Спорт – уның йәшәү рәүеше
10 августа 2013 йыл | ---

Шамил Шакир улы Хәкимов (һүрәттә)  Красноусолдағы 1-се урта мәктәпкә бынан 2 йыл элек Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының информатика-математика факультетын тамамлап, эшкә ҡайтҡайны. Спортты үҙ иткән, уны йәшәү рәүешенә әүерелдергән, сәләмәт йәшәүҙе маҡсат итеп алған егет туған мәктәбендә  төп һөнәре буйынса түгел, ә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
Академияла уҡыған сағында Шамил спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлай һәм һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй. Йәйге биатлон, полиатлон, еңел атлетика, саңғыла уҙыштарҙа академия данын яҡлап сығыш яһаған спортсы тора-бара ҡала, республика, Рәсәй йыйылма командалары составында төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Бына шунан бирле ул спорттан айырылғаны юҡ. Мәктәптә балаларға физик тәрбиә биреүҙән тыш, саңғы, еңел атлетика буйынса секцияның тренеры ла булып тора. Быйылғы йыл уның тәрбиәләнеүселәре өсөн айырыуса уңышлы булды. Республика мәктәптәре уҡыусылары спартакиадаһында Шамил Шакир улы тәрбиәләгән йүгеректәр зона ярыштарында беренселекте яулап, финалға сыға һәм республика бәйгеһендә 3-сө урын яулайҙар. Ә саңғысы егеттәр командаһы 10-сы урынға лайыҡ була. Бер минут тик торорға күнекмәгән, әүҙем, йылғыр спортсы үҙе лә шәхсән йәйге биатлон, еңел атлетика һ.б. спорт төрҙәрендә республика, Рәсәй бәйгеләрендә ҡатнашып, юғары үрҙәр яулай. Был хаҡта иҫәпһеҙ-һанһыҙ кубок-миҙалдар һөйләй.
Физкультурниктар көнө менән ҡотлап, йәш спортсыларҙы тәрбиәләүсе уҡытыусы-тренер Шамил Хәкимовҡа эшендә уңыштар, тәрбиәләнеүселәренең яңынан-яңы үрҙәр яулауын, ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.
И.АЙҘАРОВА.