы биләмәлә эш алып бара. Малсылыҡ менән ике эшҡыуар шөғөлләнә. Рауил Ғафаров Туғай фермаһында һыйыр малдары үрсетеү эшенә тотонған. Бөгөн уның хужалығында 50 баштан ашыу һыйыр малы бар. Ул Игенселәр
ауылы халҡының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, иген культуралары үҫтерергә ниәтләнә. Руслан Рәжәпов иһә Үтәк фермаһында һыйыр малдары үрсетә. Мал ҡышлатыуға А.Кәримов менән берлектә мал аҙығы туплаһа, быйыл үҙе "МТЗ” тракторы һатып алған. Рәжәпов ҡарамағына 100 гектарҙан ашыу майҙанда сабынлыҡ, 200 гектарҙа һөрөнтө ер майҙаны бүлеп бирелгән. Уларҙың эшмәкәрлегенә бер ниндәй ҡаршылыҡ юҡ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, тине сығыш яһаусы.
Биләмәлә  яҙғы сәсеүҙе уҙғарыу ҙур проблема булып тора. Ауыл биләмәһе үҙ техникалары булған кешеләр менән һөйләшеп, ерҙәрҙе буш ятҡырмау маҡсатында шундай ҡарарға килгәндәр: Алик Арыҫланов (100 гектарҙан ашыу), Салауат Сатлыҡов менән Винер Бохаров (150 га), Азат Кәримов (250), Наил Маннанов (30), Руслан Рәжәпов (300 гектар) бергә һөйләшеп, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүгә килешкәндәр. Быйыл яҙ барлыҡ майҙандарға ла сәсеү мөмкинлеге юҡ. Яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ талап ителә. Ҡайһы бер баҫыуҙарға көҙҙән ужым культуралары булһа ла сәсеп ҡалдырыу яғын уйлашалар. Уларға "Егән” колхозынан ҡалған ауыл хужалығы техникаларын мөмкин тиклем тигеҙ итеп бүлеп бирергә тырышҡандар. Әммә эште башлап ебәреү өсөн ярҙам талап ителә.
Һыу – йәшәү сығанағы
Ауыл биләмәһе эргәһендә эшләп килгән "Шишмә” МУП-ы банкрот тип иғлан ителгәндән һуң халыҡты һыу менән тәьмин итеү ауыл хакимиәте иңендә. Һыу үткәргестәрҙең туҙыу сигенә етеүе күп ауырлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, былтыр һыу үткәргес торбаларҙы 28 урындан ремонтлағандар. Сығыш яһаусы был тәңгәлдә Зәки Мырҙағолов менән экскаваторҙа эшләүсе Нәжип Ҡотломөхәмәтовҡа рәхмәт белдерҙе. Һыу башняһын эшләтеү өсөн генә  ай һайын 12-15 мең һумлыҡ электр энергияһы тотонола. Хеҙмәтләндереүселәргә лә хеҙмәт хаҡы түләргә кәрәк. Ә ҡайһы берәүҙәр ҡулланған һыу өсөн аҡса түләргә ашыҡмай, бурыслылар байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта бер кем дә, бер көн дә һыуһыҙ торғаны юҡ,- тине биләмә башлығы.
Төҙөлөш һәм юлдар
Биләмәлә йорт һалып инергә теләүселәр өсөн ер участкалары бүленә. Былтыр Игенселәр ауылында ике ер участкаһы һатылып, биләмә кассаһына 200 мең һум аҡса кергән. Әле Туғай ауылында – 7, Игенселәрҙә  6 ер участкаһы ҡуртымға биреү өсөн, Игенселәр ауылында 2 ер участкаһы һатыу өсөн иғлан ителгән. Күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкаһы бирелә.
