Ғүмер берәү, икәү түгел ғүмер...
20 июня 2017 йыл | ---

Март айында барлыҡ үҙәк телеканалдар үлемгә саҡырыусы төркөмдәр тураһында һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Был осраҡлы хәл түгел, сөнки күп кешегә "sms"-тар килә башланы. Унда ата-әсәләргә ял көндәрендә балаларын бер ҡайҙа ла ебәрмәҫкә, гел күҙ уңында тоторға кәңәш ителә ине.
Миңә лә килде бындай хәбәр, әммә мин уны "сираттағы шаяртыу” тип кенә ҡабул иткән инем. Әммә беҙҙә лә ошондайыраҡ хәл булыуын ишеткәс, ҡотом осто. Беҙ шуға өйрәнгәнбеҙ шул: Мәскәү күрһәтә икән, йәнәһе лә, ул беҙгә ҡағылмай, минең балам бындай юлға мәңге бармаясаҡ, тип уйлайбыҙ. Ысынбарлыҡта иһә хәл башҡасараҡ шул. "Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә”, - тип халыҡ юҡҡа әйтмәй...
9 мартта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Яровая үлемгә саҡырыусы төркөмдәргә ҡаршы көрәш тураһында яңы проект тәҡдим итте. Ул кешене үлемгә алып барып еткереүселәргә язаны арттырыуҙы һорай. Сөнки Интернет селтәрендәге шундай үлемесле
"уйындар” арҡаһында күпме бала үҙ-үҙенә ҡул һалған. "Роспотребнадзор” ябып тора, тегеләре икенсе исем аҫтында килеп сығып тора. Билдәләүҙәренсә, меңдәрсә кеше шул төркөмдәрҙә тора.
Был төркөмдәр уйын форматында ойошторолған. Бала уйынға кереү менән кире яҡҡа һанау башлана икән. Башта балаға ребустар, башватҡыстар бирелә, ә уларҙың, ғөмүмән, сиселеше юҡ. Бала уйлай, баш вата һәм уйынға бирелә. (Унда аҡыллы, яҡшы уҡыған балаларҙы нығыраҡ йәлеп итергә тырышалар). Һуңынан үлем тураһында шиғырҙар, иншалар яҙырға ҡушыла, администраторҙар баланың бәйләнешенә ҡурҡыныс видео, фото, музыкалар ебәрә башлай. Бер нисә көн үткәс бала гел үлем тураһында уйлана башлай, тиҙәр психологтар.
Һуңғы этапта бала үҙенә төрлө йәрәхәттәр эшләй башлай. Шунан администратор бер нисә баланы һайлап ала ла, улар 4 көн эсендә (!) үҙ-үҙенә ҡул һалырға тейеш була. Таң менән уятып уға төрлө ҡурҡыныс видеолар күрһәтәләр, уның бер кемгә лә кәрәк түгеллеген "тылҡып”, үлемгә этәрәләр. Экрандың теге яғында оҫта психологтар ултыра, улар психикаһы нығынып етмәгән балаларға нимә әйтергә, нисек әйтергә - барыһын да белә.
Ни өсөн быларҙы яҙам һуң? Сөнки минең үҙемдең дә балам үҫеп килә, уның киләсәге өсөн ҡурҡам. Ата-әсәләр бер-береһен уҙҙырып балаларына смартфон, ноутбук, айфондар алып бирер алдынан әҙ генә уйланһындар ине. Хатта "Әҙер өйгә эш” сайттарында ла "уҡыу ялҡытманымы?”, "егетең (ҡыҙың) ташламанымы?” һәм башҡа шундайыраҡ йөкмәткеле яҙыуҙар килеп сығыуы мөмкин. Балаларығыҙ шунда бер генә кереп ҡараһа ла, аҙағы нимә менән бөтөрө икеле. Шуға ла "мин баламдың Интернетына аҡса һалғаным юҡ”, - тип тә тынысланмаҫҡа кәңәш итә белгестәр. Сөнки нисәмә мең кеше ултырған был төркөмдәрҙең администраторҙарына һеҙҙең балағыҙҙың ғына Интернетын оҙайтырға хәлдәренән килә бит.
Ата-әсәләр генә түгел, уҡытыусылар, йәмғиәт тә балаларҙың ғүмерен һаҡлау өҫтөндә эшләргә тейештер, тип уйлайым. Балаларыбыҙ беҙҙең киләсәгебеҙ, өмөтөбөҙ бит. Балаға бер-бер хәл булғас ҡына ғәйеплене эҙләргә кәрәкмәй. Алдан уҡ быға юл ҡуймау сараларын эҙләргә кәрәктер. "Мине балам тыңламай”, - тип ата-әсә үҙен аҡларға тейеш түгел. Бөтөнләй сит кеше – экран артында ултырған администратор балағыҙҙы тыңлата ала бит. Тимәк, уларға был ныҡ кәрәк. Ә һеҙгә, хөрмәтле ата-әсәләр, үҙегеҙҙең балағыҙ тағы ла нығыраҡ кәрәк түгелме һуң? Ғөмүмән, кешене ярҙан этеп төшөрөү өсөн башта уны яр ситенә килтереп еткерергә кәрәк бит әле. Шуға ла балаларыбыҙҙан күҙ яҙлыҡтырмай, уның холҡона иғтибар итеп йәшәйексе. Бала үҙ-үҙенә йомолмаһын, минең бер кемгә лә кәрәгем юҡ, тип уйламаһын һөйөклөләребеҙ...
Кеше ғүмере – Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән аманат, бүләк. Шуға ла уны һаҡларға, ҡәҙерләргә кәрәк. Раббыбыҙға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Әгәр кемдер үҙенә ҡул һала икән, ул мәңге тамуҡ утында янасаҡ. Шуны үҙебеҙ ҙә аңлайыҡ, балаларыбыҙға ла еткерәйек. Шайтан мәлғүн үҙе Йәннәттән мәңгегә ҡыуылған, шуға ла үҙе артынан Йәһәннәмгә күберәк кешене эйәртергә теләй, шуны онотмайыҡсы. Һәр кемдең ғүмерендә ауыр һынауҙар була, әммә түҙергә, йәшәү йәмен тоя белергә кәрәк. Дөм ҡараңғы төн артынан матур, яҡты ҡояшлы көн килә бит. Ошоларҙы балаларыбыҙға еткерә алһаҡ ине. Балаларыбыҙға ҡиммәтле уйынсыҡтар түгел, беҙҙең йылы һүҙҙәребеҙ, иркәләп-яратыуыбыҙ, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәребеҙ нығыраҡ кәрәк.
Айгөл КӘЛИМУЛЛИНА.
Красноусол ауылы.