Ауырлыҡтарға ҡарамайса
30 июля 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Аҡкүл ауыл советы биләмәһендәге иң ҙур предприятиеларҙың береһе – урындағы элеватор өсөн ҡыҙыу мәл. Иген ҡабул итергә әҙерлек бара бында. Былтырғы уңышты ҡорола һәм йылыла һаҡлау өҫтөнә, яңы миҙгелгә әҙерләнәләр. Эштәрҙең нисек барыуы хаҡында һөйләүен үтенеп "Аҡкүл элеваторы” ААЙ-е генераль директоры Рөстәм Фәрит улы МӘҠСҮТОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
- Бөгөнгө көндә предприятиеның 60-тан ашыу эшсеһе тейешле шарттарҙа яңы уңышты ҡабул итергә әҙерләнә. Һауа шарттары ла бигүк уңайлы түгел, шуға уңыш мул булырмы, әҙме, уныһын белеп булмай, әммә был етди эшкә әҙер булырға тейешбеҙ. Ҡағиҙәләргә ярашлы, элеваторҙың әҙерлеген Ауыл хужалығы министрлығының махсус комиссияһы тикшерә.
Элеваторҙа газация уҙғарҙыҡ, киптереү-таҙартыу башняһында ремонт эштәрен дауам итәбеҙ. Келәттәр талаптарға ярашлы әҙерләнгән, таҙартылып йыуылған. Техника – 3 "Кам-АЗ” машинаһы, 2 трактор, тейәгес эшләйәсәк, улар барыһы ла техник яҡтан төҙөк. Лабораторияға ла өлөшләтә ремонт  уҙғарҙыҡ, ашлыҡҡа анализ яһау ҡоролмалары әҙер. Үлсәү хужалығы көйләнде, счетчиктар урынлаштырылды. Тағы ла бер ҙур эш башҡарыла – элеваторҙың ҡыйығын яңыртыу менән мәшғүлбеҙ.
Әле предприятие келәтендә һаҡланған ашлыҡтың 60 мең тоннанан ашыуын интервенция фонды тәшкил итә.
Үҙебеҙҙең клиенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Быйыл 40 мең тоннанан ашыу уңыш ҡабул итергә әҙербеҙ. Беҙгә башлыса үҙебеҙҙең райондың "Аҡкүл”, "Восход” һәм Ауырғазы районы хужалыҡтары иген тапшыра.
Беҙҙең бүлендек предприятиеларҙа он һәм көнбағыш майы етештерелде. Был үтемле продукциялар элеваторға ярайһы уҡ табыш килтерҙе. Әле көнбағыш майы етештереү заводы сеймал бөткәнлектән эшләмәй тора, он заявка буйынса ғына етештерелә.
Иҡтисади яҡтан ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, коллективта эшселәр һанын ҡыҫҡартыуға юл ҡуйманыҡ. Киреһенсә, "КамАЗ” водителдәре, аппаратсылар талап ителә әле. Эш хаҡтары юғары булмаһа ла, коллектив үҙ бурыстарына яуап-лы ҡараған кешеләрҙән тора. Элеваторҙы әҙерләү эшендә бөтә хеҙмәт коллективы көс һала. Шуларҙың бер нисәһен – баш инженер Надежда Төхвәтуллина, баш механик Валерий Сәфәрғәлиев, элеватор начальнигы Фәүриә Хәмитова, электрик Владимир Кулагин, шулай уҡ Василий Иванов, Фәнил Хисаметдинов, Миҙхәт Хәсәновты айырыуса телгә алып үтер инем.
Энергия ресурстары йылдан-йыл үҫә, шуға ла алда әйткәнемсә, иҡтисади йәһәттән ауырлыҡтар беҙҙе лә урап үтмәй. Шулай ҙа дөйөмләштереп әйткәндә, Аҡкүл элеваторы бөгөн тотороҡло эшләй. Хужалыҡтарға еңел булмаған урып йыйыу эштәрен ваҡытында атҡарып сығыуҙарын теләп, уңыш көтөп ҡалабыҙ.
Гөлсиә КӘРИМОВА
яҙып алды.