Аҡ төлкөләр аҡҡа сорнар әле. Үтәк ауылында йәнлек фермаһы эшләй башланы
24 декабря 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Егәрле елде лә егер, ти халыҡ. Бөгөн тап ана шундай егәрле, заманса ҡарашлы кешеләргә уңыш йылмая ла. Үтәк ауылында йәнлек фермаһы асып ебәреүсе егеттәр хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөнгө яҙмала ошо хужалыҡ менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.
Ике класташ егет – Рөстәм Шәрифулла улы Ғиззәтуллин менән Фаяз Наил улы Ҡаҙаҡҡолов ауылдарының бөгөнгө яҙмышы, хужалыҡтың тарҡалыуы, йәштәрҙең ауылда ҡалмауы хаҡында әңгәмә ҡороп ултырғанда һүҙҙән-һүҙ сығып, ауылға нисек тә йән өрөр, яңы һулыш бирер өсөн ни эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләшеп китәләр. Тыуған ауылдарында ниндәй ҙә булһа эш асыу, халыҡты эш урыны менән тәьмин итер өсөн шөғөл булдырыу уйы менән яна башлайҙар. Күп уйлана, төрлө яҡлап өйрәнә торғас, беҙҙең район өсөн бер ни тиклем ят кәсепкә – йәнлек үрсетеү эшенә тотонорға ҡарар итәләр. Ниәт иткән -  мораҙына еткән, тиҙәр. Дәрт-дармандары ташып торған егеттәр (1980 йылғылар) башта йәнлек фермалары хаҡында мәғлүмәт йыялар, бер үк ваҡытта икеһе лә ҡалала сәнәғәт тармағында эшләп йөрөп, буласаҡ бизнестарына бол туплайҙар. Быйыл йәй ырҙын табағынан сама менән бер саҡрым алыҫлыҡта урман ситенән ер бүлдереп алып, уны бейек ҡойма (профнас-тил)  менән уратып алалар, электр линияһы һуҙалар, ситлектәр урынлаштырыу өсөн оҙон япма эшләйҙәр, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөйҙәр. Ҡола яланда эш башлаһалар ҙа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйҙәр. Был эштәрҙә туғандары, яҡындары ярҙамлаша.
Шуныһы ла бар, йәнлек фермаһы булдырыу өсөн әллә ни ҙур сығымдар талап иткән йылы ҡуралар төҙөү кәрәкмәй. Йәнлектәр асыҡ һауала ситлек эсендә тотола. Тик өҫтән ҡар-ямғыр үтеп тормаһын өсөн япма эшләнә. Япма ҡыйығының ике яҡ сите профнастил менән ябылған булһа, өҫкө урта өлөшө яҡтылыҡ, ҡояш нуры төшһөн өсөн үтә күренмәле төҙөлөш материалы менән дуға рәүешенә килтереп көпләнгән. Йәнлек аҫрарға урын әҙер булғас, хужалар Күгәрсен районындағы  йәнлек фермаһынан 120 баш аҡ төлкө (песец) һатып алалар. Уларҙың 100 башы инә булһа, 20-һе ата йәнлек. Әле йәнлек фермаһы өсөн Үтәк ауылы ир-уҙаманы Рәйес Фәйзуллин яуаплы. Уның был өлкәлә аҙмы-күпме эш тәжрибәһе бар, үткән быуаттың 90-сы йылдарында үҙ хужалығында башҡа төр йәнлек аҫрап ҡараған була. Шуға ла яңы эш башлаусы егеттәр ярҙам һорап уға мөрәжәғәт итәләр. Бөгөн Рәйес Фәйзуллинға аталы-уллы Ғиззәтуллиндар – Шәйҙулла менән Радик ярҙамлаша. Шәйҙулла Ғиззәтуллинды Үтәктә генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла яҡшы беләләр. Ул элек "Егән” колхозында умартасы булып эшләгән, 72 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә бик теремек, ҡорт тотоуы, өҫтәүенә, яңы эш башлап торған кесе улы Рөстәмгә ярҙам итешеп йөрөгән көнө.
