Кәңәшләшеү һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ
28 апреля 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан кәңәшләшеп алыу матур йолаға әүерелгән. Фекер туплау, кәмселектәрҙе асыҡлау, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса аныҡ саралар күреү фарыз. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп 22 апрелдә Ленин исемендәге – "ШЭ Р.В.Мөьминов” крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында яҙғы баҫыу эштәренә арналған район семинар-кәңәшмәһе булып үтте.  Уның эшендә район хакимиәте башлығы
Р. Бохаров, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы  Р.Аҡбашев, "Россельхозцентр” ДБУ-һы филиалы етәксеһе урынбаҫары, БР Ауыл хужалығы министрлығының Ғафури районы буйынса кураторы Р.Баһауетдинов, "Агротехника” ЯСЙ-е, "Башгибрид” ЯСЙ-е, "Сингента” ЯСЙ-е вәкилдәре, Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғ.Фәйезов, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, хужалыҡ етәкселәре, урта звено белгестәре, фермерҙар ҡатнашты.
Семинар-кәңәшмә хужалыҡтың ырҙын табағынан башланды. Хужалыҡ етәксеһе Р.Мөьминов сарала ҡатнашыусыларҙы эшмәкәрлектәре менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте: 2670 гектар майҙанда һөрөнтө ерҙәре булып, шуның 600 гектарын ужым культуралары биләй.  Быйыл 430 гектарҙа яҙғы бойҙай һәм арпа, 140 гектарҙан ашыу майҙанда көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө (570 га) сәсергә планлаштыралар. Культураларҙың һуңғыһының килемле булыуын иҫәпкә алып, уның сәсеүлек майҙандарын йылдан-йыл арттыра баралар. Шулай уҡ баҫыуҙарҙы тейешенсә эшкәртеү өсөн техника ла заманса булырға тейеш, улары ла әленән-әле яңыртып торола. Бында  дүрт циклдан торған сәсеү әйләнеше булдырылған. Артабан етәксе ауыл хужалығы культураларын үҫтереүҙең заманса технологияларын иҫәпкә алып, үҙҙәрендә иген культуралары, "татлы тамыр” майҙандарын эшкәртеү хаҡында бәйән итте.  
Ырҙын табағы майҙансығының иң күренгән урынында хужалыҡ эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре сағылдырылған ҙур таблица урынлаштырылған. Унда алда килтерелгән һәм ошондай күрһәткестәр яҙылған: тракторҙар – 17 берәмек, иген һәм шәкәр сөгөлдөрө комбайндары 3-әр иҫәпләнә.  Һыйыр малдары 800 башҡа еткерелгән, һауын һыйырҙары 190 баш. Хужалыҡта  30 кеше эшләй.
Артабан "Гостехнад-зор”ҙың район инспекцияһы начальнигы С.Лукин хужалыҡтарҙа үткән техник тикшереүгә йомғаҡ яһап, нигеҙҙә район буйынса тракторҙарҙың 70 проценты уны уңышлы үтеүен билдәләп үтте. Ә ҡалғандарына яҙғы баҫыу эштәре башланғансы билдәләнгән етешһеҙлектәрҙе  бөтөрөргә кәрәклеге әйтелде. Техник тикшереү үтмәгән бер генә техника ла баҫыуға сығырға тейеш түгел, был талап ҡәтғи үтәлергә тейеш, тине ул.
Йыйылыусыларға баш агрохимик И.Хөснийәров та үҙ йүнәлеше буйынса мәғлүмәт еткерҙе, шулай уҡ баҫыу паспорттарын эшләү буйынса хужалыҡтар етәкселегенең иҫтәренә төшөрөп үтте.
Семинарҙа ҡатнашыусылар, айырыуса йәш фермерҙар өсөн Р.Баһауетдиновтың сығышы бик тә фәһемле булды. Башта ул яңы технологияларҙы индереү менән бәйле, "Р.В.Мөьминов” хужалығындағы ыңғай үҙгәрештәрҙе барлап үтте. Башаҡ тос булһын өсөн сәсеүлектәрҙе лә, ерҙе лә ашлап, ҡоротҡостарҙан һәм төрлө сирҙәрҙән һаҡлап эш итергә кәрәк, тине ул.  Ә ваҡытыңды һәм көсөңдө бушҡа сарыф итмәҫ өсөн ниндәй препарат алырға кәрәклеген белер өсөн орлоҡтарға фитоэкспертиза уҙғарырға кәрәк. Шулай уҡ химияның үҫентеләрҙе һаҡлауын, ә биология үҫешенә булышлыҡ итеүен оноторға ярамай. Тимәк, ниндәйҙер препарат һатып алғанда башҡа йүнәлеште лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.  Ашлама индергәндән һуң үҫентеләр һис шикһеҙ ҡуйырып үҫеп китәсәк, сүп үләндәре үҫешә алмаясаҡ, тине сығыш яһаусы.
Район хакимиәте башлығы Р.Бохаров алда сығыш яһаусыға ҡушылып, хужалыҡтың һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеүендәге уңыштарын һыҙыҡ өҫтөнә алды, әммә тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн эш темпын тағы ла ҡыҙыулатырға кәрәклеген әйтте. Бының өсөн мөмкинлектәр бар: техника паркы яңыртыла, ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү йәһәтенән йыш ҡына яңы технологияларҙы үҙләштереү үҙ сиратында һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Һәм бында коллектив та ойошҡан эшләй. Ә алда билдәләнгән "химия-биология”  берлеген хужалыҡ етәкселәре күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгел, тине Рәмил Зәкәриә улы. Район башлығы был тәңгәлдә "Восход-СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһын миҫалға килтереп үтте. Былтыр был йәмғиәт шәкәр сөгөлдөрө плантацияларына "биология”ны индергәйне, ике аҙна үтеүгә үҫентеләр күҙгә күренеп күтәрелде. Һөҙөмтәлә, хужалыҡ  "татлы тамыр”ҙан бик яҡшы уңыш алды. Быйыл иһә ҡайһы бер йәш фермерҙар (Рәжәпов, Садаев) был төшөмлө культураны сәсергә планлаштыра.  Уйлағандары тормошҡа ашһын, башта билдәләп үтелгән ойошмалар вәкилдәре был хужалыҡтарға аныҡ ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәрен ентекле аңлатып үттеләр. Шулай уҡ был тәңгәлдә "Сатурн”, "Восход-СТ”, "Урожай”, "Тахтаров” хужалыҡтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙәрен билдәләнеләр.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар хужалыҡтың орлоҡ келәтендә булып, унда яҙғы сәсеүгә әҙерләнгән бөртөклө культураларҙы: "Прерия” һәм "Саша” сортлы арпа, "Тобольская” бойҙайы орлоҡтарын ҡараны. Был элиталы орлоҡтарҙың тәүгеһен һәм һуңғыһын – былтыр, ә "Саша”ны быйыл һатып алғандар.
Майҙансыҡта ауыл хужалығы техникалары һәм машиналары тигеҙ рәт булып урынлаштырылғайны, хужалыҡ етәксеһе улар менән дә ентекле таныштырып үтте.
Район хакимиәте башлығы Р.Бохаров семинар-кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, уға һәйбәт баһа бирҙе. Уның һәр кемгә, бигерәк тә йәш фермерҙарға файҙалы һәм фәһемле булыуын билдәләп үтте. Яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелеү менән уны үҙ ваҡытында башлап, сифатлы итеп башҡарып сығыу  өсөн төп талап – яңы технологияларҙы үҙләштерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул ваҡытта  түккән көстөң һөҙөмтәһе булмай ҡалмаҫ.
Индира ИШКИНА.