Урындағы әһәмиәтле, йәғни ауыл араларындағы юлдар 18 километр тәшкил итә. Юлдар насар түгел. Былтыр Үтәк ауылындағы Шишмә, Чкалов, Ишем урамдарына, Туғай ауылының Чапаев, Бишөйлө һәм яңы бүлеп бирелгән ер участкалары йүнәлешендәге юлдарға ҡырсынташ түшәлгән. Был маҡсатҡа республика бюджетынан квартал һайын бирелә килгән аҡсаларҙың 300 мең һумы йүнәлтелгән. Төҙөкләндереү эштәрен район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы атҡарып сыҡҡан. Игенселәр ауылы эргәһендәге юл буйын кәртәләүгә 100 мең һум тотонолған.
Ишембай районы Ишем ауылы эргәһендәге район сигендә Ғафури ра-йоны биләмәһе башланғанын белдергән стела урынлаштырылған. Был эште башҡарыуҙа Мөхәммәт Ғөбәйҙуллин, Илдар Баймөхәмәтов һәм ауыл старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин ҙур ярҙам күрһәткән. Ауыл биләмәһен төҙөкләндереү буйынса уҙғарылған экологик өмәләрҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан.
Биләмә эшмәкәрлеге уларға бәйле
Артабан сығыш яһаусы мәктәп тормошо хаҡында һөйләне, биләмәлә демографик хәлдең ҡатмарлы, балалар һанының аҙ булыуын билдәләне.
Мәҙәни тормошҡа килгәндә, Туғай клубы 2013 йылда газ яғыулығына тоташтырылһа, Үтәк мәҙәниәт йорто былтыр йыл аҙағында газ менән йылытыла башлаған. Был маҡсатҡа район ҡаҙнаһынан 200 мең һум аҡса бүленһә, ауыл биләмәһе 58 мең һум өҫтәгән. Проект буйынса 426 мең һум аҡса талап ителһә, байтаҡ ҡына эштәрҙе үҙҙәре башҡарып, байтаҡ аҡсаны экономиялауға өлгәшкәндәр. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл биләмәһендә төрлө саралар уҙғаралар, халыҡтың рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышалар.
Фәрит Радик улы үҙ сығышында почта бүлеге, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, янғын һүндереү посы эшмәкәрлектәренә туҡталды.
Биләмәлә эшҡыуарлыҡ та тотороҡло үҫешә. Әле төрлө тармаҡ буйынса 12 эшҡыуар эшләп килә. Былтыр Илдар Баймөхәмәтов менән Ирина Рәхмәтуллина үҙ эшен асҡан. Илдар эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы буйынса 200 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Ул металдан төрлө кәрәк-яраҡ етештерә. Былтыр шулай уҡ Рөстәм Ғиззәтуллин менән Фаяз Ҡаҙаҡҡолов йәнлек фермаһы асып, аҡ төлкөләр үрсетә башлаған. Йәш эшҡыуарҙарға Рәйес Фәйзуллин ярҙам күрһәтә. Киләсәктә йәнлек фермаһын киңәйтергә иҫәп тоталар.
Шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү талап ителә
Ауыл биләмәһендә 611 баш һыйыр малы (560), шул иҫәптән 240 баш һауын һыйыры, 759 баш һарыҡ-кәзә, 15 баш ат аҫрала.  Үтәктән Рауил Маликов, Динар Камалов, Наил Маннанов, Туғайҙан Фәнзил Рәхмәтуллин, Рим Йәрмөхәмәтов, Игенселәр ауылынан Раил Сабитов ишле мал аҫрап донъя көтәләр. Күренеүенсә, биләмәлә мал һаны әллә ни күп түгел. Ҡауарҙы, Имәндәш ауыл биләмәләрендә бер хужалыҡта ғына 15 баштан ашыу ат аҫраусылар барлығын иҫәпкә алғанда бигерәк тә. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров та үҙ сығышында әйтеп үтте. Ауылдаштарын уларҙан өлгө алырға саҡырҙы.
