Донъяны изгелек ҡотҡарыр
30 ноября 2013 йыл | ---

Донъяны изгелек ҡотҡарырДонъяны изгелек ҡотҡарыр3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө булараҡ билдәләнә. Шуға бәйле, Аҡкүл ауылында "Өмөт шишмәһе” Хәйриә фонды ойошторған мәрхәмәтле ҡатындарҙың береһе Л.Ф.ШАКИРОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- Лариса Флүр ҡыҙы һеҙҙе күптәр шәхси эшҡыуар булараҡ белә ине. Эшмәкәрлек йүнәлешен ҡырҡа үҙгәртеп, яңы эшкә тотоноуға нимә этәрҙе?
- Был һорауҙы йыш бирәләр. Ә минең өсөн был эшмәкәрлек яңы булһа ла, бөтөнләй ят түгел. Шәхси эшҡыуар булғанда ла гел инвалидтарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп йәшәргә тырыштым. Сер түгел, йәмғиәттә, кешеләр араһында яҙмыш тарафынан кәмһетелгәндәргә ятһынып ҡарау бар. Бындай ҡатлам кешеләренең ярҙамға мохтаж икәне миңә бәләкәйҙән таныш, сөнки үҙем инвалидтар ғаиләһендә үҫтем. Атайым да, әсәйем дә телһеҙҙәр. Ҡустым менән икебеҙ ҡәҙерле кешеләребеҙҙе ҡурсалап, хәстәрләп йәшәргә бәләкәйҙән өйрәндек. Мәҫәлән, телевизорҙан кино йә яңылыҡтар ҡарап ултырабыҙ, уларса ла төшөндөрә барабыҙ. Башта әйткәнемсә, инвалидтар үҙ ғаиләһенән башҡа бер ҡайҙа ла яҡлау тапмай. Үҙемдең баштан үткәс, миңә был хәл таныш, шуға ла кеше бәхетһеҙлеген, бәләһен үҙемдекеләй күреп, һәр ваҡыт кемдәргәлер ярҙам итеп йәшәргә ынтылам. "Өмөт шишмәһе” Хәйриә фонды шундай изге ниәттә төҙөлдө лә инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инвалидтарҙың, мохтаждарҙың һаны кәмемәй, хатта арта бара.
- Фондтың уңыштары, изге эштәре хаҡында һөйләргә иртәрәктер, әммә ярты йыл эсендә изге эштәргә башланғыс һалынғандыр инде?
- Беҙҙең фонд ошо йылдың 18 апреленән үҙ эшен башланы. Ул Аҡкүл ауылы, Йәштәр урамы 13/1 адресы буйынса урынлашҡан. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙе туҡтаттыҡ. Әле асыҡ тыңлауҙар үтте, ерҙе 5 йылға арендаға алып, элекке магазиныбыҙ бинаһында эшләйбеҙ. Документтарҙы рәсмиләштереү генә оҙаҡ ваҡытты алды. Фондты табип булып эшләүсе Ольга Александровна Савитская менән берлектә ойошторҙоҡ. Ул – учредитель, мин рәйес булам инде. Маҡсатыбыҙ – аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙе, оло кешеләрҙе, инвалидтарҙы, етем балаларҙы социаль яҡлау, уларға ярҙам итеү. Уның эшмәкәрлеге киң – Хәйриә фонды халыҡтан мохтаждарға төрлө кәрәк-яраҡтар ҡабул итә. Кем нәмәгә мохтаж икәнен теркәп барабыҙ ҙа, йыйылған әйберҙәрҙе таратып бирәбеҙ. Ярҙам һорап фондҡа мөрәжәғәт итеүселәр күп. Шулай уҡ ярҙам итергә теләүселәр ҙә, һирәк булһа ла, бар. Мәҫәлән, яңыраҡ "Тепловодоснабжение” МУП-ы ҡыҙҙары кейем-һалым йыйып тапшырҙы. Рәхмәт уларға.
- Ярҙамға мохтаж булыу матди мохтажлыҡ ҡына түгел бит инде…
- Әлбиттә. Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙе дауаханала оҙатып йөрөргә тура килгеләне. Һүҙебеҙҙе йыҡмай, тикшерелеүҙе еңелләштергән Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы Ҡужинаға ҙур рәхмәт.
Ярҙамға мохтаждар бик күп бит ул. Беҙҙең Аҡкүл ауыл советы биләмәһендә генә яҡынса 290 тирәһе инвалид иҫәпләнә. Ә район буйынса улар күпме? Физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә йәмғиәттең дә мөнәсәбәте сәйерерәк, ундайҙарға яраҡһыҙ тип ҡарарға ғына өйрәнгәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа магазин, дарыухана һ.б. урындарҙа пандустар, хеҙмәткәрҙе саҡырыу төймәләре эшләп ҡуйҙылар-ҡуйыуын. Шәфҡәтлелек өлгөһө күрһәтеп, уларҙы үҙебеҙ йәшәгән мөхиткә яраҡлаштырыу кәрәк. Инвалид балалар ҙа йәштәштәре менән бергә уҡырға, уйнарға, үҫергә тейеш. Көнбайыш илдәрендә мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы йәштәштәренән айырмаҫҡа кәрәген күптән беләләр. Мин Өфө ҡалаһында үҫтем. Класыбыҙҙа бер иптәшебеҙ инвалид ине, беҙ уға ярҙам итеп, ҡарап йөрөттөк. Әммә бындай осраҡ һирәк. Инклюзив белем биреү тураһында һүҙ бара шикелле, бәлки, киләсәктә ул тормошҡа ашырылыр ҙа. Һәр ваҡыт иғтибарға мохтаж сабыйҙарҙың, физик мөмкинлектәре сикләнгән булыу өҫтөнә, ата-әсәләренән, яҡындарынан айырылып йәшәргә мәжбүр булыуын иҫәпкә алғанда, был аҙым да дөрөҫ.
- Мохтаждарға йөҙ менән боролорға ваҡыт тиһегеҙ инде?
- Уларҙың күптәренә бикләнеп өйҙә ултырырға түгел, сығырға, аралашырға кәрәк. Аҡкүлдә Валентина Филатова тигән ғәрип ҡыҙ бар, шул тиклем отҡор, зирәк. Коляскала ултыра, әммә бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәй. Наталья Смагина тураһында һеҙҙең яҙғанығыҙ булды, был ҡыҙ ҡул эштәре оҫтаһы. Әле ул сатрашлап сигеү алымы менән 2 йылдан ашыу бөртөкләп эшләгән панноһын тамамланы. Ҡарап, һоҡланып туйғыһыҙ, бик нескә эш башҡарҙы ул. Уны инвалид ҡулдары эшләүенә күптәр ышанмай. Шулай уҡ был ҡыҙ йомшаҡ уйынсыҡтар ҙа тегә. Яңыраҡ Аҡкүл мәҙәниәт йорто директоры Надежда Хафизова балалар уйынсыҡтары эшләү буйынса түңәрәк асып ебәрҙе, унда инвалид балаларҙы ла йәлеп итте.
Кеше төрлө, әммә тигеҙ хоҡуҡлы. Инвалидтар яҙмышына битараф булмайыҡ. Әле Красноусолда "Инвалидтар йәмғиәте” ойошторола. Ул артабан да үҫеш алһын ине. Беҙгә лә волонтерҙар кәрәк, Ольга Александровна менән икебеҙ генә өлгөрә алмайбыҙ. Попечителлек советында үҙ адвокатыбыҙ Александр Плецко ярҙам итә. Миһырбанлыҡ, изгелек өләшеүҙән йөрәк йылыһы кәмемәй бит ул. Инвалидтар тормошҡа яйлаша алһын өсөн, уларға яҡын итеп ҡарайыҡ, нисек бар шулай ҡабул итеп өйрәнәйек. Бына, мәҫәлән, мәсеткә хәйер һалған кеүек, 10-50 һум аҡсаны күптәр инвалидтар иҫәбенә күсерә ала. Аҡсаны беҙ ҡулыбыҙға алмайбыҙ, ул тик иҫәптә һәм ниндәйҙер маҡсатлы ярҙамға китә. Әле бына шул оҫта ҡуллы ҡыҙ Натальяға күтәрткес талап ителә, ул ярайһы ҡиммәт тора. Изге ғәмәлдә ҡатнашыусылар табылһын ине. Кеше булайыҡ, кешелекле булайыҡ.
- Ҙур тәүәккәллек талап иткән ҡатлаулы  бурысҡа тотонғанһығыҙ. Уңыштар һеҙгә.

