Хыял ҡанаттары һынмаһын
30 марта 2013 йыл | ---

Хыял ҡанаттары һынмаһын
Хыял ҡанаттары һынмаһын1987 йыл, йәй. Баш ҡалабыҙ Өфөлә инде бер нисә йыл гөрләп-шаулап "Тальян гармун” республика фольклор байрамы үтә. Ошо осорҙа Ғафуриҙың үҙешмәкәр сәнғәте ҙур һынылыш кисереп, бынамын тигән күп кенә коллективтар байрамдың күркенә әйләнде. Үҙешмәкәрҙәр араһында иһә байтаҡ ҡына "йондоҙ”ҙар үҫеп сыҡты. Шуларҙың береһе – Үзбәк ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләп йөрөгән Юнир Ғәйнуллин. Бер юлы ра-йон һәм Үзбәк ауыл мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамблдәре составында бейергә, етмәһә, һәр саҡ солист партияларын башҡарырға ла, илленән ашыу кешене берләштергән гармунсылар ансамбле менән сығыш яһарға ла, үҙе етәкләгән мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәрен ҡурсалап йөрөтөргә лә өлгөргән Юниребеҙ бер килке "спектакль уйнарға” әүәҫләнеп алды. Сығыштарға әҙерләнгән арала бергә бейегән берәй ҡыҙҙы янына ултырта ла, уға ҡарап персонажының һүҙҙәрен һөйләй, диалогҡа еткәс: "хәҙер һин шулай тип әйт”, тип өйрәтеп ала.
"Репетициялар” сере көҙгә асылды. Юнир Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә уҡырға ингән икән.
Ул саҡтарҙан сирек быуат ғүмер үтеп тә киткән. Бөгөн Юнир Шәкүр улы Ғәйнуллин – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының төп көсөн тәшкил иткән тәжрибәле артисы, "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исемен йөрөтә. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙҙың алтын юбилейы –
уға 50 йәш тула. Ғүмеренең ир уртаһын ул тыуған яғында ҡаршылай: тап ошо айҡанлы Сибай театры беҙҙең районға гастролгә килә. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, яҡташыбыҙ менән әңгәмә ҡороп алырға булдыҡ.
- Юнир, сәнғәткә килеүегеҙ нисек башланды?
- Һаман иҫемдә: бәләкәйҙән гармун уйнарға өйрәнге килә ине. Бөгөн билдәле композитор булып танылған Рәмил ағай Ғимраниҙарға яҡын ғына йәшәнек. Ә улар ғаиләһендә ағайҙар барыһы ла гармунсы. Эй, шулар кеүек уйнағы килә! 12 йәшемә инәйем гармун алып ҡайтты. "5-се класты тик "5”-легә тамамлаһаң ғына тотонаһың!” – тип шартын да ҡуйҙы. Күнмәгән ҡайҙа! Әммә уҡыу бөткәнде көтөрлөк тәҡәт юҡ,  мәктәптән гармунымды һағынып йүгереп ҡайтам, баҡсаға кереп ултырып та тысҡылдатам, мунсала ла. Рәмил ағай нисек көй сығарырға күрһәтеп бирҙе. Йәй етеүгә 52 көйҙө апаруҡ өйрәнгәйнем. Хәҙер ҡыйыуланып, урамға уҡ сығып уйнай башланым. Күрше-күлән ялҡып та бөткәндер инде.
Аҙаҡ гармунсы тигән дан китте, бәләкәй тип тормай, клубта уйнарға, туй-ҡунаҡтарға алып китә башланылар.
Мәктәптә уҡығанда төрлө смотр-бәйгеләр йыш үтә ине бит. 8-се класта уҡығанда Рәмил ағай (ул клуб мөдире булып эшләй ине) үҙе яҙған "Көт һин мине” тигән йыр менән тәүләп сәхнәгә сығарҙы. Артабан концерттарҙа ҡатнашыу үҙенән-үҙе китте.
Әммә һәләтеңде күреп, уға йүнәлеш биргән, ҡанатландырған кешеләр осрауы ҙур бәхеттер, тим. Минең өсөн шундай иң беренсе кеше Рәмил ағай Ғимрани булды. Рәхмәт уға.
