Умартасылар һөнәри оҫталыҡҡа һынау тотто
27 августа 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, 22 августа Красноусол башҡорт гимназия-интернаты базаһында республика умартасыларының XIV  һәм йәш умартасыларҙың VIII конкурсы булып үтте. Өлкәндәр араһында уҙғарылған конкурста республиканың 42 районынан 55 умартасы, уҡыусылар араһында 41 йәш умартасы ҡатнашты. Республиканың төп балсыһын асыҡлау сараһында Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" ДУ-һы директоры, БР Дәүләт Йыйылы-
шы - Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, БР Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев, Рәсәй Федерацияһы Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының
республика комитеты рәйесе Фәнил Шәйхелисламов,
район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, абруйлы ғалимдар һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Республикабыҙҙа умартасылыҡты үҫтереүгә етди иғтибар бирелә һәм тармаҡты үҫтереү өсөн тәбиғи мөмкинлектәр етерлек. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башына республикабыҙҙа 355,6 мең баш умарта күсе иҫәпләнә ине. Шуның 280,7 меңе (78,9 проценты) шәхси хужалыҡтар иҫәбенә тура килә. Ҡалғандары ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында тотола. Республикабыҙҙа йыл һайын уртаса 6,5 мең тонна тауар балы етештерелә. Йәғни һәр күскә уртаса 18,5 килограмм тура килә. Башҡортостан илебеҙҙә бал етештереү буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Башҡорт балының даны бик алыҫтарға таралған. Илебеҙ төбәктәренән умартасылыҡ тураһында Закондың тап Башҡортостанда ҡабул ителеүе лә осраҡлы хәл түгел. Умартасылыҡты артабан үҫтереү буйынса республикабыҙҙа төрлө программалар эшләп килә, ҡарарҙар ҡабул ителә.
Умартасылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, тармаҡты артабанда үҫтереү маҡсатында республикабыҙҙа 1998 йылдан башлап умартасылар, ә 2007 йылдан башлап "Йәш умартасы” конкурстары уҙғарыла килә. Конкурсҡа талаптар ҡатылана барыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл ишәйә. Быйылғы бәйге  иһә ҡатнашыусыларҙың күплеге менән айырылып торҙо.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты эргәһендәге майҙан байрамса итеп биҙәлгән. Ошо уҡ көндө эргәлә – район мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе лә ойошторолғанлыҡтан, был сара барлыҡ район халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде һәм барыһы ла эркелешеп килде. Был көндө халыҡ үҙ шәхси хужалығында етештерелгән продукция – һөт, ит, ҡатыҡ, май, ҡаймаҡ, бал, ҡымыҙ, бал һауыттары итеп эшләнгән төрлө сувенир продукция һ.б. менән сауҙа итте. Әйтергә кәрәк, ике сараны бергә берләштереп ойоштороусылар тик отҡан ғына.
Конкурсҡа килгәндә инде, ул тантаналы өлөштән башланып китте. Бер иш төҫтән (өлкән умартасылар – аҡ, уҡыусылар – һары) кейенеп, тигеҙ рәт булып баҫҡан умартасылар байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәй ине. Байрамды алып барыусылар тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирҙе. Рәмил Зәкәриә улы үҙ сығышында Ғафури районының социаль-иҡтисади торошона ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
- Районда умартасылыҡты үҫтереү өсөн уникаль мөмкинлектәр бар. Йүкә урмандары ғына 100 мең гектар майҙандан ашыу. Бал биреүсе йөҙҙән ашыу үҫемлек төрө булыу өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа бал биреүсе ауыл хужалығы культуралары ла сәсеп  үҫтерелә башланы. Шуға ла умартасылыҡ тотороҡло үҫешә, районда умарта күстәре һаны һәм шуға
ярашлы бал етештереү арта бара. Ғафури балы республикала үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора һәм уға ҡулланыу баҙарында һәр саҡ һорау ҙур. Һуңғы бер нисә йылда умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҡырҡа артты һәм район хакимиәте тарафынан уларға һәр төрлө ярҙам күрһәтелә, дәүләт программаларына ярашлы субсидиялар, льготалы кредиттар бирелә. Умартасылыҡтың тотороҡло үҫешенә район умартасылар Ассоциацияһы ла (рәйесе Рәдиф Халиҡов) ҙур өлөш индерә. Бынан ике йыл элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, үҙ һөҙөмтәләрен күрһәтә башланы ла инде. Бынан 10 йыл элек кенә шәхси хужалыҡтарҙа  умарта күстәре  1,5 мең баш ҡына булһа, бөгөн уларҙың һаны 17 мең башҡа  етеүендә лә  Ассоциацияның роле ҙур. Красноусолда 130-сы һөнәрселек училищеһы базаһында умартасылыҡ һөнәренә уҡытыу  был тармаҡты үҫтереүгә этәргес бирә. 2004 йылдан башлап бында йыл һайын 25 умартасы әҙерләп сығарыла һәм йәштәр был һөнәрҙе теләп һайлай. Районда һөҙөмтәле эшләгән умартасылар һәр күстән 60-80-шәр килограмм тауар балы етештереүгә өлгәшә. Былтыр район умартасылары 400 тоннанан ашыу бал етештереп, үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы. Беҙ умарта күстәре һанын йыл һайын 7-10 процентҡа арттыра барыу бурысын ҡуйғанбыҙ һәм был киләсәктә өҫтәмә рәүештә 200 яңы эш урыны булдырыуға мөмкинлек бирәсәк. Умартасылыҡ үҫешенә депутатыбыҙ Әмир Минәхмәт улы Ишемғолов та ныҡлы булышлыҡ итә. Быйыл ул район мәктәптәренә барлығы 500 мең һумлыҡ  умарта күстәре һатып алып бирҙе. Элек 2-3 мәктәптә генә умарта күстәре булһа, Әмир Минәхмәт улы ярҙамы менән уларҙың һаны тиҫтәнән ашып китте һәм уға ҙур рәхмәтлебеҙ. Конкурста ҡатнашыусыларға ҙур уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем,- тине Рәмил Зәкәриә улы үҙ сығышында.
