Артылғанда ижад үрҙәрен...
30 ноября 2013 йыл | ---

Артылғанда ижад үрҙәрен...Бурлы урта мәктәбенә Вәсимә Ибраһим ҡыҙы Өфө китапхана техникумын тамамлағас килде. Мәктәп китапханаһында эшләү менән бер рәттән татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙы. Тырыш, ныҡышмал, алдына  ҙур  маҡсаттар ҡуйып, шул маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла ҡаушап ҡалмай торған Вәсимә Ибраһим ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә.
Тәбиғәт тарафынан бирелгән тел байлығы, кәрәк саҡта уңышлы ҡулланыла торған еңел юмор, туған татар телен һәм әҙәбиәтен, сит илдәр әҙәбиәтен яҡшы белеүе уның шиғырҙарында ла сағылыш таба. Район гәзитендә әленән-әле алдынғы ауылдаштарыбыҙ тураһында уҡымлы мәҡәләләре менән сығыш яһаһа, "Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы биттәрендә үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ла өлгөрә  ул. Вәсимә Ибраһим ҡыҙының ауылыбыҙ тураһында "Бурлыҡайым, нурлыҡайым” шиғырына яҡташыбыҙ Рәмил Ғимрани көй ижад итте. Ул йыр Ғафури районы ауылдарына арналған дискыға индерелде.  Мәктәптә үткәрелгән юбиляр уҡытыусыларҙың ижад кисәләренә сценарийҙарҙы ла ул теләп яҙа.
Коллегаларының алдынғы эш тәжрибәһен өйрәнеүе һәм үҙенең педагогик оҫталығын үҫтереү өҫтөндә даими эшләүе Вәсимә Ибраһим ҡыҙына ижад баҫҡыстары буйлап ышаныслы күтәрелергә ярҙам итте.
Вәсимә Ибраһим ҡыҙы район һәм республика кимәлендә үткәрелгән семинарҙарҙа ҡатнашып, республика  Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.  Бөгөн Вәсимә Ибраһим  ҡыҙы район "Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе финалисы, юғары категориялы уҡытыусы. Уҡыусылары  ла район күләмендә генә түгел, респуб-лика кимәлендә лә сығыш яһайҙар. "Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһендә уның уҡыусылары –
даими ҡатнашыусылар.
Ижади эшләүсе уҡытыусы булараҡ, ул  туған теле һәм әҙәбиәте менән генә сикләнеп ҡалмай, туғандаш башҡорт  халҡының бай ижади мираҫын да яҡшы белә. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен яратып уҡый, бигерәк тә Башҡортостандың  халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормошсан, фәлсәфәүи повестары оҡшай. Әҫәрҙәрҙәге ябай ауыл кешеләренең үҙенсәлекле фекер йөрөтөүе, донъяға ҡарашы яҡын уға. Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен алып барғанда был бай материалды уңышлы ҡуллана ул.
Мәктәп, уҡыусылар, йәмғиәт тормошо, ҡайнап торған ғаилә мөхите менән янып, үҙнең 55 йәше килеп еткәнен дә һиҙмәне коллегабыҙ. Юбилейын өс бала әсәһе һәм яратҡан ейәнсәренә өләсәй булып ҡаршылай Вәсимә Ибраһим ҡыҙы.
Өйҙә лә бергә, эштә лә бергә улар тормош иптәше Ғәзиз Нәүфил улы менән. Юбилейҙары ла бергә килде. Ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, элекке уҡыусыларығыҙ, коллегаларығыҙ, бөгөн парта артында ултырып бөйөк Туҡай телен өйрәнеүсе йәш дуҫтарығыҙ исеменән изге теләктәр ҡабул итегеҙ. Уңыштар һеҙгә!
Рәйлә ХАФИЗОВА.
Бурлы ауылы.
Ижади эшләүсе мөғәллимә - В.Мөхәрмәтова.