Күгәрсен районындағы йәнлек фермаһында иһә 14 мең баш самаһы йәнлек аҫрала икән. Уларҙың хужалары Үтәк егеттәренә теләп, ихлас ярҙамлаша, үҙ кәңәштәрен бирәләр, тәжрибәләре менән уртаҡлашалар. Үтәктәр үҙҙәре Күгәрсен районына бер нисә тапҡыр барып, уларҙың нисек эшләүҙәрен күреп ҡайтҡан. Йәнлектәргә ашатыр өсөн аҙыҡты ла әлегә күгәрсендәр үҙҙәре биреп ҡайтарған. Был хужалыҡ башлыса тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнә икән. Йәғни, төп эшмәкәрлектәре - башҡа хужалыҡтарға ҡиммәтле тиреле йәнлектәр һатыу. Шуға ла үҙҙәре һатҡан йәнлек фермалары күтәрелеп китһен өсөн үҙҙәре үк хәстәрлек күрергә тырышалар. Әйткәндәй, аҡ төлкөләргә тик ит кенә ашаталар. Уларға тауыҡ ите, һыйыр ите, балыҡ, өлөшләтә ярма ҡушылған әҙер фарш ҡына бирелә. Бер йәнлек көнөнә 500 грамм аҙыҡ ашай. Йәғни, Үтәктәге йәнлек фермаһы өсөн әле көнөнә 60 килограмм аҙыҡ китә тигән һүҙ. Уларҙы көнөнә бер тапҡыр ашаталар. Көсөкләр алдынан инә йәнлектәрҙең рационы бер ни тиклем үҙгәртелә, витаминға бай аҙыҡтар бирелә.  Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, бер инә йәнлек 4-5 һәм унан да күберәк көсөк килтерергә мөмкин.   Йәнлектәрҙе 7 ай һуҙымында тәрбиәләү күҙ уңында тотола. Һуңынан уларҙы һуйып, тиреһен алып, түшкәһен яңынан эшкәртеүгә ебәреү күҙаллана. Йәнлектәрҙе нисек һуйыу, тиреһен һыҙырып алыуҙың нисек башҡарылыуын һәр кемгә белеү кәрәкмәйҙер ҙә. Шуныһын ғына билдәләп китергә кәрәк, был бик түҙемлелек, сыҙамлылыҡ, ныҡышмаллыҡ талап иткән эш. Йәнлек тиреһенең ҡулланыу баҙарында бик тә ҡиммәт булыуын  иҫәпкә алғанда киткән тырышлыҡ та, һалынған сығымдар ҙа үҙен ҡаплатырға тейеш. Егеттәр шундайыраҡ фекерҙә. Унан килеп, уларҙың төп уй-ниәттәре лә сереп байыу түгел, ә тыуған ауылдарының бер ни тиклем күтәрелеш кисереүен генә теләйҙәр. Ауыл халҡына эш урындары булдырып, йәштәрҙең ауылда ҡалыуына өмөт бағлайҙар. Шундай маҡсатта киләсәктә йәнлек фермаһын киңәйтергә, аҡ төлкөләрҙән тыш башҡа йәнлектәр ҙә аҫрарға уйлайҙар.
- Ферманың ишеге килгән бер кешегә асыҡ тип әйтә алмайым. Халыҡта ут-күҙҙән һаҡлаһын, тигән бик тапҡыр әйтем бар. "Уттан” тигәне былай ҙа аңлашыла, ә бына "күҙҙән һаҡлаһын” тигәне тап йәнлектәргә ҡарата әйтелгәндер, тим. Ферма биләмәһен бейек ҡойма, профнастил менән уратып алыуыбыҙҙың сәбәбе лә ана шунда. Фотоға төшөрөү түгел, эргәһенә барып яҡындан ҡарарға теләүселәргә лә рөхсәт юҡ. Бындай төр йәнлектәрҙең зоопаркта оҙаҡ йәшәй алмауының сере лә ана шунда, - ти йәнлек аҫрап, тәжрибә туплаған Рәйес Фәйзуллин.
"Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Күпме энергия, аҡса сарыф итеп булдырылған ферманы ла, йәнлектәрҙе лә һаҡларға кәрәк. Дәрттәренә дарман бирһен егеттәрҙең. Киләсәктә улар дәүләт ярҙамына ла өмөт итә. Район етәкселеге лә уларҙың эшен хуплап, ярҙам итеп тора. Шулай булғас, киләсәктә Үтәк егеттәре үҙ уй-ниәттәрен тулыһынса бойомға ашырырҙар, йәнлек фермаһын киңәйтеп, халыҡҡа өҫтәлмә эш урындары булдырырҙар, үҙҙәренә ошо шөғөлдән ләззәт, кинәнес һәм килем алырҙар, тип ышанғы килә.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.