Гөлсиә КӘРИМОВАәңгәмәләште.
"Өмөт шишмәһе" Хәйриә фонды рәйесе Лариса Шакирова.
Аҡкүлдән Н.Смагина сиккән панноны зәғиф кеше эшләгәненә ышаныуы ла ҡыйын.

Хәйриә фондына аҡсанынисек күсерергә?
Мохтажлыҡ кисергән кешеләргә ярҙам итергә теләгән һәр кем 2420 номерына, "RODNIK” йәки "Родник” тип яҙып СМС – хәбәр ебәрә ала. Республиканың барлыҡ кәрәҙле бәйләнеш операторҙары телефондарынан ебәрелгән ошондай бер хәбәр хаҡы – 50 һум. Әгәр ҙә кемдер ҙур күләмдә аҡса күсерергә теләһә, хәбәрҙе ошолай ебәрергә кәрәк: "Родник” буш урын һәм күсереләсәк сумма. Аҡсаны телефон аша ебәргәндә уны ебәргәнлегеңде дөрөҫләүҙе һорап СМС килә. Уға ыңғай яуап белдергәндән һуң аҡса фонд иҫәбенә күсә.
Аҡсаны фондтың иҫәбенә күсерергә лә мөмкин:
40703810101190000108
ИНН 0219995188
КПП 021901001  
ОГРН 1130200001953
БИК 048073770, корр. счет 30101810600000000770 Филиал ОАО "Уралсиб” г. Уфа.
Әгәр ҙә кемдеңдер һорауҙары булһа, йәиһә кемгәлер ярҙам кәрәк икән, 2-46-18; 8-917-408-49-13, 8-937-363-35-45 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.
Электрон адресҡа ла яҙырға була: Email: Lariska.Shakirova@mail.ru.