Бына дәүләт гимндары яңғырауы аҫтында байрам флагы күтәрелә. Флаг күтәреү хоҡуғы конкурстың былтырғы еңеүсеһе – район умартасылар Ассоциацияһы рәйесе Рәдиф Халиҡовҡа бирелә.
Баш судья Әмир Ишемғолов ярыш шарттары менән таныштырып үткәндән һуң, конкурс башланып китте. Өлкән умартасыларҙың теоретик белемен тикшергән арала йәш умартасылар практик һынау тотто. Теоретик һынауҙа 35 һорауға дөрөҫ яуап биреү бурысы тора ине һәм һәр дөрөҫ яуап бер мәрәй менән баһаланды. Һуңынан умартасылар конкурстың "Өйгә эш” этабында ярышты. Бында һәр кем алдан әҙерләп алып килгән үҙ технологияһын күрһәтте. Умартасыларҙың уйлап табыуға һәләтлелеге ошонда күренде лә инде. Ниндәй генә яңы ысулдар уйлап тапмаған улар. Боронғолоҡто ла сағылдырыусылар булды. Мәҫәлән, Белорет районы Исмаҡай ауылынан килгән Радик Мәхмүтов түмәр умартаның өҫтөнлөктәрен аңлатып бирҙе.
-    Түмәр умарталар күсереп йөрөтөүгә уңайлы булыуы менән айырылып тора.  Үҙемдең 40 баш умартам бар һәм шуларҙың 4-һе солоҡ умарта, 6-һы түмәр умарта. Беҙҙең районда Бөрйәндән күреп солоҡ һәм түмәр умарталарға иғтибар артты. Әле ауылдан өс кеше – Мәғәфүр, Тәлғәт Фәтҡуллиндар һәм мин ошо эш менән шөғөлләнәбеҙ. Мәшәҡәтле эш булһа ла, солоҡ умарта тотоу үҙен аҡлай. Солоҡ балына һорау ифрат ҙур, - ти үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып Радик Мәхмүтов.
Ә бына Стәрлетамаҡ районынан килгән умартасы Рөстәм Резбаев үҙ эшмәкәрлеген кинотаҫмаға төшөрөп алып килгән. Уның умарталығында 800 баш умарта күсе аҫрала. Бал осоронда уларҙың һаны 1,5 мең башҡа етә. Рөстәм Таһир улы бал етештереүҙе сәнәғәт циклына әүерелдергән. Уның умарталығында ни бары ике умартасы эшләй. Барлыҡ эш механизацияланған. Бал һарҡытыу эштәре махсус цехта атҡарыла.
-    Минең өсөн был сик түгел. Ана, Канадала бер умарталыҡта ғына 10-ар мең баш умарта күсе аҫрала. Киләсәктә мин дә умарта күстәре һанын 10 мең башҡа еткерергә һәм йылына 500 тонна бал етештерергә иҫәп тотам. Минең умартасылыҡ хужалығы тик йүкә балы етештереүгә генә махсуслашҡан. Сит илдәрҙә үтә күренмәле балға ғына өҫтөнлөк бирелә. Бөгөн конкуренция бик ҙур һәм шуға ла һәр нәмәне уйлап эш итергә тура килә,- ти Рөстәм Резбаев.