- Профессиональ сәхнәгә туп-тура барып кермәгәнһегеҙ шулай ҙа…
- Эйе. Мәктәптән һуң тоттом да Стәрлетамаҡҡа һөнәрселек училищеһына уҡырға керҙем. Уны тамамлағас, тире-күн фабрикаһында эш башланым. Әммә, бер нисә мәртәбә бармаҡты станокта ныҡ ҡына ҡыҫтырғас, уйға ҡалдым: "Бармаҡ имгәнһә, нисек гармун уйнармын?” – тим. Ауылда клубҡа мөдир кәрәккән саҡ ине, ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Бында йөҙөп йөрөп алты йыл эшләнем. Иҫләй китһәң, үҙе бер алтын дәүер булды инде ул. Колхоздар гөрләп торған саҡ, ауылда йәштәр күп. Үҙешмәкәр сәнғәт бик көслө булды беҙҙә, төрлө  концерт-спектаклдәр ҡуябыҙ. Кистәрен иһә дискотека-уйындарға күрше-тирә ауыл йәштәре генә түгел, Иҙел аръяғындағы Төкөн, Нағаҙаҡтар килеп етә. Иң мөһиме –
бер ниндәй тәртип боҙоу, һуғышыу юҡ. Йәштәр үҙҙәре тәртипте ныҡ тотто. Ә көндөҙҙәрен, клуб хеҙмәткәре тип тормайҙар, колхоз эшенә лә сығаһың. 1987 йылда клубыбыҙҙы район буйынса 1-се урынға сығарып киттем. Һабантуйҙа баян менән бүләкләнеләр.
Тап шул йылда сәнғәт институтына өҫтәмә ҡабул итеү ойоштороуҙары хаҡында гәзиттә иғлан күреп ҡалдым. Әҙерләнеп барып ҡараным. Һәм ҡабул иттеләр.
- Кемдәрҙә һәм кемдәр менән уҡынығыҙ?
- Курс етәксебеҙ Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов булды. Уҡытыусыларым – Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, Булат Батыр улы Хәйбуллин, Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина, сәхнә теленән Илшат Хәлил улы Йомағолов уҡытты. Бер бүлектә уҡыған
курсташтарым бөгөн тотош республикаға танылған кешеләр: Рәсүл Ҡарабулатов, Айгөл Ҡара-булатова, Светлана Хәкимова, Мәхмүт Нәҙершин, Гөлнара һәм Алмас Әмировтар, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләүсе Азамат Хәлилов, Физалиә менән Илһам Рәхимовтар, Фәһим Әхмәтйәнов, шулай уҡ Алмас Сәйетов ("Нефтсе” мәҙәниәт һарайы директоры), Зилә Сәйетова (Милли йәштәр театры), Гөлназ Ирсаева (радиола эшләй). Шулай итеп, 24 йәшемдә күбеһе саҡ мәктәп эскәмйәһенән сыҡҡан егет-ҡыҙҙар менән уҡып алып киттем.
Институтты тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Сибай театрына эшкә ебәрҙеләр. Унда эшләүемә 22 йыл.
- Ошо ғүмер эсендә башҡарған ролдәрегеҙгә туҡталып үтәйек әле.
- Тәүге башҡарған ролем – Илшат Йомағоловтың "Семәрле тәхет” драмаһында ғәскәр башлығы Алғыр. Бөгөнгө көнгә 60-ҡа яҡын роль ижад иткәнмен. Бер үк спектаклдә, күпмелер ваҡыт үткәс, бер нисә ролде башҡарғаным бар.
- Шулар араһында яратҡандары, күңелгә яҡыныраҡтары ла барҙыр?
- Өҙөп кенә әйтеүе лә ҡыйын. Һәр образ – ул балаң кеүек, йөрәгеңдән өҙөп сығараһың, һәр ҡайһыһы үҙенсә ҡәҙерле. Бына, мәҫәлән, В.Жеребцовтың "Вәлигәме, Ғәлигәме, кейәүгә барам әле” комедияһында кирерәк персонажды, йәнә "Бәхеткә ҡасҡандар” трагикомедияһында Иблисте башҡарам. Ошо ике образ өсөн ике йыл рәттән Сибайҙа худсовет тарафынан "Иң яҡшы актер” булып танылдым. Н.Ғәйетбайҙың "Юлдар ярҙа өҙөлә” драмаһында Айрат, Н.Гоголдең "Өйләнеү”ендә Аночкин өҫтөндә эшләү ҡыҙыҡлы булды. Аночкин өсөн 1994 йылда Республика "Театр яҙы” фестивалендә "Тамашасы һөйөүе” призы менән бүләкләнеләр.
