Көндө-төнгә ялғап эшләйҙәр
29 сентября 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Көндө-төнгә ялғап эшләйҙәр"Урожай” КХ-һы ЯСЙ-ендә был культура 312 гектар майҙанды биләй. Бөгөнгө көнгә хужалыҡ сөгөлдөрсөләре 195 гектарҙың уңышын ҡаҙып алған да инде. Уңыш гектарынан 246 центнер самаһы тәшкил итә. Мәләүез шәкәр заводына хужалыҡ 3430 тонна сөгөлдөр оҙатҡан.
- Механизаторҙар аяҙ көндөң һәр сәғәтен тулыһынса файҙаланып, уңыш йыйыуҙы оҙайлы ямғырҙарға тиклем тамамларға тырышып, көндө-төнгә ялғап эшләйҙәр, - ти хужалыҡ етәксеһе Н.Хисаметдинов.