VI Рәсәй Асыҡ һабансылар бәйгеһе Башҡортостанда үтә
31 марта 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Рәсәй Бөтә донъя һабансылар хәрәкәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора. Донъяла бына 60 йылдан ашыу инде механизаторҙар араһында ер эшкәртеү оҫталығы буйынса ярыш ойошторолоп килә.
"Росагролизинг” йәмғиәте инициативаһы буйынса, 2012 йылдан башлап илдең төрлө төбәктәрендә һабансылар бәйгеһе уҙғарыла. Уның тәүгеһе Краснодар крайында уҙҙы һәм унда илдең 23 төбәгенән иң һәйбәт механизаторҙар ҡатнашты. Шунан башлап бәйге йыл һайын уҙғарылып килә.
Һуңғы йылдарҙа Асыҡ Рәсәй чемпионатына һабансы ҡунаҡтарҙы – Англия, Германия, Ирландия, Нидерланд, Төньяҡ Ирландия, Словения, Эстония механизаторҙарын саҡырыу матур бер йолаға әүерелде. Сит ил ҡунаҡтарын Рәсәй һабансылар бәйгеһенең уникаль булыуы (барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн дә бер үк маркалы трактор һәм һабандар) ылыҡтыра. Бында тик үҙеңдең һөнәри оҫталыҡҡа ғына тая-нып була.
Рәсәй турнирында еңеүселәр һәм призерҙар Европа һәм донъя ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғы ала һәм сит ил механизаторҙарының эш тәжрибәһен өйрәнеү өсөн был ҙур мөмкинлек булып тора.
Башҡортостан Республикаһы механизаторҙары Рәсәйҙә үткән барлыҡ биш бәйгелә лә ҡатнашты.
Республика данын йыл һайын Мәләүез ра-йоны "Сухайла” ауыл хужалығы кооперативы механизаторы Илдар Хәйервара улы Ишкәйев яҡланы һәм ул илдең иң һәйбәт ун механизаторы исемлегенә инә.
Бәйге барышында шулай уҡ трактор менән оҫта идара итеү буйынса ярыш – "Трактор-шоу” ҙа уҙғарыла. 2016 йылда Башҡортостандан был ярышта Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Әлиә Яҡупова ҡатнашты һәм Рәсәй Асыҡ һабансылар бәйгеһе тарихында берҙән-бер атын-ҡыҙ ҡатнашыусы булды. "Трактор-шоу”ҙа Стәрлетамаҡ районы "Сала-уат” агрофирмаһы механизаторы Римир Ғиззәтуллин да ҡатнашты.
Быйыл VI Рәсәй Асыҡ һабансылар бәйгеһе Башҡортостанда үтә. Ярыштың ойоштороусылары булып "Росагролизинг” йәмғиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тора. РФ Ауыл хужалығы министрлығы, РФ Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы, "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, Рәсәй Ауыл хужалығы кооперативтары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ассоциацияһы, Рәсәй Игенселәр Союзы, Бөтә донъя Һабансылар ойошмаһы һәм Европа Һабансылар федерацияһы тарафынан хуплау һәм яҡлау тапты.
VI Рәсәй Асыҡ һабансылар бәйгеһе судьялар коллегияһында Европа һабансылар федерацияһының генераль секретары Март Баккер ҡатнаша. Бәйгегә почетлы ҡунаҡ сифатында Бөтә донъя Һабансылар ойошмаһы президенты Колин Миллар (Яңы Зеландия) һәм ошо ойошманың генераль секретары Анна-Мария Хак Хью (Ирландия Республикаһы) саҡырылған.
14-17 мартта Өфөлә XXVII Халыҡ-ара "Агрокомплекс-2017” күргәҙмәһе булып үтте һәм унда Һабансылар бәйгеһенә старт бирелде. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар "Агромашхолдинг” йәмғиәте етештергән "Агромаш-85ТК” тәгәрмәсле тракторы һәм ике төрәнле әйләнмәле һабаны менән таныша алды. Һабансылар тап ошо тракторҙа ярышырға тейеш тә инде. Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы Химмат Окбутаев етәкселегендә килгән делегация был агрегатҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Улар Асыҡ Рәсәй һабансылар бәйгеһенә үҙҙәренең иң һәйбәт механизаторын ебәрергә вәғәҙәләнеләр.
Һабансылар бәйгеһен уҙғарыу ауыл хужалығы тармағында сағыу бер ваҡиғаға әүерелде. Илдең төрлө төбәктәренән килгән механизаторҙар коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша ала. Һабансылар бәйгеһе уҙғарыу механизаторҙарҙың абруйын күтәреүгә, был һөнәргә йәштәрҙе ылыҡтырыуға ҙур этәргес булып тора.
Европа Һабансылар федерацияһының генераль секретары Март Баккер 2016 йылда Башҡортостанға килгән ваҡытында: "Беҙ халыҡ-ара чемпионаттың һеҙҙең илдә үтеүен теләйбеҙ. Бының төп маҡсаты булып Европа илдәренең Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуы тора”,- тигәйне.
Рәсәй Асыҡ чемпионатын юғары кимәлдә уҙғарыуҙы баһалап, Европа Һабансылар федерацияһы һәм Бөтә донъя Һабансылар ойошмаһы 2018 йылда Европа һабансылар бәйгеһен һәм 2020 йылда Бөтә донъя һабансылар бәйгеһен Рәсәйҙә уҙғарырға ҡарар итте.
Һабансылар бәйгеһе сиктәрендә һабан һөрөп ярышыу, тракторға оҫта идара итеү ("Трактор-шоу”), һөнәрселек уҡыу йорттары уҡыусыларының һабан ярышы, конференциялар, "Түңәрәк өҫтәл”, кәңәшмәләр, күргәҙмәләр уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ экологик йәһәттән таҙа продукция йәрминкәһе һәм ундай аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡарау, балалар һәм өлкәндәр өсөн йәйге кафелар булдырыу күҙаллана.
Һабансылар бәйгеһенең финал ярыштары 30 июнь - 1 июлдә Өфө районында (Нижегородка-Березовка киҫелешендә) уҙасаҡ.