Р.Кинйәбаевтың "Их, Байтимер дуҫ” спектаклендә Бургомистр ҡушаматлы Фәнүр, Т.Ғәниеваның "Тамарис”ындағы Ҡанбаба, Ф.Бүләковтың "Буйҙаҡтар”ында ҡурҡаҡ Ғәли, ошо уҡ авторҙың "Таштуғай”ында хулиган Фәнил – барыһы ла күңелгә яҡын.
- Ниндәй ролдәр еңелерәк бирелә?
- Комик һәм характерлы образдар өҫтөндә эшләргә яратам. Актер булараҡ уларҙа нығыраҡ асылаһың кеүек. Ә бына герой-любовник – минең амплуа түгел. Ғөмүмән, пьесаға тотонғас, ролдәрҙе режиссер бирә бит инде. Актерҙарҙың мөмкинлеген ул нығыраҡ белә. Был яҡтан театрыбыҙҙың баш режиссеры Дамир Ғәлимовҡа тулыһынса ышанабыҙ.
- Сибай театры ара алыҫлыҡҡа ҡарамай, беҙҙең районға, үтә йыш булмаһа ла, килеп тора. Һеҙҙең театрҙы республикалағы иң халыҡсан театр тип тә йөрөтәләр. Бының сере нимәлә икән?
- Репертуарҙа уйландырғыс, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле әҫәрҙәр өҫтөнлөк итә. Халыҡ йылы ҡабул иткән спектаклдәр бик оҙаҡ ҡуйылырға мөмкин. Мәҫәлән, Т.Бураҡаеваның "Китмәгеҙ, торналар” әҫәре һәр саҡ тулы зал йыйҙы, илай-илай ҡарай торғайнылар. Театрыбыҙ гастролгә күп йөрөй. Дүрт бригада, республиканың төрлө яҡтарына сығып, береһе ҡайтып, береһе китеп, туҡтауһыҙ әйләнеш яһай.
- Әле һеҙ Ғафуриға тағы бер яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәрҙең "Хыялый” пьесаһы менән киләһегеҙ. Уға ла туҡталайыҡ әле.
- Был пьеса беҙҙә 3 йыл тирәһе бара инде. Мин төп герой Ғиззәт ҡартты башҡарам. Ғүмере тимерлектә эшләп үткән алтын ҡуллы оҫта осҡос яһау хыялы менән йәшәй. Тик уның күңелен аңлаусы ғына юҡ. Барыһы ла ниндәйҙер донъяуи
мәшәҡәткә сумған. Һәм бына ауылға эшкә шәфҡәт туташы Йондоҙ килә. Фатирға Ғиззәт ҡарттарға төшөрәләр. Бабай ҡыҙҙы күргәс тә, һиҫкәнеп китә: ғүмер буйы хыялында йөрөткән кеше бына бит ул! Ҡыҙ иһә бабайҙың хыялы хаҡында белгәс, уны төрлөсә ҡеүәтләй, эшкә өндәй…
"Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡоштай. Был донъяла йәшәүебеҙ донъя ҡыуыуға ғына ҡайтып ҡалмаймы?” – Ғиззәт бабай ана шул хаҡта иҫкәртә беҙҙе.
- Районыбыҙ тамашасыһы был әҫәрҙе дәррәү килеп күрер, тип ышанабыҙ.
- Красноусолдағы спектаклгә автор Салауат Әбүзәр үҙе, ул эшләгән "Башҡортостан” гәзите вәкилдәре лә килергә вәғәҙә итте.
- Һәм был гастролдәр – һеҙҙең юбилей айҡанлы ижади отчет та булып торалыр?
- Тыуған яҡҡа һәр ҡайтыуыбыҙҙы мин ижади отчет тип ҡабул итәм. Ә быныһы – икеләтә отчет. Тыуып-үҫкән, илһам биргән төйәгем, миңә ғүмер бүләк иткән, һәр саҡ һағынып көтөп алған атай-әсәйем –
Зәкирә һәм Шәкүр Ғәйнуллиндар, туғандарым, барлыҡ яҡташтарым алдында яуап тотоу ҙа, һынау ҙа ул.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Юнир. Гастролегеҙ тулы залдарҙа, алҡыштар аҫтында үтһен. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!
Зифа ҒАЙСИНА әңгәмәләште.