Аҡса булһа, башҡаһы табыла
Ауыл биләмәһенең былтырғы бюджеты 7 миллион 48 мең һум күләмендә тәшкил иткән. Шуның 3 миллион 830 мең һумы дотация булһа, 2 миллион 806 мең һумы үҙҙәренең килеме. "Газпром” йәмғиәтенә газ үткәргес торбалар һуҙылған ерҙәрҙе ҡуртымға (1 миллион 46 мең һум), ырҙын табағы биләмәһен ҡуртымға (288 мең һум) биреүҙән һәм геологтар эшмәкәрлегенән (170 мең һум) урындағы бюджетҡа байтаҡ аҡса кергән. Ҡалған аҡса ер һәм мөлкәт һатыуҙан һәм һалымдарҙан ингән. Шул аҡсаларға ауыл биләмәһе өсөн "МТЗ-82” тракторы (848 мең һум) һәм коммуналь-хужалыҡ программаһы буйынса өҫтәп аҡса түләп тағы ла бер "МТЗ” тракторы, "Нива” автомашинаһы (498 мең һум) һатып алыуға өлгәшкәндәр. Урамдарҙы яҡтыртыу өсөн 48 мең һум аҡса бүлгәндәр. Янғын һағы машинаһы, ерҙәрҙе оформить итеү өсөн, төрлө саралар уҙғарыуға ла урындағы бюджеттан аҡса бүленгән.
Сығыш яһаусы проблемаларға туҡталды. Игенселәр һәм Туғай ауылдарына һыу үткәргестәр һуҙыу, яңы бүлеп бирелгән ер участкаларына коммуникациялар уҙғарыу, Туғай ауылы эргәһендә Егән йылғаһы ярын нығытыу мәсьәләләрен хәл итеү талап ителә.
Тырышҡанда булдырып була
Артабан эшҡыуар Руслан Рәжәповҡа һүҙ бирелде. Ул Үтәк фермаһындағы хәлдәр менән таныштырҙы, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Унан һуң һүҙ алған Үтәк ауылы старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин Рәжәповтың эше көйлө генә барыуын, үҙ эшселәре менән һәйбәт мөнәсәбәт булдырыуын маҡтап телгә алды. Ауыл старостаһы һәр тармаҡҡа ентекле анализ эшләне, проблемаларҙан сығыу юлдарын тәҡдим итте. Район етәкселегенә ауылдаштарының теләк-үтенестәрен дә еткерҙе. Үҙәк район дауаханаһының лаборатория бүлегенең эш сәғәттәрен ауылдар халҡына уңайлыраҡ итеп яраҡлаштырыуҙы һораны. Ялған араҡы һатыусылар, эскелек менән мауығыусыларға ҡарата көрәште көсәйтеү, эсәр һыу өсөн ваҡытында иҫәпләшеү кеүек мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.
Туғай ауылы старостаһы Фәрит Сәғитов, Үтәк ауыл ветерандар советы рәйесе Әнүәр Арыҫланов, полицияның участка инспекторы Айҙар Әмирхановтың да ауылдаштарына әйтер һүҙе бар ине.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров үҙ сығышында ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп, элек Үтәк халҡының иң егәрле, уңған булыуын, районда тәүгеләрҙән булып газ, һыу, канализация уҙғарыуҙарын, колхоздың гөрләп эшләп тороуын, төрлө продукция етештереүҙәрен ыңғай миҫал итеп килтерҙе.
Һуңғы йылдарҙа кире күренештәрҙең артыуын, ауылда эскелеккә бирелеүселәрҙең, ялған араҡы һатыусыларҙың ишәйеүен, шул сәбәпле төп эштәрҙең тотҡарланыуын билдәләне. Тырышып эшләргә, матур йәшәргә саҡырҙы.
- Элеккене һағынып ҡына ултырмайыҡ, тырышһаҡ бөгөн дә булдырабыҙ. Бының өсөн һәр кем аҡылына килеп, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, көндән-көн яҡшыраҡ, матурыраҡ, етешерәк йәшәргә ынтылырға тейеш. Тик бының өсөн теләк һәм ныҡлы тырышлыҡ ҡына кәрәк, - тине Рәмил Зәкәриә улы.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.