Кластан тыш саралар
30 ноября 2013 йыл | ---

Кластан тыш сараларБөгөнгө көн уҡытыусыһынан йәш быуында яңыса фекерләү, үҙ-ара мөнәсәбәттә, хеҙмәттә юғары мәҙәниәт, намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүгә иғтибар биреү талап ителә.
Хәҙерге техника прогресы алға киткән осорҙа уҡыусыларҙың үҙ аллы белем алыуға, әҙәби китап уҡыуға ынтылыштары түбән. Шуға күрә уҡытыусыға дәрестәрен синыфтан тыш башҡарыла торған күп саралар менән тығыҙ бәйләү, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырҙай, күңелдәрен күтәрерҙәй ижади эҙләнеү эштәре, төрлө конкурстар, бәйгеләр ойоштороу шарт. Был йәһәттән Үтәк мәктәбендә әленән-әле айлыҡтар, аҙналыҡтар үткәрелеп тора. Мәҫәлән, үткән аҙнала башланғыс
кластар методик берекмәһе ойошторған аҙналыҡ шул
тиклем бай йөкмәткеле һәм фәһемле булды. Уҡыусылар һәр яҡлап үҙҙәренең оҫталығын, зирәклеген, талантын, белемен күрһәтте. Аҙнаның беренсе көнөндә үк уларҙың фантазиялары байлығын, күҙәтеүсәнлеген, оҫталығын сағылдырған "Көҙгө калейдоскоп” тип аталған ҡул эштәре күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте. Йәшелсәләрҙән бик күп төрлө нәмәләр яһап була икән: урман, йорт хайуандары, төрлө әкиәт персонаждары, кәрзиндәр, вазалар, ризыҡтар һ.б.
Тағы ла уҡыусылар "Каллиграфия ханым” тип аталған матур яҙыу конкурсында, "Ребустар төҙөү”, "Көҙгө буяуҙар” һәм шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнаштылар. Был бәйгеләр уҡыусыларҙың эҙләнеүсәнлеген, тырышлығын, яуаплылығын үҫтерә. Аҙналыҡтың һәр көнө ниндәйҙер бер предметҡа бағышланды, асыҡ дәрестәр ҙә күп булды. Мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмөндә тәрбиәсе Зөлфиә Камалова үткәргән "Сөмбөлә” байрамы ла, математика дәресе лә бик матур һәм ҡыҙыҡлы үтте, килгән ҡунаҡтарға балалар үҙҙәренең оҫталығын, талантын төрлө яҡлап күрһәтте. Уҡытыусылар Резида Ғәли ҡыҙы Мөхәмәтйәнова ла, Ғәлиә Ғәлим ҡыҙы Әмирханова ла инновацион технологиялар менән йыһазландырылған, ФДМС талаптарына ярашлы, асыҡ дәрестәрҙә ҡуйған маҡсаттарына өлгәшә алды. Уҡыусылар һәр дәрестә лә әүҙем булды, үҙҙәренең белем кимәленең юғарылығын, интерактив таҡтаны оҫта ҡуллана белеүҙәрен күрһәтте. Фәриҙә Мырҙаҡаеваның инглиз теле дәресе лә, Әлфиә Кәримованың "Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ” темаһына оҫталыҡ дәресе лә бай йөкмәткеле булды.
Аҙналыҡ һуңында үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһалды, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Мәктәп – уҡыусыларҙың икенсе йорто. Ғаиләләге һымаҡ уҡ, улар мәктәптә күңелен байытырға, үҫтерергә, тормош ҡағиҙәләрен дөрөҫ өйрәнеп, тейешле һығымта яһарға өйрәнергә тейеш. Ә иң мөһиме, баланың тәбиғәт тарафынан һалынған бөтә ҡиммәттәрен, талантын асыу. Беҙҙең балаларыбыҙ мәктәптә тулыһынса шәхес булараҡ формалаша алһын ине.
Рәүилә АРЫҪЛАНОВА,
өлкән тәрбиәсе.
Кескәйҙәр ҡул эштәре күргәҙмәһендә.