Буруновкалар һәр саҡ актив
18 марта 2018 йыл | ---

 Буруновка халҡы һәр яҡлап та алдынғы
Буруновка ауыл биләмәһе ҙур түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бындағы халыҡ әүҙемлеге менән айырылып тора.1708-се һайлау участкаһына халыҡ күпләп һайлауға килә.
-Беҙҙәге халыҡ бер һайлауҙан да ҡалмай, һәр саҡ актив ҡатнаша, һайлау ғәҙел бара, КПРФ партияһынан, Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе, шулай уҡ Йәмәғәт палатаһынан күҙәтселәр бар,- ти ауыл биләмәһе башлығы Марат Рәхмәтуллин.
11.00 сәғәткә 380-дән ашыу һайлаусының 150-нән ашыуы тауыш биреп өлгөрҙө лә инде. Һайлауға ғаиләләре менән, ейән-ейәнсәрҙәрен иэйәртеп килеүселәр ҙә бар.
Ринат КӘЙҮМОВ.