Дини тәрбиә яҡшылыҡҡа илтә
29 июня 2016 йыл | ---

     Беҙҙе, Сәйетбабанан биш ҡыҙыҡай һәм бер малайҙы, Бурлы мәсетенә беренсе тапҡыр Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса ярышҡа алып барҙылар. Был сарала төрлө яҡтан биш йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Бәйге бик сәмле барҙы.
     Беренсе урындарҙы биш йәштән һигеҙ йәшкә тиклемге балалар араһынан Сәйетбабанан Айваз, туғыҙ йәштән ун ике йәшкә тиклемгеләрҙән – Ҡаранйылғанан Фирүзә, ун өс йәштән ун алты йәшкә тиклем Сәйетбабанан Аида алдылар. Бер уҡыусы ла бүләкһеҙ ҡалманы: Ҡөрьән китаптары, мосолман яулыҡтары, төрлө тәмле бүләктәр тапшырҙылар. Бөтәһенең дә күңелдәре күтәренке, саф, мөләйем булыуы ҡыуандырҙы.
     Икенсе аҙнала көтөлмәгән бүләк көткән: беҙҙе Өфө ҡалаһына алып барҙылар. Өфөнө күреп, теплоходта экскурсия яһап йөрөнөк. Унда ла беҙ Ҡөрьән аяттарын уҡыныҡ, үҙебеҙҙең һөнәрҙәребеҙҙе күрһәттек. Йәмғеһе Ғафури районынан 49 бала барҙыҡ.
     Артабан беҙҙе "Ихлас” мәсетенә алып барҙылар, унда беҙҙе тәмле итеп һыйланылар һәм һуңынан бөтәбеҙҙе лә бүләкләү көттө.
     Артабанғы беҙҙең сәйәхәт Өфөнөң күрке, республикабыҙ ғорурлығы булған Салауат Юлаев һәйкәленә барыу менән дауам итте. Бөтәбеҙ ҙә иҫтәлеккә фотоға төштөк, һәр баланың кәйефе күтәренке ине.
     Күп тә үтмәне, беҙҙе Уҫман ауылына балалар дини һабантуйына саҡырҙылар. Был сарала төрлө ярыштар үткәрелде: көрәш, йүгереү, футбол, һырғауылға менеү, велосипедта ярышыу. Кемдең теләге бар, сәхнәгә менеп йырлап-бейеп тә төштөләр. Апайым менән мин дә күңел асып сәхнәлә бейенек. Шулай уҡ беҙ Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләп, урындар, иҫтәлекле бүләктәр алдыҡ. Йүгереү буйынса Айнара – икенсе, Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса мин өсөнсө урындар яуланыҡ. Бик күңелле булды.
     Ошо сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан Рауил хәҙрәт Иваевҡа, Рәис хәҙрәткә, Ғәлиә Ғәли ҡыҙы һәм Альмира хажиәләргә, Зилә һәм Гәүһәр апайҙарыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
     Әле бына Рамаҙан айы бара. Был ай хөрмәтле, шатлыҡлы, изге Ҡөрьән китабы ингән ай. Ураҙа тотоу тәҡүәлеккә, сабырлыҡҡа, ваҡыттың, ғүмерҙең, имандың ҡәҙерен белергә өйрәтә.
     Иманлы кеше яҙыҡ юлға баҫмай, насар эштәрҙән тыйылып ҡала. Күңелендә гел яҡшылыҡ, изгелек тойғолары уяна. Бәхетле булам тиһәң, ысын мосолман булып, намаҙ уҡырға өйрәнеп, Ҡөрьән һәм сөннәт буйынса йәшәп, Аллаһты гел иҫеңдә тотоп, исламдың матурлығын сағылдырып йәшәргә насип итһен, Иншә Аллаһ.
     Күктәребеҙ аяҙ, эсәр һыуҙарыбыҙ шифалы, милләт-ара татыулыҡ, илебеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға иман, ислам динен ҡеүәтләүселәр артһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Азалия АҘНАЕВА.
Сәйетбаба ауылы.