Практик өлөштә умартасыларға махсус комиссия тарафынан бирелгән төрлө һорауҙарға яуап табырға тура килде. Практик имтихан 4 этаптан торҙо. Республиканың төп балсыһын асыҡлау конкурсы бик көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә 150 мөмкинлектән 140 мәрәй туплап, Ауырғазы районы Бишҡайын ауылынан килгән умартасы Семен Иванов беренсе урынға лайыҡ булды. Уға бүләк телевизорҙы һәм күсмә кубокты БР ауыл хужалығы минис-тры урынбаҫары Азат Йыһаншин тапшырҙы. Өфө районынан Николай Осташов - икенсе (138 мәрәй), Әбйәлил районынан Ринат Шаһбалов өсөнсө (137 мәрәй) урынға лайыҡ булды. Алда телгә алынған Рөстәм Резбаевтың умартасыһы Илдар Килдейәров - дүртенсе (135), Ибраһим ауылынан Мансаф Килмөхәмәтов - бишенсе (135), Красноусол ауылынан Марат Солтанов алтынсы (132 мәрәй) урынды яуланы. Әйткәндәй, Мансаф Килмөхәмәтов "Практик эштәрҙе оҫта башҡарыусы”, ә Марат Солтанов "Умартасылыҡ өлкәһендәге һәйбәт белеме өсөн” номинацияларында билдәләнделәр. Марат Әнүәр улы тураһында шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, теоретик һорауҙарға яуап биреүҙә 55 умартасынан тик ике генә кеше 35 һорауға ла дөрөҫ яуап бирҙе. Береһе - Семен Иванов булһа, икенсеһе – Марат Солтанов.  Районыбыҙ өсөн был бик ҙур күрһәткес булып тора. Өлкәндәр араһында "Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында Шишмә районының 83-сө һөнәрселек лицейы уҡыусыһы,  18 йәшлек Илнур Садиҡов бүләкләнде. Конкурста байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙ умартасылар ҙа ҡатнашты һәм уларҙың ҡайһы берҙәре махсус бүләккә лайыҡ булды. "Умарта күстәре менән һәйбәт мөғәмәлә итеү” номинацияһында Кушнаренко районынан Гөлшат Сафина менән Тәтешле районынан Земфира Ғәлина билдәләнде.
 Уҡыусылар араһындағы  конкурс-та Сәйетбаба урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Азамат Исхаҡов лайыҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы. Ул былтыр Баймаҡ районында уҙғарылған конкурста ла уңышлы ғына сығыш яһағайны. Азамат күсмә кубок һәм БР Мәғариф министрлығының
I Дәрәжәләге дипломы  һәм музыкаль үҙәк менән бүләкләнде. Мәләүез ҡалаһындағы 3-сө гимназияның 8-се класс уҡыусыһы Тимур Баландин икенсе урынды яуланы. Архангел ра-йоны Тирәкле урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Алмаз Хәйретдинов - өсөнсө урында. Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр һәм Дипломдар тапшырылды. Сәйетбаба урта мәктәбенән тағы ла бер ҡатнашыусы – Илһам Ҡотлобаев "Конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Умартасылыҡ династиялары вәкилдәре
айырым билдәләнде. Был номинацияла Леонид Хәмиҙулла улы Байдуллин менән уның ейәне Линар Данис улы Зидымышев (Тәтешле районы) еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ Ишембай районынан аталы-уллы Кәрим Абдрахман улы менән Данил Кәрим улы Солтанбаевтар, Мәләүез районынан ағалы-ҡустылы Рәмил Фазлиәхмәтов менән Тимур Баландин ошо номинацияла билдәләнде. Красноусолдағы 130-сы һөнәрселек училищеһы (директоры Миҙхәт Әхмәт улы Иҙрисов) "Башҡортостан Республикаһында умартасы белгестәре әҙерләп сығарыуҙа әүҙем эшләгәне өсөн” махсус призына лайыҡ булды һәм аҡсалата бүләкләнде. Бүләкте Рәсәй Федерацияһы Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының респуб-лика комитеты рәйесе Фәнил Фәхрислам улы Шәйхелисламов тапшырҙы.
Шулай итеп, көн буйы барған конкурс аҙағына ла яҡынлашты. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров сараға йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе тағы ла бер тапҡыр ҡотланы, умартасыларға уңыштар теләне. Әмир Ишемғолов үҙ сиратында конкурс-ты уҙғарыуға ярҙам иткәндәре өсөн ра-
йон  хакимиәтенә, "Красноусол” шифаханаһына   (директоры Фаяз Харис улы Мәжитов), БР Ауыл хужалығы, Мәғариф, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Мәҙәниәт, Урман хужалығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарына, БР Ветеринария идаралығына, Стәрлетамаҡ умартасылыҡ инвентары механика заводына, шәхси эшҡыуар Т.Ф.Абдулов,  РФ Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының
республика комитетына, Аксен ауыл хужалығы техникумына, 83-сө һөнәрселек училищеһы, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты (директоры Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов) етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе.  Шулай итеп, быйылғы конкурс тамамланды һәм
республика умартасылары киләһе йыл Ауырғазы ерендә йәнә осрашасаҡ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.